Өйөр-өйөр йылҡы араһынан... Өйөр-өйөр йылҡы араһынан
Һайлағандай бәйге аттарын,
Шиғырымдың иң һәйбәтен
эҙләп,
Дәфтәр битен ҡат-ҡат аҡтарҙым.
Күпме генә һайлап ҡараһам да,
Өмөт ҡоластарым тар һымаҡ:
Бары берәү — шиғри бәйгеләрҙә
Көс һынашып ҡарар арғымаҡ.
Бер булһа ла берәгәйле булһын,
Һынатмаҫтай булһын, тим, елеп.
Арғымаҡтың данын,
хурлығын да
Уртаҡлай бит һыбай ир-егет.
Йәшлек таңы атҡан ерҙә Йәшлек таңы атҡан ерҙә
Кем дә теләй ҡалырға.
Тик йылдар шул сират баҫҡан
Һине ҡаршы алырға.
Ҡоҙа көткән һымаҡ, улар
Сығып баҫҡан юлыңа.
Ҡоҙа, тиеп, береһе лә
Һый тотмаған ҡулына.
Килер йылдар оҡшамаған
Һабантуй байрамына.
Улар миңә әйтмәй кеүек:
"Күңел ас, һайра ғына!"
Йылдар, ил ҡарттары һымаҡ,
Миңә һынаулы ҡарай.
Аҡһаҡалдарым алдында
Йөҙ ҡыҙармаһа, ярай.
Хәйерле кис, тиеп, ҡояш... Хәйерле кис, тиеп, ҡояш
Йылмайҙы ла байыны.
Йөрәктәрҙе елкендереп,
Шаулай Шауҙым ҡайыны.
Бишектәге бала һымаҡ,
Бәүелә ярҙа Һүрәм.
Өй дәүмәле ҡаяларҙа
Айҙың аҡ шарын күрәм.
Күктең зәңгәр бәрхәтендә
Күрҙем: йондоҙ эркелде.
Алыҫ-алыҫтағы шәфәҡ
Бер моңайҙы, бер көлдө.
Кис уйынға сығамы ни —
Биҙәнгән ҡыҙ — аҡланым.
Күкрәгем тулы йыр менән
Малсыларға атлайым.
Йәйләүҙә эш башланған мәл,
Йыр һыҙҙыра ҡайһыһы?..
Йөрәктәрҙе елкендереп,
Шаулай Шауҙым ҡайыны.
Әселе Әселе лә тигән, ай, һыуыбыҙ
Йылт-йыл итә муйыл аралай.
Йылтылдауын күреү — ҙур
ҡыуаныс,
Күрмәй тороу күңел яралай.
Әселе лә тигән, ай, һыуыбыҙ
Шишмәләрҙән үҙән тултырған.
Үҙән буйлап,
Тормош хәлен уйлап,
Ауыл-ауыл ерегеп ултырған.
Әселе лә тигән, ай, һыуыбыҙ
Көмөш бәрҙеләрен уйната.
Шәшке, ҡондоҙ ғөсөл
ҡойонғанын
Күргән саҡтар хәҙер уйлата...
Әселе лә тигән, ай, һыуыбыҙ
Беҙҙе юллап, киткән ер буйлап.
(Һыу тамсыһы кеүек һибелде
шул
Ил тарафы иркен, тип уйлап).
Әселе шул эскән һыуыбыҙ,
Һыуыбыҙға һис юҡ ыуыбыҙ.
Ер өҫтөндә ожмах ҡорғом килде Ер өҫтөндә ожмах ҡорғом килде,
Һарай һалғым килде алтындан.
Ең һыҙғаныу еңел ине лә бит...
Ә ҡайҙа һуң ҡаҙыҡ ҡатылған?..
Дәрт-дармандың кәмей
самалары,
Ғәйрәт ҡайта, ҡеүәт аҙая.
Күпте көҫәп, аҙҙан ҡалмаммы,
тип,
Юҡ-юғында күңел һағая.
Ә бит үҙем аҙ алманым ерҙән...
Һәм ултырта бер уй аҡылға:
"Күкрәк көсөң күпме күтәрә ала —
Шуға тиклем аҙға тартылма!
Ерҙә — күрке, күктә бүрке булған
Ил ирҙәрен өлгө һайла һин.
Тыштарыңда ялҡын булмаһа ла,
Эстәреңдә ҙур ут ҡайнаһын.
Донъя серен белгән оло йәндәр
Ваҡ эш менән ҡалмай оятҡа.
Ошо ерҙе ожмах итәм, тип,
Алға ынтыл һаман.
Һынатма!"