Өфө – Белорет юлындағы һәләкәт бөтәбеҙҙе тетрәндерҙе. Ҡот осҡос фажиғәлә ете кеше һәләк булды. Был афәттең сәбәптәре нимәлә һуң? Һауа торошо матур булған, юлдың был өлөшө лә зарланырлыҡ түгел, тиҙәр.
Юл транспорты һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, һәләкәткә осраған микроавтобус пассажир ташыусылар реестрында юҡ, тимәк, водитель рөхсәтһеҙ эшләгән. Был 29 йәшлек ирҙең рейсҡа сығыр алдынан машинаһы техник тикшереү, үҙе медицина күҙәтеүе үтмәгән тигән һүҙ. Пассажирҙар ҙа страховкаланмаған.
“Фольксваген”дың шоферы Аркадий Антоновтың, йүнәлә башлаһа ла, хәле әлегә ауыр. Юл ҡағиҙәһен боҙған, кешеләр ғүмере өҙөлгән өсөн уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Фажиғәнең сәбәбе: Антонов тиҙлекте арттырып, идара итеү һәләтен юғалта һәм, ҡаршы һыҙатҡа сығып, йөк машинаһына барып бәрелә. Уға ете йылға ҡәҙәр иркенән мәхрүм ителеү янай.
Эксперттар билдәләүенсә, бөгөн республика юлдарындағы водителдәрҙең 40 процент самаһы йәшерен рәүештә пассажир ташыу менән мәшғүл. Республикала һәм урындарҙа халыҡты транспорт менән тәьмин итеү яйға һалынған. Әммә автобус, еңел машиналарҙа рөхсәтһеҙ халыҡты ташыу менән шөғөлләнеүселәр бар. Күптәр даими маршрут буйынса йөрөй, кешеләрҙе телефон операторҙары аша йыялар.
Республиканың Юл транспорты һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рим Ғиләжетдинов, был юҫыҡта тикшереү эше алып барыласаҡ, рөхсәтһеҙ халыҡты ташығандарға, быға юл ҡуйыусыларға ҡарата етди сара күреләсәк, тип белдерҙе.
– Пассажир үҙенең хәүефһеҙлеге, бары табыш алыуҙы ниәт итеп, алһыҙ-ялһыҙ эшләгән кешенең машинаһына ултырырҙан алда ғаиләһе, яҡындары хаҡында уйларға тейеш, – тип иҫкәртә дәүләт комитеты белгестәре.