Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә бөтә Рәсәйҙән сәнғәт эшмәкәрҙәре Мәскәүгә Мәҙәниәт йылын асыу тантанаһына йыйылды.
Сарала һәр төбәктән ун кешелек делегация ҡатнашты. Республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Ләйлә Ишморатова хәбәр итеүенсә, Башҡортостан делегацияһына күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Леонора Ҡыуатова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нур Дауытов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Азат Айытҡолов, Башҡортостандың халыҡ артисы Александр Федеряев, фоторәссам Рәмил Килмәмәтов, кинорежиссер Булат Йосопов, Нефтекама ҡала китапханаһы директоры Франц Ян инде.
Төбәк вәкилдәре өсөн илебеҙҙең баш ҡалаһы буйлап экскурсия ойошторолдо. Төп тантана Ҙур театрҙа үтте. Был көндә шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Рәсәй форумы, тармаҡ конференциялары, Мәҙәниәт буйынса координация советы ултырышы уҙҙы.