Ғазраилға бирешмәгән бабай26.03.2014
Ғазраилға бирешмәгән бабай
Беҙҙең халыҡта шундай бер матур ғәҙәт бар: яҡындарыбыҙға ғына түгел, яҡын күргән, күңелдәребеҙгә хуш килгәндәргә, дәрәжәләренә лә ҡарамай “ағай”, “апай” тип өндәшергә яратабыҙ. Был һүҙҙәрҙә ул кешеләргә ҡарата ололау, ихтирам, йылы ҡарашыбыҙ сағыла. Үҙ итеп “ағай”, "апай" тип өндәшеү үҙе үк уның дәрәжәһен, мәртәбәһен арттыра.

Билдәле татар драматургы Туфан Миңнуллин да Салауат дәүләт башҡорт драма театры өсөн күптән инде “Туфан ағай”ға, үҙ кешегә әүерелде. Кешелеклелеге, әҫәрҙәренең, үҙенә оҡшап, ябай ҙа, тормошсан да, шул уҡ ваҡытта бөйөк булыуы менән күңелдәребеҙҙе арбаны, ти салауаттар. “Риүәйәт”, “Шулай булды шул”, “Әллә яңылыш, әллә яҙмыш” – милли драматургия классигының әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған был спектаклдәр театр репертуарында күптән инде төплө урын алды һәм артистар яратып уйнаған, тамашасы ихлас ҡараған тамашаға әүерелде. Был ижад емештәре Башҡортостанда ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә, шулай уҡ әҙиптең тыуған төйәге Татарстанда ла күрһәтелеп, театр һөйөүселәрҙең оло баһаһына лайыҡ булды.
Һәм бына тағы ла салауаттар, “Туфан ағай”ҙарына мөрәжәғәт итеп, уның тормошон данлап, үлемде инҡар иткән үлемһеҙ әҫәрен сәхнәләштерҙе. Февраль баштарында дүрт көн дауамында “Әлдермештән Әлмәндәр” спектакленең премьераһы булып үтте. Һәм ниндәй премьера бит әле! Уны бер һүҙ менән генә “иҫ киткес!” тип атарға булыр ине. Тамашасы уны шул тиклем йылы ҡабул итер, туҡтауһыҙ алҡыштарға күмер тип көтөлмәгәндер ҙә, бәлки. Әммә ул ысын мәғәнәһендә театр һөйөүселәр өсөн оло байрам, ә театр өсөн ҡабатланмаҫ оло ваҡиға булды, тип асыҡтан-асыҡ әйтергә мөмкин. Ҡыҫҡаһы, шәп тә, уңышлы ла килеп сыҡты.
– Миңә “Әлдермештән Әлмәндәр”ҙе, нисектер, сәхнәнән ҡарарға насип булманы. Пьесаны ҡат-ҡат уҡып сыҡтым, ул күңелем төбөндә ныҡлы урын алып, әҫәрҙе сәхнәләштереү уйы менән янып йөрөй башланым, – ти спектаклде ҡуйыусы режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин. – Салауат театрының етәксеһе Наилә Абдулхай ҡыҙы берәй спектакль әҙерләүемде һорап саҡырғас, ошо пьесаны алып килеп етә һалдым. Баҡтиһәң, Наилә ханым да “Әлдермештән Әлмәндәр”ҙе күптән күҙ уңында тотоп йөрөгән икән. Был моңһоу комедия нимәһе менән арбаны, тип һораһалар, унда – тормош, унда – йәшәүебеҙ мәғәнәһе, тип кенә яуап бирер инем. Хоҙай һиңә ғүмер бүләк иткән, һәм уны ихлас ҡабул итергә, нисек кенә ауыр булмаһын, ҡыуанып, шатланып йәшәр өсөн үҙеңә көс табырға, башҡаларға ла дәрт-дарман биреп, шуға этәрергә бурыслы беҙ. Быҫҡып түгел, ә дөрләп янып, эргәңдәгеләргә йылылыҡ бөркөп йәшәргә ынтылыу мотлаҡ. Әҫәргә бына шундай оло мәғәнә һалынған да инде.
Режиссер, был пьесаны сәхнәләштереп, үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алған тип әйтер инем, сөнки “Әлдермештән Әлмәндәр” еңел әҫәр түгел. Драматург әйтергә, күрһәтергә теләгәндәрҙе еренә еткереп үтәү өсөн режиссерҙан алып икенсе пландағы артисҡа тиклем байтаҡ көс сарыф итергә, ҡара тир түгергә тура килә. Быны тамаша барышында бигерәк тә ныҡ аңлайһың. Артистарҙың һәр һүҙенә, һәр хәрәкәтенә иғтибар итеп, булдыралар бит, тип һөйөнөп ултырҙым.
Бында шуныһы шулайыраҡ, тегенеһе тегеләйерәк уйнаны тип әйтеү урынһыҙ, һәр артист үҙ урынында булып, үҙе башҡарған ролде тулыһынса асып бирә алды. Әммә, Әлмәндәр ҡарт сифатында ике сәғәттән ашыу сәхнәлә ары-бире йүгергән, көлгән, шаярған Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Миңдулла Иҙрисовтың тырышлығын, булдыҡлылығын айырыуса баһаламай булмайҙыр. Ҡыланыштарын кинәнес менән ҡарап, был роль уның өсөн генә яҙылғандыр, тип уйлап ҡуяһың.
Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлшат һәм Рим Зыязетдиновтар, Гөлсәсәк Шәрипова, Риза Мәһәҙиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Яҡуп Шәриповтар ҙа, һәр ваҡыттағыса үҙ ролдәрен оҫта, ихлас башҡарып, тамашасыны көлдөрҙө лә, уйланырға ла мәжбүр итте.
Күп осраҡта сәхнәнең биҙәлеше — спектаклдең ярты уңышы, тип әйтер инем. “Әлдермештән Әлмәндәр”ҙә биҙәлеш бына шуны раҫлай ҙа. Тамыр-ботаҡтарын йәйеп, бөтә сәхнәне биләп ултырған мөһабәт олонло йөҙйәшәр имән үҙе үк — Әлмәндәр, ә тирә-яғындағы ағастар – башҡа персонаждар. Улар ҙа өнһөҙ, хәрәкәтһеҙ генә ошо уҡ спектаклде “башҡара”. Бер яҡтан — артистар, икенсе яҡтан ағастар уйнап, тамаша ике планда барған кеүек күренә. Бында инде сәхнәне биҙәүсе рәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеровҡа “афарин!” тип әйтергә генә ҡала.
Спектакль тамамланғас, директорҙың ижад буйынса урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәтих Ҡолһарин менән тамашанан алған тәьҫораттарыбыҙҙы байтаҡ ҡына уртаҡлашып торҙоҡ.
– Шәп, матур спектакль килеп сыҡты. Йәл, Туфан ағай үҙе юҡ. Премьераға саҡырып, үҙенең ижад емешенән ауыҙ иттерер инек, исмаһам. “Шулай булды шул”дың премьераһына килеп, ҡарап, ҡыуанып, үҙенең ихласлығы, ябайлығы менән күңелдәребеҙҙе арбап, һәммәбеҙҙең яҡын дуҫына әүерелгәйне. Быныһын инде “тегенән генә күҙәтеп” һөйөндөмө икән ағайыбыҙ, – тине ул, йондоҙҙар емелдәшкән күккә ҡарап.
Бәлки, шулайҙыр ҙа. Әммә, минеңсә, үҙе өсөн түгел, тамашасыны ҡыуандыра алғанына нығыраҡ һөйөнәлер ундай оло йөрәкле кеше. Ә спектакль ысынлап шәп килеп сыҡты! Был тамашанан һуң бик күптәр, уҙған ғүмерҙәрен ҡат-ҡат барлап, тормошҡа булған ҡараштарын аҙмы-күпме ыңғай яҡҡа үҙгәртмәй ҡалмаҫ, моғайын.
Мөҙәрис БАҒАЕВ,
драматург.


Вернуться назад