“Үҫәргән” халыҡ театры ҡуйған спектаклдәргә халыҡ күпләп йөрөй. Һәүәҫкәр артистарҙың сығышын Ейәнсурала ғына түгел, республиканың башҡа төбәктәрендә лә тамашасылар яратып ҡарай, көслө алҡыштар менән оҙата. Кешеләргә шатлыҡ өләшкән, матур ял бүләк иткән театр еңел-елпе түгел, ә тәрән мәғәнәле, бөтәбеҙгә яҡын теманы күтәргән сәхнә әҫәрҙәрен һайлап ала белеүе менән ота.
Бөгөн халыҡ театрына Радмир Дәүләтбәков етәкселек итә. Һәләтле, эҙләнеүсән, йәшлек дәрте бөркөлөп торған егеткә 2007 йылда тиккә генә “Иң яҡшы йәш белгес” тигән исем бирелмәгәндер. Былтыр иһә ейәнсуралар, драматург Флорид Бүләковтың “Әбейҙәргә ни етмәй?” спектакле менән сығыш яһап, “халыҡ театры” исемен яуланы. Республика халҡына “Әсир”, “Хыялый” пьесалары аша билдәле драматург Салауат Әбүзәрҙең “Ҡыҙыл байраҡ аҫтында” тигән әҫәрен сәхнәләштереп, Кушнаренкола үткән республика фестивалендә лауреат та булды “Үҫәргән”.
Күптән түгел йәш режиссер ошо уҡ авторҙың “Усаҡ” исемле пьесаһын ҡуйып, үҙенең йәнә бер тапҡыр үҫә барған ижадсы булыуын раҫланы.
“Академ” исемен йөрөткән театрҙарҙан да ҡайһы ваҡыт, “был әҫәрҙе шул тиклем аҡса түгеп, ниңә ҡуйҙылар икән, мәғәнәһе бөтөнләй юҡ бит” тигән фекерҙә ҡайтып киткән саҡтар була. “Усаҡ” драмаһын ҡарағас, иманым камил, тетрәнмәгән кеше ҡалмағандыр.
…Алһыу исемле ҡатын аварияла ирен юғалта, улы Айнур ҙа, умыртҡа һөйәге йәрәхәтләнеп, түшәктә ята, етмәһә, телдән яҙа. Көҙ яҡынлаша. Мейесе төтәп йөҙәткәнлектән, ҡатын өйөн йылыта алмай. Мейесен ҡарарға вәғәҙә биргән Азамат исемле ир ҙә килергә ҡабаланмай. Килгәс тә әле эш башларҙан алда иң тәүҙә “ярты” таптырыуы, унан иҫереп тәгәреүе бөгөн ауылдарҙағы хәлдең тулы күсермәһе булараҡ ҡабул ителә.
Пьесала инде утыҙ бишен тултырып, ҡасандыр ғәйбәттән ҡурҡып, тыумаған сабыйын ҡорбан иткән Әлфиә образы ла – арабыҙҙа үҙ яртыһын таба алмай йөрөгән моңло-зарлы ҡатындарҙың типик вәкиле. Ул да усаҡ йылыһына, ғаилә наҙына зар-интизар. Алһыуға мейес сығарған Азамат янына бер туҡтауһыҙ килеп, мейесен ҡаратыу һылтауы менән үҙенә саҡыра. Азамат: “Үҙең мейес төтәмәй, тиһең, үҙең мейесте ҡара, тиһең. Эшләп торғас, нимәһен ҡарарға һуң?” – тигәс, Әлфиәнең: “Ә һин беләһеңме, йөрәгем төтәй минең! Әсе төтөнө күҙҙәремә инеп, йәш ағыҙа, тамағыма тығылып сәсәтә. Бер кемем дә юҡ минең. Яңғыҙ кәкүк бит мин. Юҡ-юҡ, кәкүк тә минән бәхетлерәк. Уның, исмаһам, сит ояға булһа ла һалыр йомортҡаһы бар. Ә минең бер кемем дә юҡ. Аңлайһыңмы һин шуны? Йөрәгем төтәй минең!” – тип асырғанып әйткән сағында тамашасылар араһында күҙ йәшен һөртөп ултырғандар ҙа күренде.
Кем белә, кемдер Әлфиә образында нәҡ үҙенең яҙмышын күҙ алдына килтергәндер, икенселәр әхирәтен күргәндәй булғандыр. Тормошобоҙҙа үҙ ишен таба алмай ҡаңғырып йөрөгәндәр аҙмы ни! Ә был – теге йәки был кешенең шәхсән генә түгел, тотош милләттең, илдең фажиғәһе. Ауылдарҙа тәҙрәһенә арҡыс-торҡос таҡта ҡағылған өйҙәр, бушап ҡалған мәктәптәр шуның асыҡ миҫалы түгелме ни? Ғаилә усағының йылыһын тапмаған ирҙәрҙең бар йыуанысы шешәгә барып тоташа…
Азамат– 40 йәшлек ир. Оҫта ҡуллы ир-ат образында бөгөн ауылдарҙа яңғыҙ ҡартайып барған бихисап егеттәребеҙ һүрәтләнә. Юҡ, ул насар күңелле түгел, ҡасандыр өҙҙөрөп гармунда ла уйнаған. Әммә шешәгә әүрәп, тегенеһенә ярҙамлашып, быныһына булышып, ваҡытында үҙ усағын ҡабыҙырға өлгөрмәгән.
Тамаша аҙағында Азаматтың: “Эх!.. Ғәфү ит, Алһыу!.. Ахмаҡ мин!.. Ахмаҡ!.. Бар булмышым яғылмаған мейес кеүек булды минең. Йылы бөркмәгән мейескә кем һыйынһын инде… Ә бит минең дә күңелемдә ут ҡабынған һымаҡ ине…”, – тип йөрәкһенеп әйткән һүҙҙәре әҫәрҙең төп идеяһын бөтә тулылығында халыҡтың күңеленә еткерҙе.
Спектакль тамам, әммә залдағылар сығып китергә ҡабаланманы. Әҫәр тамашасыларға геройҙар менән бергә янырға, көйөргә, уларҙың йән ғазабын яҡындан күрергә мөмкинлек бирҙе. Һәр актер Әлфиә (Гөлкәй Ҡунаҡбаева), Алһыу (Динә Әлмөхәмәтова), Азаматты (Юлай Арыҫланбаев), ғәрипләнеп ҡалған малайҙы (Арыҫлан Арыҫланбаев), ҡартты (Вафа Мәүлитов) ышандырырлыҡ итеп башҡарҙы.
Тамашасыларҙы уйға һалды, тетрәндерҙе “Усаҡ”. Һәр беребеҙ, уландарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙ үҙ усағын үҙ мәлендә ҡабыҙырға өлгөргәнме, һуңға ҡалып бармаймы? Халыҡ шундай уйҙа таралышты.