Күңелендә ҡояш балҡый26.03.2014
Күңелендә ҡояш балҡый
Әллә ҡайҙан ҡояштай балҡып килгән ханымды осратыуға донъялар яҡтырып, күңелдәр йылынып, йөрәктәр йәшәү дәрте менән тибә башлағандай була. Кем хаҡында һүҙ бара тип баш ватырға тотондоғоҙмо?! Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында бына һигеҙ миҙгел дауамында сәхнәнән төшмәгән Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” музыкаль драмаһын ҡараған тамашасыларыбыҙ белә был “ҡояш апай”ҙы... Яусы Бәҙиға абыстай – күптәр яратып өлгөргән образ. Эйе-эйе, һүҙ — башҡорт театры актрисаһы Рима Хәмиҙулла ҡыҙы Ғәлиуллина хаҡында.

Рима апай сығышы менән Саҡмағош яҡтарынан. Баҡтиһәң, уға артислыҡ һәләте бала сағында уҡ һалына. Әсәһенең дә, атаһының да моңға ғашиҡ кешеләр булыуы Рима Хәмиҙулла ҡыҙына тап сәнғәт юлын һайларға һәм әле лә уға тоғро хеҙмәт итергә ярҙам итәлер инде. Ауылдаштарының уйынлы-ысынлы “актриса” тип йөрөтөүҙәренең нисә йыл үткәс ысынбарлыҡҡа тап килеүеме, әллә Хоҙайҙың ҡушыуымы – уныһын инде Рима апай үҙе әйтер.
Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингәс, уның тынғыһыҙ студент йылдары башлана. Талантлы ҡыҙ хөкүмәт концерттарында конферансье була, академия драма театрында А. Мөбәрәков, Ғ. Туҡаев, Р. Һәүбәнова, Р. Исрафиловтар менән бергә эшләү бәхетенә өлгәшә, улар менән гастролдәргә йөрөй. Сәнғәт донъяһында киң билдәле көслө педагогтар И. Йомағолов, Л. Вәлиев, Ф. Ҡасимова, Ф. Фәтихов, Х. Яруллин, Т. Хоҙайбирҙина уға ҙур өмөт бағлай.
Ҡулына диплом алғас, 1972 йылда үҙ теләге менән Салауат дәүләт башҡорт драма театрына эшкә килә. Күңелендә йәшлек дәрте урғылып, баҫҡан ерендә ут сәсрәткән ҡыҙҙы көтөп кенә торғандай, уға роль артынан роль бирәләр. Ә сибәрлеге һуң, сибәрлеге! Кемдәрҙе генә ғашиҡ итмәй ҙә кемдәрҙе төн йоҡоларынан яҙҙырмай... Ошондай профессиональ камиллыҡҡа, сағыу талантҡа эйә актрисаны тамашасы шунда уҡ үҙ итә.
Ғаиләле булғас, Рима апай Стәрлегә күсеп килә. 1977 йылда “Каучук” мәҙәниәт һарайында үҙешмәкәр башҡорт театры асып ебәрә. Дәртле, энергияһы ташып торған, егәрле, ойоштороу һәләтенә эйә Рима Хәмиҙулла ҡыҙы режиссер ҙа, актриса ла, гример, парикмахер ҙа, костюмдар әҙерләүсе лә, рәссам да була. Уның башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙәге фиҙакәр хеҙмәте, кеше күңеленә рухи шатлыҡ өләшеүе юғары баһалана – “Шатлыҡ” “халыҡ театры” тигән исем яулай. Әйткәндәй, Рима апай “Шатлыҡ”ты етәкләгән осорҙа егермеләгән спектаклде сәхнәләштерә. Уйлап ҡараһаң, күпме хеҙмәт һалынған, көс түгелгән!
Рима Хәмиҙулла ҡыҙы Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында сәхнә теле, режиссура дәрестәрен дә алып бара. Ә 1993 йылда режиссер Гөлдәр Ильясова менән Илшат Йомағоловтың саҡырыуҙары буйынса Башҡорт драма театрына актриса һәм труппа мөдире булып эшкә күсә. Һәм әлеге көнгә ҡәҙәр беҙҙең театрҙың яҡты ҡояшы ул. Бында уны асыҡ күңеле, ябайлығы өсөн хөрмәт итәләр. Тамашасылар ул тыуҙырған һәр образды үҙенеке кеүек ҡабул итә. Ихлас, бар йөрәген һалып ижад иткән образдары һәр тамашасы күңелендә яҡты эҙ ҡалдыра. К. Аҡбашевтың “Ут күршеләр” комедияһындағы Әсмәбикәне, Х. Ибраһимовтың “Ҡатыным – алтыным” комедияһындағы Өмәмәне, М. Буранғоловтың “Шәүрәкәй” драмаһындағы Аҫылбикәне, М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ында Иркәбикәне, Т. Ғарипованың “Ямғыр көткәндә” драмаһындағы Сараны кемдәр генә хәтерләмәй икән?!
Рима ханымдың “Ғәлиәбаныу” музыкаль драмаһында уйнауын мотлаҡ күрергә кәрәк. Ул тыуҙырған был образдың һәр хәрәкәте уйланылған һәм еренә еткереп эшләнгән. Һәр һүҙе йөрәккә үтеп инә. Юҡҡа ғына “димсе диңгеҙ кистерә” тип әйтмәйҙәр икән, Бәҙиға ҡарсыҡ әйтә лә, эшләй ҙә. Рима апай был ролен шул тиклем ныҡ ярата, уны үҙ балаһылай яҡын күрә. Етмәһә, был музыкаль драманы сәхнәгә ҡуйған режиссер Башҡортостан, Татарстан республикаларының, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нурия Ирсаева менән эшләгәнгә күрә үҙен бәхетле һанай.
Рима Хәмиҙулла ҡыҙының иҫ киткес ихласлығы, ябайлығы, күңел матурлығы һоҡландыра. Берәүҙәргә – ҡояш, берәүҙәргә ай булып йөрөү уның өсөн ят күренеш.
Актрисаның 40 йыл ғүмере халыҡҡа, сәнғәткә һөйөү, ижад менән үткән. “Театр – ул минең булмышым, яҙмышым, барлығым һәм байлығым”, – тип йәшәгән шәхескә тағы ла сағыу образдар тыуҙырырға яҙһын. Рима ханым кеүек кешеләр күберәк булһын ине, тап шул ваҡытта тормошобоҙ йәмле, күңелдәребеҙҙә йыл әйләнәһенә ҡояш балҡыр!



Вернуться назад