Благоварҙа — украин мәҙәниәте аҙналығы25.03.2014
Урындағы мәҙәниәт һарайында украин йорто яһалды, “Хуторянка”ның алтын ҡулдары” тип аталған сәнғәт күргәҙмәһе ойошторолдо. Аҙналыҡтың тәүге сараһында — “Благовар ерендәге украин тамырҙары” кисәһендә — Борис Лынник менән осрашыу уҙғарылды. Ул украиндарҙың ғөрөф-ғәҙәте, йолалары, байрамдары хаҡында һөйләне.
Тематик аҙналыҡта шулай уҡ “Ижадта асылған күңел”, “Башҡортостан — Украина: заманалар бәйләнеше”, “Федот Ветронос”, “Шевченко уҡыуҙары”, “Моңға күңелеңде асһаң, һиндә Йыһан яңғырар” һәм башҡа саралар ойошторола.



Вернуться назад