Йыл да яҙҙың сағыу көндәрендә Науруз байрамын үткәреү республикабыҙҙа күркәм йолаға әүерелде. Быйыл иһә баш ҡала халҡы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына килеп, сағыу тамашаның шаһиты булды.
Науруз — төрки һәм иран телле халыҡтарҙа яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта үткәрелә торған байрам. Уның тарихи тамырҙары меңдәрсә йыл элекке осорға барып тоташа. Ирандың ҡояш календары буйынса нәҡ Науруз яңы йылдың тәүге көнө тип һанала. Был көндә ерҙе һөрөп, иген сәсеүгә әҙерлек башланған, шуға ла күркәм байрамды ҙур әҙерлек менән ҡаршы алғандар: йорт-ҡураны төҙөкләндергәндәр, өйҙө биҙәп, төрлө һый-хөрмәт әҙерләгәндәр, барлыҡ булған гонаһтары өсөн бер-береһенән ғәфү үтенгәндәр. Йылдар үтеү менән Науруздың төп асылы үҙгәрмәгән.
Байрамда Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты: татар, тажик, үзбәк, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төрөкмән, азербайжан, Дағстан халыҡтары... Бында һәр халыҡ үҙенең рухи ҡомартҡыһын, тормош-көнкүрешен, музыка ҡоралдарын, милли шөғөлөн сағылдырыусы күргәҙмә әҙерләгән. Концерт залында ойошторолған тамашала һәр милләттең дәртле бейеүен күреү, йыр-моңон ишетеү байрамда ҡатнашҡан халыҡтарҙы берләштереүгә, дуҫлаштырыуға йоғонто яһамай ҡалмағандыр.