Башҡорт ҡыҙҙары бейегәндә күктән йондоҙҙар һоҡланып ҡарайҙыр, сылтырап аҡҡан йылға тын ҡалып тәңкәләр сыңын тыңлайҙыр, зифа буйлы ҡамыштар һомғоллоҡҡа күҙ һалып көнләшәлер. Эйе, оҙон ҡара сәсле, һығылып торған нәҙек билле, ай йөҙлө бейеүсе ҡыҙға һоҡланмаған кеше юҡтыр. Минең героиням да — ошо нәфислекте, инсафлыҡты кәүҙәләндергән һөйкөмлө ҡыҙҙарҙың береһе.
Зифа менән бер ауылда тыуып үҫтек, шуға күрә уны мәктәп йылдарынан алып беләм. Ул һәр ваҡыт тырышлығы, ныҡышмаллығы, ижади тәбиғәтле һәм үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Ошо һыҙаттары бәләкәйҙән сәнғәт өлкәһен үҙ иткән ҡыҙға, маҡсатына тоғро ҡалып, теләгәненә өлгәшергә ярҙам иткәндер. Һинд бейеүҙәрен ҡыҙыҡһынып ҡараған һәм, ундағы ҡыҙҙарға эйәреп, яулыҡ тотоп бейегән ҡыҙҙы туғандары “Танцор диско” тип йөрөткән. Ҙурая төшкәс, был ҡыҙыҡһыныу яратҡан шөғөлгә әйләнгән: мәктәп йылдарында Зифа Аҡъяр ауылындағы балалар ижады үҙәгендә халыҡ бейеүҙәре серҙәрен үҙләштерә башлай. Уҡытыусыһы Алһыу Әхмәт ҡыҙы Юлдашбаеваны ҙур ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала. “Ул мине күңел һалып бейергә, һәр хәрәкәтте яратып башҡарырға өйрәтте”, – ти бейеүсе ҡыҙ.
Ижади кеше, ғәҙәттә, төрлө яҡлап һәләтле була. Башланғыс кластарҙа ҡурай түңәрәгенә лә йөрөй Зифа. Үҙенең тәүге бәйгеһендә Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың махсус призына лайыҡ булһа, артабан ансамбль менән район һәм республика конкурстарында ҡатнаша, призлы урындар яулай. Шиғыр ҙа ижад итеп, төрлө бәйгеләрҙә көс һынап ҡарай. Һигеҙенсе класта ул “Сиҙәм” район халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей башлай, күп тә үтмәй, төп башҡарыусы итеп һайлана. Ул ваҡытта Хәйбулла районында бер сара ла Хөснулла Аҡылов етәкселегендәге ансамбль сығыштарынан тыш үткәрелмәй ине.
“Башҡорт бейеүҙәрен яратып башҡарам, – тип һөйләне героиням. – Эстрада бейеүҙәрен үҙһенмәйем, ярым асыҡ кейемдә килешһеҙ хәрәкәттәр яһау башҡорт ҡыҙҙарының асылына, моңона тап килмәй. Улар сыңлап торған тәңкәләр менән биҙәлгән милли костюмда ҡурай тауышына бейергә яратылған”.
Һөнәри белем алғас, Сибай дәүләт филармонияһында – балет артисы, ҡаланың 24-се һөнәрселек училищеһында өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләгән Зифа Ҡарабулатова бөгөн ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейында балаларҙы сихри һәм илаһи сәнғәт төрөнә өйрәтә. Белем биреү эшмәкәрлеген һайлауын ул уҡытыусылар нәҫеленән булыуы менән аңлата. “Үҙең бейегәндә һин кешеләрҙең күңелен күтәрәһең, уларҙы сәнғәт донъяһына сорналдыраһың, – ти йәш уҡытыусы. – Ә быға башҡаларҙы өйрәткәндә, оҫталығың менән бүлешәһең. Бала күңеле һәр яңылыҡты тиҙ һеңдереүсән, шуға улар мотлаҡ һин эшләгәнде ҡабатлаясаҡ. Белемем менән бергә балаларға йән йылымды ла өләшкем килә”.
Лицейҙа эшләп килгән “Атайсал” бейеү ансамбле етәксеһе лә уңған ҡыҙ. Коллектив ҡала һәм республика бәйгеләрендә даими ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. “Байыҡ” республика балалар телевизион конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ була. Үҙенең тәүге етәксеһе Закир Үҙәнбаевтың исемен йөрөткән ансамблгә 2013 йылда “өлгөлө” исеме бирелә. Бында Зифаның да өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур. Киләсәктә ул уҡыусылар менән сит илдәргә сығырға, халыҡ-ара бәйгеләрҙә көс һынап ҡарарға теләй. “Балалар быға лайыҡ, – тип иҫәпләй тырыш уҡытыусы. – Лицей директоры Иштуған Рәйес улы Ноғомановҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ул беҙгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, беҙҙең уңыштарға, үҫешкә булышлыҡ итә”.
Һуңғы йылдарҙа республикала мәҙәниәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә башлауына ҡыуана йәш уҡытыусы: “Башҡортостанда даими үткәрелгән төрлө кимәлдәге мәҙәни сараларҙа, фестиваль-бәйгеләрҙә балалар үҙ-ара аралаша, яңы дуҫтар таба, тәжрибә уртаҡлаша, шулай уҡ башҡа милләттәрҙең мәҙәниәте менән таныша. Балаларҙың камил үҫешенә был ҙур йоғонто яһай”.
Әңгәмә һуңында бейеүсе, уҡытыусы һәм, ғөмүмән, һәләтле, уңған, мөләйем, һылыу Зифа Ҡарабулатова әсәһенә айырым рәхмәтен белдерҙе. “Нисек кенә ауыр булмаһын, ул яңғыҙы өс баланы аяҡҡа баҫтырҙы, – ти ауылдашым. – Ағайым Урал менән юғары белем алдыҡ, ҡустым Юлай медицина университетында дүртенсе курста уҡый, теш табибы һөнәрен үҙләштерә. Беҙ һәр ваҡыт әсәйҙең ярҙамын, таянысын, күңел йылыһын тоябыҙ”. Әле Зифа тормош иптәше Фидан менән Сибай ҡалаһында йәшәй. Бейеүҙә үҙенең асылын, көсөн тапҡан, артылыр үрҙәрен күргән башҡорт ҡыҙы һәр кемгә күберәк хәрәкәттә булырға һәм, әлбиттә, бейергә кәңәш итә. Уның фекеренсә, был кәйефте күтәреп кенә ҡалмай, ә кешене шәхес булараҡ формалаштырырға һәм үҫтерергә ярҙамлаша.