— Мәҙәниәт йылында “атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме генә бирерлек инде ул Мансурға. Былтыр ғына ла башҡа эштән тыш дүрт клуб, китапханала капиталь ремонт үткәрҙеләр, — ти район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Хөснуллина. — Шуныһы ҡыуаныслы: ул үҙ бурысын бик яҡшы белә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең дә фекеренә ҡолаҡ һала, әйткәндәр менән килешеп эшләй...
Ысынлап та, Мансур Әпсәләмов етәкләгән “Энергия” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте уҙған йыл ғына ла Түләбай, Ерекле, Яңы Николаевский, Яңы Хвалын ауылдары мәҙәниәт йорттарында реконструкция, ремонт үткәргән. Быйыл иһә Моҡас, Яңауыл ауылдарында эш ҡайнай. Әйткәндәй, Моҡаста клуб бәләкәй һәм бик иҫке була. Шуға ла яңынан төҙөргә тура килгән. Мәҙәниәттән тыш, мәғариф өлкәһенә ҡараған төҙөлөштәр ҙә ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, Түләбайҙа мәктәп йүнәтелгән, Яңы Хвалында ла эш бара.
Яңауыл клубына юлыбыҙ төштө. Иҫең китер, эстән барлыҡ стеналар ҙа үҙгәртелеп, яңынан күтәрелә, айырым ҡаҙанлыҡ сафҡа индереләсәк, тәҙрәләр ҙурайтыла, яңы ишек уйыла. Башҡа һыймаҫлыҡ — киләсәктә иҫке бинанан заманса өр-яңы социаль-мәҙәни усаҡ буласаҡ. Әлегә ышаныуы ла ҡыйын һымаҡ, ләкин бина эсендә эш ҡоралдарының һәр дырылдауы, туҡылдауы был минуттарҙы яҡынайта. Егеттәр ҙә ҡәнәғәт. “Эше булһа, ашы ла була бит ул”, — тиҙәр.
“Энергия” йәмғиәте башлыса электр селтәре төҙөлөштәре менән шөғөлләнер өсөн 2005 йылда ойошторолған. Бынан өс йыл элек дөйөм төҙөлөш эштәренә лә тотонғандар. Мансур Әпсәләмов тыумышы менән — Мәҡсүт ауылынан. Кем әйтмешләй, үҙ кеше — район проблемалары яҡын, хәл итәһе мәсьәләләрҙе аныҡ күҙаллай. Иң мөһиме — халыҡҡа эш урындары булдырылған. Бөгөн 45 кеше даими тир түкһә, кәрәк саҡта өҫтәмә көс йәлеп итәләр.
Мансур бәләкәйҙән электр приборҙары менән мауыҡҡан: тәүҙә ватҡан, нисек төҙөлгәнен, сымдарҙың ҡайһылай ялғанғанын ҡараған, һуңынан инде үҙенсә ҡорған. Ошо мауығыуы яйлап егеттең яратҡан шөғөлөнә әйләнгән. Һуңынан Ырымбур совхоз-техникумында электрик һөнәре алған. 2004 йылда иһә ауыл хужалығы институтының “Идара итеү һәм иҡтисад” факультетын тамамлаған.
— Беҙҙең халыҡ тырыш бит ул, — ти генераль директор. — Кешегә бер йылы һүҙ етә, эшләгәнен күрә генә бел. Ошолар дөйөм һөҙөмтәлә лә сағыла.
Был яңғырауыҡлы һүҙҙәр түгел. Әпсәләмовтың йәшәү, эшләү, етәкселек итеү ҡанундарының береһенә әйләнгән улар. Уңыш нигеҙенең ныҡлығы ла шуға бәйле.