Халыҡ шағирҙарынан күстәнәс21.03.2014
Халыҡ шағирҙарынан күстәнәс Рауил БИКБАЕВ

Шағирә

Йым-йым килгән
яңы йондоҙ кеүек
Күңел күгебеҙгә
йәм бирә
Яңы замандарҙа
телебеҙгә
Йырлап ингән
бер һүҙ —
Шағирә.

Һылыуҙарҙың меңәр йылдар буйы
Быуылып килгән моңо, хыялы
Шағирәнең күңеленә тулышып,
Аҡ донъяға сыҡты юл ярып.

Шағирәләр...
Шатлыҡ тирер саҡта
Һағыштарҙы күпме күрҙегеҙ.
Һуғыштағы һалдат ҡыҙҙар кеүек,
Ирҙәр менән утҡа керҙегеҙ.

Ут эсендә һәр һалдатҡа ҡыйын,
Икеләтә ҡыйын — ҡыҙҙарға.
Шағирәләр...
Бала һөйөр наҙҙы
Бирәһегеҙ бүлеп йырҙарға.
Кешеләргә әйтер һүҙҙе эҙләп,
Йоҡо күрмәй күпме төн үтә.
Бер ҡулығыҙ бишек бәүеткәндә,
Икенсеһе Ерҙе бәүетә.


Халыҡ шағирҙарынан күстәнәсМарат КӘРИМОВ

Алдарыма ҡағыҙ һалдым әле...

Алдарыма
ҡағыҙ һалдым әле
Мин — бер ябай
ҡәләм эйәһе.
Төрлө ваҡыт
төрлө йырҙар яҙҙым,
Ә был йәштә
нимә тиәһе?

Һөйөү... Нәфрәт...
Ул үтелгән инде,
Хаҡлыҡ... Ялған...
Ул да туйҙырған.
Мин түгелме ошо хаҡта яҙып,
Әллә күпме ҡәләм туҙҙырған?

Йәшәү... Үлем... Был да яңы түгел,
Күп ҡулланып, һүҙҙәр уңалған.
Сеү! Күңелдә ниндәй гөл шытмаҡсы?
Ниндәй хистәр унда уянған?
Ҡайҙан килгән был гөл? Йәшлектәндер,
Йәшнәп-күкрәп йөрөгән саҡтандыр.
Гөлдәр күптән сәскәләрен ҡойҙо,
Ә быныһы тәрән ятҡандыр.

Гөл — ул һөйөү. Һөйөү күҙе менән
Шағир ҡабат аса донъяны.
Ошо донъя тураһында уның
Ҡарашы ла яңы, өр-яңы.

Тапалған һәм иҫке темалар ҙа
Яңырасаҡ шағир һүҙендә.
Ҡағыҙ әҙер. Ҡайҙа минең ҡәләм?
Йыр тыуғанын тоям үҙемдә!

Һуңлаған гөл! Һинең алдарыңда
Сал башымды килә эйәһе.
Һин бар саҡта йәнә мин шағирмын,
Һин юҡ саҡта — ҡәләм эйәһе...


Халыҡ шағирҙарынан күстәнәсТимер ЙОСОПОВ

* * *
Даръяларын
йырып сыҡҡас,
Уттарға
ҡалҡын икән.
Таянырлыҡ,
Айбанырлыҡ
Ул минең
халҡым икән.
Илгә ҡайтам.
Айым тора —
Алыҫ затым
күрер шәм.
Яуҙар кискән
башҡорт менән
Аттан төшөп күрешәм.
Замандарҙың утлы еле
Тейгән шул тейәренә.
Толпар ярһыу,
Ил ағаһы
Атыла эйәренә.
Ерем көйгән
Быуаттарҙың
Гел утлы тындарынан.
Таңдар һымаҡ һыҙыламын
Халҡымдың моңдарынан.


Халыҡ шағирҙарынан күстәнәсАбдулхаҡ ИГЕБАЕВ

Моңдарым

Ризыҡтар ҡайҙа
йөрөтөр мине,
Ҡайҙа алып
барыр юлдарым?..
Ләкин беләм,
ғәзиз Уралымда
Тамыр йәйгән
йөрәк моңдарым!..

Уның тамырҙары
бик тәрәндә,
Тауҙар күкрәгенә тоташҡан!
Һут ала ул тыуған тупрағымдан,
Ут ала ул ҡайнар ҡояштан!

Ваҡыт толпарында елеп-сабып,
Уҙып китһәләр ҙә йылдарым,
Килер заманда ла күкрәр өсөн
Уралымда ҡалыр моңдарым!


Халыҡ шағирҙарынан күстәнәсҠәҙим АРАЛБАЙ

Яралы моң

Нисәмә көн инде
һулҡый-һулҡый
Йәнем һыҙлай,
рухым ауырта,
Үҙәгемде өҙөп,
бер моң тыуа,
Зиһенемде шул моң
алйыта.
Саҡыра моң
бергә осорға тип,
Күҙ күреме
етмәҫ ерҙәргә.
Был саҡырыу әллә һынау микән
Мөхәббәткә тоғро ирҙәргә?..
Сыңлауҙары йәнде әсир итә.
Ул моң рухташ, серҙәш күңелгә;
Уны юғалтыу ҙа,
Булмаҫ,
булмаҫ, ахыры, еңелдән.
Ҡаҡҡанғамы тормош дауылдары,
Ул сыңрау моң бөгөн яралы,
Тапҡанғамы оҙон юлдар үтеп,
Ихтыярым китмәк таралып.
Яралы моң!
Керһеҙ мөхәббәтем
Булалмаймы дауа йәнеңә?
Аҡ ҡылғандар наҙын,
Дала таңын
Минән алһаң, бәғрем, йә нимә?..
Нисәмә көн инде һулҡый-һулҡый
Йәнем әрней, рухым ауырта,
Йөрәгемде ярып, бер моң тыуа,
Бар донъямды шул моң алйыта...


Вернуться назад