Еребеҙгә сит ҡәүем баҫҡынсылары килеп, ҡыҙҙарҙы ҡоллоҡҡа ҡыуып китергә теләгәс, бер туған ете ҡыҙ урман-тау араһына ҡаса һәм, арттарынан төшкән атлыларҙың ҡулына эләкмәҫ өсөн етәкләшеп, юлда тап булған йылғаға инеп юғала. Ошо тетрәндергес хәлде халыҡ “Ете ҡыҙ” йырына һала. Һуңғараҡ ул тарихи бейеү булып сәхнәләргә күтәрелә, шиғыр, әкиәттәр рәүешендә китап итеп яҙыла.
Ете ҡыҙҙың саялығына, ҡыйыулығына, үҙ халҡына һәм еренә тоғролоғона дан йырлаған был легенда бөгөн дә йәштәр тарафынан ҙур теләк менән өйрәнелә.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙына ғына хас сифаттарҙы заман һылыуҙарына өйрәтеү маҡсатында Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә “Ете ҡыҙ” матурлыҡ студияһы эшләп килә. Уның етәксеһе, күренекле сәсәниә Асия Ғәйнуллина әйтеүенсә, студияның төп эше — бөгөнгө башҡорт ҡыҙҙарына халҡыбыҙҙың йолалары нигеҙендә тәрбиә биреү, милләтебеҙҙең тарихын, мәҙәниәтен өйрәтеү, матурлыҡ серҙәрен асыу. Ҡумыҙ сиртергә, бейергә, йырларға, мөнәжәт-нәсихәт әйтергә, ҡул эшенә, аш-һыу әҙерләргә өйрәнә ҡыҙҙар бында.
Башҡорт ҡыҙы, элек-электән һылыулығы менән дан тотһа ла, үҙенең баҙнатһыҙлығы арҡаһында күп осраҡта юғалып ҡала. Шунлыҡтан матурлыҡ бәйгеләрендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йышыраҡ әрһеҙерәктәр алға үтеүсән. Байтаҡ конкурстар ойошторған Асия Солтан ҡыҙына был күренештәр ят түгел. Тап шунлыҡтан Сибайҙа “Ете ҡыҙ” матурлыҡ студияһы асыу зарурлығы тыуған да инде.
Студияға йөрөгән ҡыҙҙар араһында студенттар ҙа, мәктәп уҡыусылары ла бар. Бөгөн бында ундан ашыу һылыуҡай шөғөлләнә. Мәҫәлән, Эльвира Ялалова менән Эльвира Ғүмәрова “Һылыуҡай” республика конкурсында ҡатнашҡан. Тимәк, ҡыҙҙарҙың көн һайын тиерлек студияла шөғөлләнеүе юҡҡа түгел. Һылыуҡайҙар әле үҙҙәренә бирнә әҙерләргә өйрәнә. Ләйсән Саматова әйтеүенсә, ҡыҙҙарға бында оҡшай, бигерәк тә ҡул эштәрен белергә ынтылыу буласаҡ хужабикәләр өсөн бик файҙалы. Әле үҙҙәренә селтәр, ҡашмау, һаҡал эшләгәндәр.
Әлиә Әминева студияға VIII кластан алып йөрөй. Йәш сәсәндәрҙең “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсында еңеүсе исемен яулаған ҡыҙ Асия Ғәйнуллинаға халыҡ ижады өлгөләренә һөйөү тәрбиәләй алғаны өсөн ҙур рәхмәтле. Диләрә Үтәғолова, Гөлшат Юнысова, Шәүрә Хәсәнова, Юлиә Өмөтҡужина, Илсиә Ишҡыуатовалар ҙа ҙур теләк менән ашҡынып килә.
Тынғыһыҙ ойоштороусы Асия Ғәйнуллина етәкселегендәге “Ете ҡыҙ” матурлыҡ студияһын ҡыҙҙарҙа үҙ-үҙеңә ышаныс тәрбиәләү мәктәбе тип атарға мөмкин, сөнки улар тышҡы ҡиәфәткә генә түгел, ә күңел матурлығына өҫтөнлөк бирә. Итәғәтле мөғәмәлә итеү, зауыҡлы кейенеү, халҡыбыҙҙың күркәм йолаларын өйрәнеү, Ҡөрьән сүрәләрен ятлау, милләтебеҙҙең тарихын барлау кеүек дәрестәрҙән тыш, киләсәктә яҡшы әсә булыуҙарына ла ҙур иғтибар бирелә. Бишек йырҙарын, баланы әүрәтеү, иркәләү, наҙлау алымдарын да өйрәнә бында һылыуҡайҙарыбыҙ.
Матурлыҡ нескәлектәрен, нәзәкәтлелек һәм һомғоллоҡ серҙәрен асыусы “Ете ҡыҙ” матурлыҡ студияһы һылыуҡайҙары киләсәктә республика, ил, донъя күләмендә лә оло еңеүҙәр яулар әле тигән ышаныста ҡалайыҡ. Һәр хәлдә бында шөғөлләнгәндәр араһында еңелеүсе булмаясаҡ.