Республикала Мәҙәниәт йылы уңайынан иғлан ителгән “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафонын Асҡын районында март башында ҡабул иттеләр. Сара юғары кимәлдә үтте.
Тантанаға килгән халыҡты район хакимиәте башлығы Фларит Усманов тәбрикләне. Ул урындағы мәҙәни тормошҡа байҡау яһап, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының, ижади коллективтарҙың төрлө кимәлдәге конкурс, фестивалдәрҙә даими ҡатнашыуын, лайыҡлы баһаланыуын билдәләне.
— Тағы ла юғарыраҡ сифатҡа ынтылырға тейешбеҙ, — тине Фларит Фоат улы. — Йәш быуын күңеленә илһөйәрлек рухын һалыу, тормошто матурыраҡ итеү йәһәтенән йөкмәтелгән бурыстарҙы лайыҡлы атҡарыу зарур.
Асҡындарҙы Тәтешле районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев тә йылы сәләмләне.
— Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булып, башҡарылған эштәргә һоҡланып йөрөнөм. Ырыу-нәҫел тамырҙарығыҙҙы барлап, ҙур оҫталыҡ һәм зауыҡ менән төҙөгән шәжәрәләрегеҙ, тарихҡа хөрмәтегеҙ, рухи ҡомартҡыларҙы, йолаларҙы һаҡлауығыҙ маҡтауға лайыҡ. Афарин, асҡындар! Беҙгә иһә был тәңгәлдә башҡараһы эш күп әле. Әлеге күркәм сарала дуҫлыҡ, туғанлыҡ ептәрен тағы ла нығытабыҙ, яңыртабыҙ. Ошондай осрашыуҙар матур йолаға әүерелһен ине. Эстафетаны лайыҡлы дауам итерегеҙгә ышанабыҙ! — тип, Рушан Гәрәев Фларит Усмановҡа “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафонының символик штандартын тапшырҙы.
Тантанаға Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе Байрас Ишбирҙин да килгәйне.
— Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһен үҫтереү өсөн быйыл республика ҡаҙнаһынан 160 миллион һум бүленде. Был аҡсаға тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәрергә, яңы объекттар, торлаҡ төҙөргә, клубтарға ремонт үткәрергә һәм башҡа маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға тейешбеҙ, — тине ул. — Мәҙәни марафонға килгәндә, уға һәр ҡалала һәм районда ныҡлы әҙерләнеп, сараны түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Өлгөлө коллективтарҙан башлап һәүәҫкәрҙәргә тиклем һәр кем оҫталығын күрһәтеп ҡалырға ынтыла. Хакимиәттәрҙең, мәҙәниәт бүлектәренең яҡшы эшен, ойоштороу оҫталығын айырып билдәләргә кәрәк.
Тәтешле районы делегацияһы асҡындарҙы сағыу сығыштары менән дә ҡыуандырҙы.
Артабан сәхнә түренә береһенән-береһе һәләтле яҡташтарыбыҙ сыҡты. Олоһо-кесеһе, ҡарты-йәше — барыһы ла булды. Концерт юғары кимәлдә әҙерләнгән сығыштарға шул тиклем бай ине: барыһы ла алҡыштарға күмелде, шунлыҡтан араларынан ҡайһыһындыр айырып билдәләү мөмкин түгел.
Ғөмүмән, районда Мәҙәниәт йылын асыу тантанаһы ысын-ысындан таланттар балҡышы тамашаһына әйләнде. Концерт программаһы халыҡтар дуҫлығын, сәнғәтебеҙ берҙәмлеген тулы яҡтыртыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте: тамашасылар дәртле, шаян халыҡ бейеүҙәрен ҡарап кинәнде, башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә яңғыраған аһәңле моң тулҡындарында йөҙҙө. Сығыштарҙағы үҙенсәлекле дәрт, сәм, саялыҡ, милли кейемдәрҙең сағыулығы һәр кемдә һоҡланыу тыуҙырғандыр. Өлкәндәр бай тәжрибәһе, рухлылығы менән алдырһа, йәштәрҙең дарманына, ихласлығына хайран ҡалдыҡ.
Моңло, нурлы төбәк ул Асҡын! Ошондай тамашалар иһә күңелдәрҙе байыта, донъяға һөйөүҙе арттыра. Мәҙәниәт йылында был ҡиммәттәрҙең тағы ла сағыуыраҡ балҡырына ышаныс ҙур.