Владимир Васильев: “Нуриев башҡортлоғо менән ғорурланды”19.03.2014
Владимир Васильев: “Нуриев башҡортлоғо менән ғорурланды”
Легендар балетмейстер, СССР-ҙың халыҡ артисы Владимир Васильев Өфөлә уҙғарылған шәфҡәтлелек концертында сығыш яһаны. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестры менән “Мәрхәмәт” хәйриә фонды берлектә ойошторған был тамашаға балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр, музыка мәктәбе уҡыусылары, мөмкинлеге сикләнгән кешеләр саҡырылғайны.

Балет йондоҙо был юлы тамашасыларҙы ялҡынлы бейеүе менән түгел, ә Пушкиндың шиғри әкиәттәрен оркестр оҙатыуында уҡып ҡыуандырҙы. Владимир Васильев талантлы педагог булараҡ та билдәле. Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡыусылары менән осрашыу иҫтәлекле булды.
— Беҙ Рудольф менән бик яҡшы таныш булдыҡ, — тине ул, һабаҡташын иҫкә алып. — Кемдер уны башҡорт, икенселәре татар милләтенән тип иҫәпләй ине. Ә Рудольф үҙе башҡортлоғо менән ғорурланды. Уны икенсе милләттән тип атаһалар, шул тиклем үпкәләй торғайны.
Урыҫ балеты йондоҙон Башҡортостан халҡының ҡунаҡсыллығы шатландырған. Ул киләсәктә лә республикабыҙ менән сәнғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә әҙерлеген белдерҙе.


Вернуться назад