Ҡала зыялыларының тамырҙары ауылда икәнлеген, йәғни мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт, фән әһелдәренең нигеҙҙәре — төрлө төбәктәрҙәге эреле-ваҡлы ауылдарҙа тип һанарға урын бар. Шулай ҙа бөтә һәләтле шәхестәр ҙә ҡалаға юллана тип уйлау ҙа дөрөҫлөккә тап килмәй. Әйтәйек, музыкант Сәйетовтар, рәссам Ильясовтар, шахматсы Солтановтар нәҫелдәре менән, шулай уҡ ҡурайсы Дәүләткирәй Нәҙерғолов, музыкант-композитор Дамир Солтанов, йырсылар Фатима Айытҡолова, Фәрит Амантаевтар ауылда ҡалды. Бөгөн ауыл ерендә киң билдәлелек яулаған йырсы аҙашым Фәрит Амантаев менән гәзит уҡыусыларҙы яҡынданыраҡ таныштырмаҡсымын.
1965 йылда ауыл мәктәбен тамамлаған егет әрмегә саҡырыла. Мәскәү янында өс йыллыҡ хәрби хеҙмәте осоронда сафта йырлап йөрөй торғас, концерттарҙа сығыш яһай башлай, бигерәк тә "Россия — Родина моя" йыры дәртләндереп ебәрә үҙен. Ә бит йырға оҫталығын мәктәп йылдарында һиҙҙермәй ҙә, тик әрмелә саҡта ғына төрлө милләттән булған хеҙмәттәштәрен моңло тауышы менән хайран ҡалдыра ул. Әйткәндәй, әсәһе Сәлимә Айса ҡыҙы шул дәүерҙәге бөтә концерттарҙа ла оҙон көй менән сығыш яһаған йырсы ине. Уның менән мәҙәниәт йортонда ла, мәктәптә лә байтаҡ бергә эшләнем. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, концерттарҙа моңло тауышы менән ауылдаштарын ҡыуандырыуҙы дауам итеүен хәтерләйем. Баҡтиһәң, Фәрит тә, әсәһенең нисек йырлауын ихлас тыңлап, күңеленә һеңдерә йөрөгән икән...
Тыуғанда һәр кешегә лә бер иш талант бирелеүен, тик уны асыу бәхетенә һирәктәр генә өлгәшеүен дә инҡар итмәйҙәр. Бәлки, шулайҙыр ҙа, сөнки Сәлимә менән Фәхри Амантаевтар ғаиләһендә ете малай тәрбиәләнә, ә араларынан минең аҙаш ҡына йырсы булып таныла. Был һәләте әрменән ҡайтҡас, Высоцкий йырҙарын, кинофильмдарҙа, әйтәйек, "Вертикаль"дә яңғыраған йырҙарҙы отоп алып гитарала йырлауында нығына һәм өмөт уята...
Фәрит Амантаев Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында агроном һөнәрен үҙләштергәс, 1972—1996 йылдарҙа ауылдағы һөнәрселек училищеһында производствоға өйрәтеү мастеры булып эшләй. Сирек быуат дауамында йәш быуынды эшсе һөнәренә ылыҡтырыуы ул ваҡыттағы республикабыҙҙың иң ҙур наградаһы — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы һәм "РСФСР-ҙың һөнәри белем биреү алдынғыһы" билдәһе менән баһалана.
Сәнғәткә ынтылыш 1996 йылда уны Юлдыбай мәҙәниәт йортона алып килә. Ошонда директор һәм хормейстер булып эшләү дәүерендә икенсе һулышы асыла ла инде, йәғни ихласлап йыр донъяһына сума. Үҙе лә йырлай, мәҙәниәт йортонда тупланған коллектив та район, төбәк, республика кимәлендә үткән бөтә мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. "Һаумы, ХХI быуат!", "Еңеү салюты" кеүек республика фестивалдәрендә, Юлдыбай ауылының 800 йыллыҡ юбилейында ла, ошо уңайҙан баш ҡалала Конгресс-холдағы ҙур байрамда ла, ижади конкурстарҙа, һабантуйҙарҙа ла сара үҙәгендә була улар.
Тыныс холоҡло, олпат кәүҙәле, көр тауышлы талант эйәһе Фәрит Амантаев тамашасылар алдына сығып баҫыу менән алҡыштарға күмелә. Уның яратып башҡарған йырҙары — халҡыбыҙ күңеленән сыҡҡан "Һандуғас", "Уралым", "Азамат", "Йәмәлекәй", "Сыңрау торна" һәм башҡа оҙон көйҙәр.
Фәрит оҙаҡ йылдар аталы-уллы баянсы Сәйетовтар менән сығыш яһай. Ауылда эшләп килгән халыҡ театрында ла ул "Салауат", "Тере тупраҡ", "Шайморатов генерал", "Аты барҙың — дәрте бар", "Айғырыңды үтескә бир", "Банкрот" спектаклдәрендә башҡарған сағыу ролдәре менән үҙен оҫта актер итеп тә танытты.
Һәүәҫкәр сәхнә оҫтаһы Фәрит Фәхри улы мәҙәниәт йортонда тағы 1998 йылда "Азамат" ир-егеттәр вокаль ансамбле ойоштороп ебәрә. Был ансамбль Күмертау, Белорет ҡалаларында фестивалдәрҙә, Балаҡатай районында төбәк-ара йыр һәм таҡмаҡ байрамында лауреат исемен яулаһа, 2005 йылда "Халыҡ ансамбле" исеменә лайыҡ була, ә 2012 йылда Йылайырҙа үткән байрамда Гран-приға эйә була.
Йырға маһир аҙашымдың шәхси тормошона килгәндә, ул хәләл ефете Таңһылыу менән 1975 йылда донъя ҡороп, маҡтауға лайыҡ тормош юлы үтә. Өлгөлө донъя көткән Амантаевтар тәртипле, итәғәтле һәм эшһөйәр ике ул менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Өлкәндәре Илдар Себерҙә тир түкһә, ҡыҙҙары Гөлдәр, Сибай медицина училищеһын һәм Башҡортостан дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетын тамамлап, Аҡъярҙа эшләп йөрөй. Ә БДУ-ның тарих факультетын һәм аспирантураһын тамамлап, тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһенә өлгәшкән кинйәләре Ирек Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала һирәк осрай торған яҙмалар бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Йыр буйынса махсус белемгә эйә булмаһа ла, профессиональ йырсыларҙан бер ҙә ҡалышмаған илаһи моң ҡөҙрәтенә һәм вокаль һәләткә эйә Фәрит Фәхри улының мәҙәниәт йорто, халыҡ театры, халыҡ вокаль ансамбле менән берлектә яулаған ҡаҙаныштарынан башҡа, шәхси уңыштары ла етерлек. Әйтәйек, Сөләймән Абдуллин призына Иҫәнғолда үткән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында Гран-при яулай, Туймазыла төбәк-ара "Оҙон көй" бәйгеһендә дипломант була, Башҡортостан Премьер-министрының Рәхмәт хатына, 2012—2013 йылдарҙа республиканың Халыҡты социаль яҡлау һәм хеҙмәт министрлығы үткәргән конкурста "Халыҡ йыры" номинацияһында беренсе дәрәжәле дипломға һәм башҡа бик күп грамоталарға, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ була.
Бөгөн хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны Фәрит Амантаев мәҙәниәт йортонан китһә лә, яҡташтарына моңло тауышын ишеттереп тора. Әйҙә, аҙаш, оҙон көйҙәреңде, яңы йырҙарыңды йырла ла йырла, һәр сығышыңды халыҡ алҡыштарға күмһен!