Шағир рухы мәңге күңелдә19.03.2014
Дүртөйлөлә Назар Нәжмиҙең тыуыуына 96 йыл тулыуға бағышланған сара булды.

Эйе, ул яратҡан миҙгелдәр байтаҡ инде унһыҙ килә. Ул һөйгән Үр башы, февраль бурандарына уранып, тағы ла яҙҙарҙы көтә. Тәбиғәт үҙ сәғәтен белеп кенә һуғып тора. Тик Үр соҡоро ярҙары йәшәргән, тау итәгендә талдар ҡартайған һайын шағир һүҙҙәре хәтергә төшә.
Ана шул моңһоу көндә Назар Нәжмиҙең ижадын һөйөүселәр уның тыуған төйәгенә йыйылды. Баш ҡаланан да байтаҡ әҙип һәм йырсы килде.
Бына арҙаҡлы шәхес яратҡан Үр башы, шағир ҡәбере, Назар рухы, моң бишеге. Был көндөң аңлатып та булмаған бер үҙенсәлеге бар — шағирҙы иҫән сағында бер ҙә күрмәгән балалар уның шиғырҙарын һөйләне. Бына бәхет: улар күңеленә лә күскән бит был сихри моң!
Шағир рухын ҙурлау көнөндә Миңештелә тағы ла бер ҙур ваҡиғаның шаһиты булдыҡ. Назар Нәжмиҙең тормошо һәм ижады тураһында ҙур хеҙмәт донъя күргән икән.



Вернуться назад