Шағир һүҙе – шағир намыҫы18.03.2014
Шағир һүҙе – шағир намыҫы
Мәктәптәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаевтың шиғриәтен өйрәнеү һуңғы осорҙа әүҙемләште. Быға сәбәптәрҙең береһе танылған һүҙ оҫтаһының, шиғриәт уҙаманының 75 йәшлек юбилейы булһа, икенсеһе — башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы ойошторған “Шағир һүҙе – шағир намыҫы” исемле республика конкурсы. Ғөмүмән, институтта бындай ижади эш байтаҡтан уҡ үткәрелеп килә. Мәҫәлән, быға тиклем уҡытыусылар араһында Баязит Бикбай, Рәшит Ниғмәти, Зәйнәб Биишева ижадына арналған дәрес һәм кластан тыш саралар өлгөләрен әҙерләү ярышы үткәрелде. Ғәҙәттә, конкурсҡа йомғаҡ яһалғас, кафедра уҡытыусылары бәйгегә ебәрелгән эштәрҙе баһалай, еңеүселәр билдәләнә. Һуңынан методик эштәр, айырым китап булараҡ, Мәғарифты үҫтереү институтының редакцияһында донъя күрә.

Әйтеп үтеүебеҙсә, әлеге уҡыу йылындағы конкурс айырыуса йәнлелек тыуҙырҙы, сөнки халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың күп кенә поэмалары, публицистик шиғырҙары мәктәп программаһына индерелгән. Шағир ижады замандаштарыбыҙҙа ғына түгел, уҡыусы балалар араһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, илһөйәрлек, телебеҙҙе һаҡлау һәм хөрмәт итеү, тәбиғәтте ҡурсалау мәсьәләләрендә ысын әсбап булып тора. Шуғалыр республика филология олимпиадаларындағы тасуири уҡыу ярыштарында мәктәп уҡыусылары йышыраҡ Рауил Бикбаев шиғриәтенә мөрәжәғәт итә.
Институттың башҡорт һәм башҡа туған телдәр, әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, доцент Зәкиә Ғәбитова былай тип һөйләй: "Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларындағы башҡорт һәм урыҫ телле мәктәптәрҙә эшләгән уҡытыусыларҙың хеҙмәттәре иғтибарға лайыҡ. Һәр уҡытыусы Рауил Бикбаевтың ижадын, тормош юлын үҙенсәлекле итеп асҡан. Дәрестәр традицион методика, федераль дәүләт белем биреү стандарттары нигеҙендә төҙөлгән. Тәҡдим ителгән дәрес өлгөләре, класс сәғәттәре, төрлө кисәләр, уҡыу конференциялары бик ентекле, бөгөнгө талаптарҙы иҫәпкә алып, уҡыусыны уйландырырлыҡ, үҙ фекерен әйтеп бирерлек, әңгәмә ҡорорлоҡ, үҙаллы эшләү мөмкинлектәре булдырырлыҡ алымдар ҡулланып, ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итә алырлыҡ эш төрҙәре һәм һорауҙар менән байытылған.
Ысынлап та, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев ижадына арналған "Шағир һүҙе – шағир намыҫы" исемле методик эшкәртмәләр йыйынтығы — республикабыҙҙың ижади эшләүсе алдынғы уҡытыусыларының эш һөҙөмтәһе. Бөгөнгө дәрестәргә һәм кластан тыш эштәргә, заман ҡуйған талаптарға яуап бирә, шуға ла ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ, филология факультеты студенттары өсөн дә файҙалы әсбап буласаҡ. Ҙур күләмле был йыйынтыҡҡа ике йөҙгә яҡын уҡытыусының дәрес һәм кластан тыш үткәрелгән саралар буйынса методик өлгөләре индерелгән. Уларҙы республикабыҙҙың туған тел уҡытыусылары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән үҙ дәрестәрендә ҡулланасағы шик тыуҙырмай.
Йыйынтыҡ менән яҡындан танышып сыҡҡас, уҡытыусыларыбыҙҙың дәрескә ифрат яуаплы ҡарауы һоҡландырҙы. Шулай булмай мөмкин дә түгел, сөнки яңы федераль стандарттар, илебеҙҙең мәғариф тураһындағы закондары дәрескә өр-яңы талаптар ҡуя. Беренсе сиратта улар уҡыусы баланың белемде үҙаллы үҙләштереүен (элеккесә "сәйнәп ҡаптырыу" түгел), бының өсөн эҙләнә, күп һанлы электрон ресурстарҙан, өҫтәмә уҡыу материалдарынан, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте туплай, анализлай, кәрәк икән, хатта тәнҡит күҙлегенән баһалай алыуын маҡсат итеп ҡуя. Ғалимдар раҫлауынса, бөгөнгө балалар бөтөнләй икенсе төрлө фекер йөрөтә, аң-зиһен динамикаһы етеҙ, донъяны башҡаса ҡабул итә, өлкән быуынға хас булмағанса, прагматиклаша бара. Әле уҡый-яҙа белмәгән баланың компьютерҙа һин дә мин эш итеүе ошо хаҡта һөйләй. «Заман башҡа – заң башҡа» тигәне ошо инде. Әйткәндәрҙе иҫәпкә алһаң, бөгөнгө дәрес тә, уға әҙерләнеү һәм үткәреү ҙә заманса булырға тейеш. Әлеге эшкәртмәләрҙән айырыуса Салауат ҡалаһындағы 1-се гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфинур Рәхмәтуллинаның VI класта Рауил Бикбаевтың «Уралыма» шиғыры буйынса үткәргән дәресе минең күңелгә ятты. Нимәһе менән алдыра уҡытыусы? Әлфинур Риф ҡыҙы дәрес планын ике яҡ өсөн төҙөй: бер өлөшө — уҡытыусының дәрестәге әүҙем педагогик эшмәкәрлеген, икенсеһе уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген сағылдыра. Үҙ сиратында уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге төрлө ысул, алымдар, формаларҙан һәм хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһенән ғибәрәт. Күренеүенсә, дәрес педагог менән белем алыусының үҙ-ара хеҙмәттәшлегенә ҡайтып ҡала. Был – яңы стандарттар талабы. Бындай дәрестә уҡытыусы белем бирмәй, ә балаларҙы уны үҙаллы алырға өйрәтә, сөнки фәҡәт үҙең тапҡан белем хәтерҙә оҙаҡ һаҡлана, эҙләнеү ҡыуанысҡа әйләнә. Әлфинур Рәхмәтуллинаның дәрес планында балаларҙың уҡыу эшмәкәрлеге ифрат күп төрлө, унда проблемалы һорауҙарға яуаптар, логик универсаль эшмәкәрлек, йәғни балаларҙы тәғәйен төшөнсәгә килтереү, эҙемтә сығарыу, үҙеңде баһалау һ.б. эш төрҙәре ҡаралған. Шул рәүешле дәрестә бала туҡтауһыҙ эҙләнә, таба, хәтерендә ҡалдыра. Бындай типтағы дәрестәр белем алыусыға киң мәғлүмәт бирә, ысынбарлыҡты, донъя картинаһын ҡабул итергә өйрәтә, аң-зиһенен үҫтерә, күңелен тәрбиәләй.
Фәнзил САНЪЯРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.


Вернуться назад