Аҡмулла... Был исем милләттәштәребеҙгә “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғыры менән яҡшы таныш. Ул Салауаттан һуң беренсе булып үҙ халҡына: “Башҡорттарым”, — тип ихлас күңелдән өндәште, мәғрифәткә, ғилемгә саҡырҙы. Әлеге ваҡытта ла уның ижады хаҡында һорау бирһәң, уҡыусылар иң беренсе тап ошо шиғырын иҫтәренә төшөрә.
2007 йылдың 19 ғинуарында Башҡортостанда йыл һайын башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән мәшһүр шағир-гуманист, сәсән, мөғәллим-мәғрифәтсе һәм фәлсәфәсе Мифтахетдин Аҡмулланың халыҡ-ара көндәрен үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйылды.
Ошо Указды ғәмәлгә ашырып, тәбиғәттең хозур мәлендә — декабрь айында — Башҡортостан халҡы Аҡмулланы иҫкә алды. Уға арнап “Аҡмулла уҡыуҙары”, “түңәрәк өҫтәл”дәр, фәнни-ғәмәли конференциялар, фольклор байрамдары үтте. Был сараларға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән ҡунаҡтар йыйылды. Байрам ғәҙәттә баш ҡалабыҙ Өфөлә башлана һәм бөйөк шағирыбыҙҙың тыуған төйәгендә — Миәкә районының Туҡһанбай ауылында — тамамлана.
Беҙҙең башҡорт гимназия-интернаты ла был сараларҙан ситтә ҡалмай. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең тыуыуына 180 йыл тулыу айҡанлы Аҡмулла уҡыуҙары үтте, һәм ул “Мәғрифәтсе, яҡтылыҡ йырсыһы” тип аталған әҙәби кисә менән тамамланды. Был сара башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы Г. Ғилфанова етәкселегендә IX “Б” класс уҡыусылары, гимназия һәм милли китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәрелде.
Кисә барышында уҡыусылар шағир-мәғрифәтсенең биографияһына, ижадына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе, “Нәсихәттәр”енә анализ яһаны. Аҡмулланың донъяға ҡарашында әхлаҡ мәсьәләһе, эстетик, этик тәрбиә проблемалары ҙур урын алып тора. Шуға ла уның вәғәз һәм өгөт итеп яҙылған “Нәсихәттәр”, “Аҡыл”, “Инсафлыҡ” шиғырҙарында ла тәрбиә мәсьәләһе — иғтибар үҙәгендә. “Нәсихәттәр” шиғырын уҡығас уҡыусылар кешегә хас ете сифаттың (иман, күңел, аҡыл, шөкөр, әҙәп, сабыр, ихлас) мәғәнә үҙенсәлеген тормоштан алынған миҫалдар, мәҡәл һәм әйтемдәр ярҙамында аңлатты. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Егетлек хасиәте — мәғрифәттә”, “Аҡыл”, “Бәхет”, “Урыным — зиндан” шиғырҙарын Әлиә Солтанова, Ратмир Хәбибуллин, Линара Ғилмуллина тасуири һөйләп ишеттерҙе. Саралар заманса технологияларға таянып әҙерләнһә, зауыҡлыраҡ, йөкмәткелерәк, иҫтә ҡалырлыҡ була. Слайдтар, фильмдан өҙөктәр, музыка ла сараны йәмләне.
Аҡмулланың 150, 175 йыллыҡ юбилейҙарына арнап Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә шағирҙың тормошона, ижадына арналған байтаҡ ҡына китаптары донъя күрҙе, шиғырҙары нәшер ителде. Республикабыҙҙың ваҡытлы матбуғат биттәрендә бихисап мәҡәлә баҫтырылды. Ошо баҫмалар ярҙамында гимназия китапханаһының китап күргәҙмәһе ойошторорға мөмкинлеге бар, уҡыусыларҙы бай мәғлүмәт менән тәьмин итә ала.
Йәш быуынға әйтер һүҙем шул: дуҫтар, шағирыбыҙҙың өгөт-нәсихәттәренә ҡолаҡ һалайыҡ, ғилемле, тәрбиәле, һөнәрле булайыҡ. Аҡмулланың аҡ исемен онотмайыҡ, уның әҙәби мираҫын һаҡлайыҡ һәм данлайыҡ.
Т. ҠАРМАНОВА,
Нефтекама ҡалаһының башҡорт
гимназия-интернаты китапханаһы мөдире.