Үҙен “Китап”та тапҡан18.03.2014
Үҙен “Китап”та тапҡан
Шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Әлфиә Әсәҙуллина балаларға тәғәйенләнгән "Күбәләк күлдәк ҡотлата", "Ҡояшҡа таж кейҙерәм", "Һанашмаҡтар", "Зоопарк килде беҙгә", "Һәр бер һөнәр кәрәкле" исемле китаптары менән уҡыусыларҙың күңелен яулап өлгөрҙө. Әҙибә бала психологияһын нескә тоя, шиғырҙарында үҫеп килгән быуын күңеленә матурлыҡ орлоҡтары һала, уларҙы донъяны танып белергә, тыуған еребеҙҙе яратырға, беҙҙе уратып алған тәбиғәткә һаҡсыл булырға өйрәтә.

Яңыраҡ Әлфиә Әсәҙуллина 55 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршыланы. Ошо уңайҙан ижадсының тыуған яғында — Ауырғазы районының Талбазы ауылындағы Ғ. Ибраһимов исемендәге үҙәк китапханала әҙәби осрашыу үтте. Ҡәләмдәшен тәбрикләү өсөн Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе вазифаһын башҡарыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, шағирә, "Йәншишмә" гәзите хәбәрсеһе Зөһрә Ҡотлогилдина килгәйне.
Әйткәндәй, район китапханаһында 1986 йылдан алып "Серҙәштәр" әҙәби клубы эшләп килә. Заманында уларға Мостай Кәрим, Әнғәм Атнабаев кеүек әҙәбиәт аҡһаҡалдары менән "түңәрәк өҫтәл" янында ултырырға насип булған. Был юлы иһә улар танылған яҡташы Әлфиә Әсәҙуллина менән осрашыуға ихлас әҙерләнгән.
— Һеҙ күркәм тормош һәм ижад юлы үттегеҙ, — тине, ҡәләмдәшен ҡотлап, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина. — Һайлаған һөнәрегеҙгә тоғро ҡалып, бына инде 32 йыл бер урында — Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә – эшләйһегеҙ. Кескәйҙәр һәм ололар өсөн матур-матур китаптар яҙҙығыҙ, бынамын тигән дүрт бала үҫтерҙегеҙ. Мейестән эҫе бәлеште көткәндәй, яңы йыйынтыҡтарығыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ.
Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Риф Вәлиев, шағирәне тәбрикләп, уның ижадында юғары гражданлыҡ тойғоһо сағылыуын, әҫәрҙәрендә тыуған йортҡа, еребеҙгә, телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүен айырым билдәләп үтте. Юбилярға үҙенең ихлас теләктәрен, йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен район китапханаһы мөдире Замера Хөсәйенова, "Зәңгәр шишмә" әҙәби түңәрәге етәксеһе Вәрис Аҡбашев, шулай уҡ Үтәймулла ауылы халҡы еткерҙе. Ә инде Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыларының, Б. Ғайсин исемендәге музыка мәктәбе уҡытыусыларының йырлы-моңло күстәнәсе сараға бермә-бер йәм өҫтәне.
Әлфиә Әсәҙуллина иһә үҙенә хас тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ менән оло ихтирам күрһәтеүҙәре өсөн яҡташтарына рәхмәт һүҙен еткерҙе.
— Тормошомдо әҙәбиәтһеҙ күҙ алдына килтерә алмайым, — тине юбиляр. — Үҙемде төрлө өлкәлә һынап ҡараным, шулай ҙа нәҡ "Китап" нәшриәтендә күңелемә ятҡан эшемде таптым. Халҡыбыҙ өсөн китап сығарыуға үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен.
Эйе, Әлфиә Нәжип ҡыҙы әсә лә, ижадсы ла булараҡ бәхетле. Киләсәктә лә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе яңынан-яңы әҫәрҙәре менән һөйөндөрәсәгенә тамсы ла шигебеҙ юҡ.


Вернуться назад