Юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы18.03.2014
Юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы
Имай Насыри — башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкиле, уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында сәйәси золомға дусар ителгән әҙип. Уның тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы Үрге Уҫылы, Түбәнге Уҫылы ауылдары, Стәрлетамаҡ районы шаулап торҙо, яҡташ яҙыусыны иҫкә алыу бында ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамына әйләнде.

Тәүҙә Үрге Уҫылы мәктәбендә яҙыусы хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Унан беҙгә әҙиптең сая ла, һөйкөмлө лә йөҙө ҡарай. "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов Имай Насыриҙың заманында "Белем" (хәҙер "Башҡортостан уҡытыусыһы") журналын ойоштороуын, уның беренсе баш мөхәррире булыуын билдәләне.
Әҙиптең тыуған ауылы Түбәнге Уҫылыла ла яҙыусыға таҡтаташ асыу тантанаһы булды. Унда район етәкселәре ҡатнашты. Халыҡтың яҡташ әҙип менән ихлас ғорурланыуы күренде.
Яҙыусының тыуған яғындағы байрамға бик күп ҡунаҡ саҡырылғайны: Башҡортостандың Яҙыусылар союзынан Фәниә Ғәбиҙуллина, Рәйеф Әмиров, Наил Ғәйетбай, Спартак Ильясов, Гүзәл Ғәлиева; һәүәҫкәрҙәр менән бергә профессиональ артистар ҙа сығыш яһаны, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов та тантанала ҡатнашты. Стәрлетамаҡтан шағирә Земфира Муллағәлиева яҙыусының 100 йыллығы айҡанлы телевизион тапшырыу әҙерләгән, шул видеояҙма яңынан Түбәнге Уҫылы халҡы иғтибарына тәҡдим ителде.
Байрамда яҙыусының яҡын туғандары ла ҡатнашты. Коммунист-әҙиптең нәҫел тамырҙарын дауам итеүсе Клара Туҡаева-Насирова апай данлы олатаһы хаҡында китап яҙған; ул: "Имаметдин бабайым тыуған ауылында ла һәйкәлгә лайыҡ", — тип белдерҙе. Ысынлап та, башҡорт әҙәбиәтенә ал-ял белмәй хеҙмәт иткән, яңы тормош ҡороу өсөн йәнен дә, тәнен дә аямаған ижадсы быға лайыҡ. Һәйкәлдәргә лә, тыуған Үрге Уҫылы мәктәбенә исемен биреүгә лә лайыҡ Имай Насыри. Башҡорт әҙәбиәтендә һүнмәҫ тә, юйылмаҫ та эҙ ҡалдырған атаҡлы "Еңелгән ятыу" әҫәрен яҙған әҙип бит ул.


Вернуться назад