Хәсән НАЗАР15.03.2014
Украина!..

Иле тиһәң, теле тиһәң, дине тиһәң,
Урыҫ менән украиндың — бер ҡибланан.
Рәнйештәр тик, ә, етмәһә, ҡара ҡотҡо
Туғанлыҡтан өҫкә сыҡһа бигерәк яман.

Украина! Яраттырҙы һине Гоголь,
Беҙ үҙ иттек һинең Тарас Бульбаларҙы.
Онотолмай Шевченконың васыяты,
Аңыбыҙҙан кемдәр юймаҡ һуң быларҙы?!

Ҡурсап илде фашистарҙың золомонан,
Онотолормо бергә-бергә ҡан ҡойоуҙар?
Хәтерләмәү мөмкинме һуң ҡорбандарҙы,
Днепрҙа ҡыҙарғанда таңда һыуҙар?!

Украина! Ни зәхмәт был?! Кемдәр һиндә
Ут күршеңдән, ҡәрҙәшеңдән төңөлтмәксе?
Хаҡлыҡ түгел, хакимлыҡты көҫәп, һине
Беҙгә ҡаршы ҡоралына өң итмәксе?

Иле тиһәң, теле тиһәң, дине тиһәң,
Урыҫ менән украиндың — бер ҡибланан.
Рәнйештәр тик, ә, етмәһә, ҡара ҡотҡо
Туғанлыҡтан өҫкә сыҡһа бигерәк яман.

Украина! Күк Уралдан, башҡорттарҙан
Етһен һиңә ихлас йөрәк сәләмдәре!
Рухландырып, күгебеҙҙә мәңге-мәңге
Елберҙәһен Ер һәм Ҡояш әләмдәре!


Вернуться назад