“Башҡортостан” — мәктәп йылдарынан башлап бөгөнгәсә һәр саҡ алдырып, яратып уҡыған гәзитем. Мин уның уҡыусыһы ғына түгел, ҙур “стажлы” авторы ла.
Инде бына ярты быуатҡа яҡын унда мәҡәләләрем, публицистик һәм ғилми яҙмаларым, әҙәби әҫәрҙәрем баҫылып тора. Яҙыусы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре булып үҫеүем һәм танылыуымда “Башҡортостан”дың роле әйтеп бөткөһөҙ ҙур.
Яңыраҡ 70 йәшем тулған иҫтәлекле көндәрҙә, яратҡан баҫмам тағы тауҙай ҡыуаныс килтерҙе: “Табындарҙың дарманлы улы” исемле дөйөм баш ҡуйып, минең тормош юлыма, ижадыма арналған тотош бер бит баҫып сығарҙы.
Ихлас күңелдән әйтәм: етмешем тулған көндәрҙә иң иҫтәлекле, иң шатлыҡлы бүләк миңә ошо булғандыр. Артабан эшләү, ижад итеү өсөн ышаныс, көс бирҙе гәзиттең был изге һәм ҡыйыу сараһы. Ошондай мәртәбәле, ҡәҙерле гәзит битен әҙерләп сығарыусы журналистарға, редакцияның ижади хеҙмәткәрҙәренә, бөтә мөхәрририәткә ысын йөрәктән рәхмәт белдерәм.
Әсә телендәге иң абруйлы гәзитебеҙ, милләтебеҙҙең бәҫен күтәреп, халҡыбыҙҙың яратып уҡыған баҫмаһы артабан да данлы юлын дауам итһен.
Бер уңайҙан шуны ла өҫтәп ҡуяйым: минең юбилей байрамымды үткәреүҙе ойошторған Башҡорт дәүләт университеты етәкселегенә, айырыуса башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Айгөл Рәйес ҡыҙы Мөхтәруллинаға һәм деканат хеҙмәткәрҙәренә, кафедра мөдирҙәренә, уҡытыусы-профессорҙарға рәхмәтлемен.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Фәтих улы Илембәтов менән уның урынбаҫары Салауат Тәлғәт улы Сәғитовтың ҡотлауҙары оло һөйөнөс булды.
Башҡортостан Яҙыусылар союзына, Мәғариф министрлығына, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы етәкселәренә һәм журналистарына, “Кызыл таң”, “Йәшлек”, “Йәншишмә” гәзиттәре, “Ватандаш” журналы редакциялары етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә, ҡәҙерле яҡташтарым — ҡырмыҫҡалылар делегацияһына, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа, мине ҡотлаған һәм БДУ-лағы тантанала ҡатнашҡан дуҫтарыма, элекке һәм бөгөнгө студенттарыма, сәнғәт эшмәкәрҙәренә — барыһына ла ихлас рәхмәтемде еткерәм.
Ҡайнар сәләм менән
Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ.