“Мәҙәни баш ҡала” Мишкәне гөрләтте14.03.2014
“Мәҙәни баш ҡала” Мишкәне гөрләтте
“Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафоны дауам итә.

Ҡариҙел районынан Мәҙәниәт йылы эмблемаһы штандарты Мишкә ауылына килеп етте. Эстафетаны тапшырыу тантанаһы ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Был көндә халыҡ оҫталарының биҙәү-ҡулланма сәнғәте, балалар сәнғәт мәктәбенең рәсемдәр күргәҙмәһе ойошторолдо. Китапхана хеҙмәткәрҙәре семинарында оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Кис Мишкә халҡы һәм ҡунаҡтар “Тыуған яҡтың аҫылташтары” тип аталған концерт ҡараны.


Вернуться назад