Илдар Абдразаҡов: "Донъяла операға бәйле хәл бик яҡшы"14.03.2014
Илдар Абдразаҡов: "Донъяла операға бәйле хәл бик яҡшы"
Донъя кинотеатрҙарында Нью-Йорктағы "Метрополитен-опера" театрынан тура тапшырыу булды. Программала Александр Бородиндың "Кенәз Игорь" операһы премьераһы ҡаралғайны. Уны Дмитрий Черняков ҡуйған. Төп ролдә — Мария театры солисы Илдар Абдразаҡов. Нью-Йоркта сығыш яһар алдынан артисҡа "Известия" гәзите хәбәрсеһе Виктория Иванова шылтыратты.

— Был юлы сығышығыҙҙы бер нисә миллиард тамашасы ҡараясаҡ. Кисерештәрегеҙ ниндәй?
— Аллаға шөкөр, бындай хәл тәүгә түгел — бер аҙ күнегә төштөм. Шулай ҙа ниндәйҙер кимәлдә тулҡынланам.
— Кенәз Игорь образына индегеҙме?
— Һәр партияны күп тапҡыр ҡабатларға кәрәк. Был спектаклдәр һанына бәйле. Әкренләп оҫталыҡ вокаль йәһәттән дә, драматургия йәһәтенән дә арта, үҫә бара. Эшләгән һайын ролгә нығыраҡ инәһең. Киләһе сығышыма бер ниндәй ҙә яңылыҡ өҫтәргә йыйынмайым: бөтәһе лә ҡуйылған, уйлап табаһы түгел.
— Рәсәй тамашасыһының Дмитрий Черняковтың "Кенәз Игорь"ен күргәне юҡ, уның ҡарауы "Руслан менән Людмила"ны яҡшы хәтерләйҙәр.
— Кинотеатр экранында тамаша нисек булырын әйтә алмайым, әммә сәхнәлә бик ҡыҙыҡлы ғына ул. АҠШ-та премьера аншлаг менән үтте. Әлеге "Кенәз Игорь" әүәлгеләренә оҡшамаған. Бында ҡылыс, һөңгө, уҡ-һаҙаҡ тотҡан кешеләр юҡ. Хатта музыкаһы ла үҙгәрҙе: ғәҙәттә Бородиндың операһынан музыканың бер өлөшөн киҫеп алалар, ә бында Дмитрий Черняков, киреһенсә, бер нисә фрагмент, шул иҫәптән Глазунов менән Римский-Корсаковтың әҫәрҙәренән өҙөктәр өҫтәне. Драматургия ла үҙгәрҙе. Мәҫәлән, Игорҙың фекере, икенсе шаршауҙан тыш, бөтә опера аша үтә. Половецтарҙың мәшһүр бейеүҙәре прологтан һуң башлана.
— Әле операларҙы киңәйтеү урынына ҡыҫҡартырға тырышалар...
— Музыкаһы шундай матур, ҡыҫҡартыуҙың мәғәнәһен күрмәйем. Һәр музыкаль фраза, һәр акт үҙенсә күркәм. Партияларҙы сағыу тауышлы, һоҡланғыс йырсылар башҡара. Тамашасылар ҙур кинәнес алыр, тип ышанам. Бер ниндәй ҙә телефон, автоматтар юҡ. Эске кисерештәр, һөйөү, йөрәк, күңел күтәренкелеге өҫтөнлөк итә.
— Тарихи операларҙа заманса атрибуттарҙы үҙһенмәүегеҙ һиҙелә...
— Хәҙер бының ҡыҙығы юҡ бит — һәр ерҙә күп тапҡыр ҡуйылған. Ниндәйҙер яңылыҡ индерергә ваҡыт. Операла әле автомат, пулемет тотҡандарҙы күрһәм, режиссерға уҙған быуатҡа әйләнеп ҡайтмаҫҡа, ниндәй ҙә булһа яңы идея уйлап табырға тәҡдим итер инем. Хоҙайға шөкөр, миңә килешеп эшләрлек режиссерҙар тура килде. Митя Черняков — тап шундайҙарҙан. Әлеге тамашала мин дә ҡайһы бер тәҡдимдәремде индерҙем, ул ризалашты.
— Мәҫәлән?
— Юрғанды үҙемдең яғыма тартмайым әле (көлә). Спектакль "режиссер әйтә — һин эшләйһең: уңға, һулға бар, әйлән, өс минутҡа тынып тор, йырла, икенсе урынға күс" тигән юҫыҡта ҡуйылмай. Был ҡыҙыҡ түгел.
Ҡасан әйләнергә, партнерыңды ҡосағыңа алырға кәрәклеген үҙең тойорға тейешһең. Был инде хистәргә, күңел кисерештәренә нигеҙләнгән бөтөнләй икенсе кимәлдәге эш. Ҡулыңды һуңғы рәттә ултырған тамашасы күрерлек итеп күтәреү дәүере, Аллаға шөкөр, үткәндә ҡала. Театр, шул иҫәптән опера театры ла йәнләнә. Тап ошо кисереш тамашасыға ла күсә.
Әлбиттә, тауыштың да тәртиптә булыуы бик мөһим. Кешеләр актерлыҡ һәләтен баһаларға түгел, ә йырсыны тыңларға килә бит. Операла насар йырлайҙар икән, залда берәү ҙә ҡалмаҫ. Әгәр ҙә уйын шәптән түгел, ә йыры матур икән — барыбер тыңлаясаҡтар. Опера артисы өсөн иң мөһиме — йырсы булыу.
— Быйыл "Метрополитен" сәхнәһендә сығыш яһауығыҙға 10 йыл тула.
— Эйе, был сәхнәне бик яратам. Бындағы кисерештәрем һәр саҡ ыңғай. Дуҫтарым, шул иҫәптән гример, костюмер, сәхнә биҙәүселәр араһында һоҡланғыс кешеләр бар. Һәр сығыш дуҫтар берләшмәһенең уртаҡ концертын тәшкил итә.
— Мария театрына ҡарағанда ла нығыраҡ оҡшаймы бында?
— Мария театры — "тыуған йортом". Шунда үҫтем, тәүге ҙур аҙымдарымды яһаным, ә кескәйҙәрен — Өфөлә. Мария театрына тулҡынланып ҡайтам. Апрелдә, бындағы спектаклдәр тамамланыу менән, Петербургка юлланасаҡмын.
— Рәсәйҙә премьералар көтөләме?
— Әлегә юҡ, әммә сығыштар буласаҡ. Мәҫәлән, 17 апрелдә Мәскәүҙәге "Яңы Опера" театрында яратҡан арияларымдан торған программа менән концерт буласаҡ. Баритон Василий Ладюк һәм сопрано Кристина Мхитарян менән йырлаясаҡмын.
— Ҙур театрҙан тәҡдимдәр булманымы?
— Әлегә юҡ, күҙ күрер.
— Һеҙҙеңсә, бөгөн операға ихтыяж бармы?
— Мария театрында зал шығырым тулы, билет табып булмай торғайны. Нью-Йоркта ла шулай. "Метрополитен" залында — дүрт мең урын. Спектаклдәр көн һайын, шәмбе хатта икешәр була. "Кенәз Игорь" американдар өсөн "Аида" йәки "Кармен" кеүек ябай опера түгел. Шулай ҙа тамашасы килмәй ҡалмай. Тимәк, операға бәйле хәл насар түгел.
— Яңы үрҙәр яуларға нимә ярҙам итә?
— Мин үҙ эшемде башҡарам. Насар түгел, тип әйтә алам. Бәлки, сере шундалыр ҙа. Нимәнелер махсус рәүештә эшләргә тырышмайым. Шулай ҙа иң мөһиме — иҫәнлек-һаулыҡтыр, моғайын.
("Известия" гәзитенән. 2014 йыл, 3 март).


Вернуться назад