Дауылда ауған ҡарағай14.03.2014
Дауылда ауған ҡарағай
Талантлы яҙыусы Нурислам Шәйхуловтың тыуыуына – 85 йыл. Ошо айҡанлы Белорет районының Сермән ауылы китапханаһында хәтер кисәһе булды.
Осрашыуға килеүселәр күргәҙмәгә әҙиптең китаптары менән йәнәш ҡуйылған картиналарын һоҡланып ҡараны. Ана, Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғоловтың һүрәте тора, йәнә бихисап шәхес һынландырылған. Бер нисә картинала хозур Белорет яҡтарының ҡабатланмаҫ тәбиғәте, әйтерһең, бөтә гүзәллеге менән ошо бүлмәгә һыйған.
— Бигерәк оҫта булған, һүрәттәре билдәле рәссамдарҙыҡынан һис тә ҡайтыш түгел, – тине кемдер.
— Хоҙай Нурислам ағайға талантты өйөп биргәйне шул.

Яҙыусының ҡыҙы Гөлсөм Мостафина кисәне атаһының эштәре менән таныштырыуҙан башланы.
— Бында атайым Хоҙайбирҙе ауылы янындағы Маяҡ тауын төшөргән, – тине, бер картинаны күрһәтеп. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн был ауыл юҡ инде, ул, перспективаһыҙ мөһөрө тағылып, Ер йөҙөнән бөтөүгә дусар ителде. Тәүҙә мәктәпте һүтеп алып киткәйнеләр, ауыл үҙенән-үҙе ҡороно ла ҡуйҙы. Унан һуң тау үрендәге яңғыҙ ғына ултырған ошо мөһабәт ҡарағайҙы дауыл ауҙарҙы…
Гөлсөм ханым был хаҡта һөйләгәндә күптәр, моғайын, күңеленән бөгөн илдә барған хәлде уйлағандыр. Ауылдарҙың йөрәге булып торған мәктәптәргә йоҙаҡтар эленә. Бер көн килеп улар ҙа Хоҙайбирҙе яҙмышына дусар булмаҫ тип кем әйтә ала?!
Нурислам Шәйхулов Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуһа ла, колхозлашыу йылдарында ата-әсәһе Белорет районының Хоҙайбирҙе ауылына күсеп килә. Атаһы иртә баҡыйлыҡҡа күскәс, туғандарын ҡарау бурысы уның иңенә күсә. Мәктәптә балаларҙы хәрби башланғыс нигеҙҙәренән уҡыта, типографияла хәреф йыйыусы булып эшләй. Ошо осорҙа райондың “Сталинсы” гәзите мөхәррире егеттә ижад осҡонон һиҙемләп, уны хәбәрсе итеп ала. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң Нурислам Фәтҡулислам улы гәзиттең яуаплы секретары итеп үрләтелә. Әлбиттә, тырыш егет белем алырға кәрәклеген дә онотмай – ситтән тороп Белорет педагогия училищеһында уҡый. Әүҙем журналист булараҡ, ул тормошобоҙҙағы төрлө сетерекле темаға мөрәжәғәт итә. Һутлы тел менән яҙылған очерктары, мәҡәләләре, һүрәтләмәләре һәм хикәйәләре гәзиттең уҡымлылығын арттыра. Сатира, юмор жанры ла талантлы хәбәрсегә ят булмай.
Дауылда ауған ҡарағайЯҙыусы Сабир Шәрипов әҙип хаҡында шулай тип яҙғайны: “Нурислам ағай аҙаҡ ишле ғаиләһе менән Егәҙе ҡасабаһына күсенә. Бында ул биш йыл самаһы ауыл Советының башҡарма комитеты рәйесе йөгөн тарта. Башҡорттар менән урыҫтар күпләп йәшәгән төбәктә оло ихтирам ҡаҙана. Кешегә ярҙамсыл, күп һөнәргә эйә булғаны өсөн ололанылар уны. Оҫта скрипкасы, һәләтле рәссам, яҡшы фотограф та, ауыл хәбәрсеһе лә ине. Сафия ханым менән бына тигән ул һәм ҡыҙҙар үҫтерҙе – ете балаһы ла юғары уҡыу йорттарын тамамлап, төрлө тарафта үҙ һөнәре буйынса маҡталып эшләй. Нәфис әҙәбиәткә ул сағыштырмаса һуң, әммә мул тормош тәжрибәһе туплап, ҡәләмен ныҡлы “сарлап” килде. Тәүге китабы – “Шаулай Еҙем” – 1985 йылда донъя күрҙе. Икенсе йыйынтығының ҡулъяҙмаһын тикшергәндә күренекле әҙиптәр Ноғман Мусин, Булат Рафиҡов, Әмир Гәрәев, Роберт Байымов, Ғәзим Аллаяров, Әнүр Вахитовтарҙың ҡатнашҡаны хәтерҙә. Повестар, хикәйәләр, нәҫерҙәрҙән торған йыйынтығы “Һағындырыр һандуғасы” тигән исем менән 1991 йылда нәшер ителде, уҡыусылар уны яратып ҡабул итте. Һуңыраҡ педагог һәм әҙиптең балаларға тәғәйен “Хәүефле сәфәр” тигән мажаралары айырым баҫылып сыҡты”.
1958 йылда Нурислам ағай ғаиләһе менән Хоҙайбирҙе ауылына күсеп килә. Бында ул балаларға белем бирә, кисен ҡәләмгә тотона.
Әҙиптең кейәүе Мансур Һиҙиәтов:
— Ҡайным яҙған әйберҙәрен иң тәүҙә миңә уҡырға бирә торғайны, – тип хәтирәләргә бирелде. – Уның оҫта тел менән тасуирланған, ысынбарлыҡ менән һуғарылған әҫәрҙәре, образдары шул тиклем тартып тора торғайны. Шуға ла хикәйә, повестарын бер тынала уҡып сыға инем. Үкенескә ҡаршы, бер китабы 13 йыл буйы нәшриәттә донъя күрмәй ятты. Һуңынан яҡташыбыҙ Сабир Шәриповтың ярҙамы менән сыҡты ул.
Яҙыусының ҡәйнеше, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәррәм Сәлимов еҙнәһенең йәнә бер иҫ киткес сифаты хаҡында һөйләне.
Дауылда ауған ҡарағай— Ғәжәп ихлас булды еҙнәм. Белмәгән эше юҡ ине: уҡытыусы ла, йырсы ла, бейеүсе лә, шағир ҙа, балта оҫтаһы ла, музыкант та, мейес сығарыусы ла... Туйҙарында мин дә булдым. Ғүмерҙә күрмәгән, ишетмәгән бер әйбер хайран ҡалдырҙы мине унда. Өйгә инһәм, ҡолағыма бөтөнләй ят моң ишетелде. Был ни ғәжәп! Яҡыныраҡ барып ҡараһам, еҙнәм бер музыка ҡоралында уйнап ултыра. Баҡһаң, ул скрипка тип атала икән – еҙнәм үҙе эшләгән.
Кисәлә уҡыусылар әҙиптең “Хәүефле сәфәр” китабындағы әҫәрҙәргә ҡарата төшөрөлгән һүрәттәрен күрһәтте, хикәйәләренән өҙөктәр уҡыны, “Хәтирә” ансамбле бай йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаны, Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары үҙҙәренең ижад емештәре менән уртаҡлашты. Сараны ойоштороуға Сермән ауылының ветерандар советы рәйесе Солтан Сиражетдинов, китапхана мөдире Зилә Фәхрисламова, уҡыу залы етәксеһе, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлнур Мусина ҙур көс һалған.


Вернуться назад