Һандуғас яҙҙы саҡыра...12.03.2014
Һандуғас яҙҙы саҡыра...
Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина — башҡорт эстрадаһының моңло һандуғасы. Ул күп кенә Европа илдәрендә, Ҡытайҙа, хатта Америкала башҡорт моңон яңғыратып ҡайтты.

Үҙенең ҡабатланмаҫ тауышы менән меңәрләгән тамашасының йөрәген әсир иткән, күптән инде халыҡ һөйөүен яулаған гүзәл ханымдың сығышын һәр тарафта көтөп алалар. Ул республика халҡын йыл һайын үҙенсәлекле йырлы-моңло тамашалары менән һөйөндөрә. Бына 14 мартта яратҡан йырсыбыҙ Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Көтөп алған яҙым, ҡайт!” тигән концерт программаһын тәҡдим итә.
Шул айҡанлы гәзит уҡыусылар араһында уйын үткәрәбеҙ. 272-16-24 телефонына шылтыратып, түбәндәге һорауҙарға дөрөҫ яуап биргән тәүге кеше ошо концертҡа саҡырыу ҡағыҙы менән бүләкләнәсәк:
1. Римма Амангилдина ҡайһы районда тыуған?
2. Ул ниндәй ансамблдә эш башлай?


Вернуться назад