Тиҫбе булып теҙелә миҙгелдәр...12.03.2014
Тиҫбе булып теҙелә миҙгелдәр...
Өлөшөңә төшкән ғүмерҙе юҡ-барға тәләфләмәй, тормош юлын матур үтеү, эшләгән изгелектәрең, яҡшылыҡтарың менән кешеләрҙең күңел дәфтәренә яҙылып ҡалыу – әҙәми заттың изге бурысы. Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәүис Заһитов үҙенең яҙмышын сәнғәт менән бәйләгән һәм тәғәйенләнешен замандаштарының күңелен байытыуҙа, уларҙың йөрәгенә матурлыҡ орлоҡтары сәсеүҙә күрә. «Йәшәгән йылдар һаны ғүмер тигән оло миҙгелгә өҫтәлгән, уйнаған ролдәр артҡан һайын, был ғүмерҙең ике килмәгәнлегенә, тормоштоң бер тынала үтеүенә тағы бер ғәжәпһенеп, уйға ҡалам. Шағирҙар юҡҡа ғына ғүмерҙе таңғы ысыҡҡа тиңләмәйҙер!.. Беҙ бала саҡта ололарҙың «Ай күрҙе – ҡояш алды» тигәндәре ни тиклем хаҡлы икәнен хәҙер генә аңлаған кеүекмен. Әммә бошоноп ултырыу, үткәндәргә үкенеү кеүек нәмәләр минең булмышыма хас түгел, һәр көнөмдән, һәр мәлемдән йәм табып йәшәргә тырышам», – ти, уҙған ғүмер юлына байҡау яһап, дүрт тиҫтәгә яҡын ижад ғүмерендәге уңыштарын, шатлыҡ-һөйөнөстәрен, юғал-тыу-көйөнөстәрен барлағанда Рәүис Хәбир улы.

Рәүис Заһитов Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 1974 йылда эш башлай. Көндән – айға, айҙан йылға үрелгән йылдарҙы үҙ иҫәбенә алып, тиҫбе булып теҙелгән миҙгелдәр, ашыҡмай ғына бер-береһенә өҫтәлә килгән. Тамсы тама-тама күл була, тигәндәй, берәмләп йыйылған ижад емештәре, театр донъяһына эскерһеҙ хеҙмәт итеүе артисҡа уңыш алып килә, уны халыҡсан ижадсы булараҡ таныта. 65 йәшлек күркәм һәм олпат юбилейын билдәләгән Рәүис ағайҙың күңелен төрлө кисерештәр биләй, ул йәшлек дәрте менән янып-ярһып уйнаған ролдәрен һағына, күңеленә уйылып ҡалған образдарын иҫенә төшөрә... Хәтер йомғағын һүтеп-һүтеп ала: ғүмер арауығында уға осраған, тормош һуҡмағын уның менән бергә үткән, ә хәҙер инде яҡты хәтер булып ҡалған ғәзиз кешеләрен, яҡындарын юҡһына...
Бер төрлө генә күңел торошо Рәүис ағайҙың тәбиғәтенә хас түгел, сәхнәлә лә бит ул төрлө жанрҙағы спектаклдәрҙә берҙәй оҫта уйнарға һәләтле. Халҡыбыҙҙың күңел йомартлығы, нескә ябайлыҡ, тормошсанлыҡ – Рәүис Заһитов ижадына хас иң матур һыҙаттар. «Ябайлыҡта – бөйөклөк» икәнен артистың ижадын күҙәтеп барыусылар ҙа билдәләй. «Рәүис Заһитов сәхнәгә сығып баҫыуы менән үк тамашасыны әсир итә: булмышына һалынған алсаҡлыҡ, сәхнә һөйкөмлөгө, үҙен тотошо бөтә иғтибарҙы яулай. Актерҙың уйынында төп һыҙат – ихласлыҡ, эске тойомлау, ул үҙенең асылын, күңел торошон сәхнәгә алып сыҡҡан геройы менән бер тулҡынға көйләй ала; тулыһынса әҫәрҙәге ваҡиға менән йәшәй башлай, үҙенең образын яратып башҡара һәм тамашасылар ҙа быны тоя – ролен яратып уйнаған актерға алҡыштарын йәлләмәй», – тигән һүҙҙәр йыш осрай артистың эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынған белгестәрҙең, ижади портреттарын яҙған журналистарҙың яҙмаһында.
Рәүис Заһитов Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылында тыуған. Моңло тауышлы атаһынан күреп, үҙе лә халыҡ йырҙарын өйрәнгән. Сәнғәт менән ҡыҙыҡһынған үҫмер егет тәүҙә Салауат районының Малаяҙ мәҙәниәт һарайында эшләй, ә һуңынан, хыялын тормошҡа ашырыу ниәтендә, бөтә тәүәккәллеген йыйып, Өфө дәүләт сәнғәт институтына юллана. Сәхнә тигән ымһындырғыс та, арбағыс та, серле лә донъя менән һәүәҫкәр артист булараҡ таныш Рәүис ағай өсөн театр факультетына уҡырға инеү һис ауырлыҡ тыуҙырмай.
— Артислыҡҡа уҡырға ингәс, үҙемде ҡанатлы кеүек тойҙом. Был тойғо һәр бер яңы роль уйнағанда ҡабатлана килә – артистар ана шул күңел ҡанатланыуын көтөп йәшәйҙер ул, минеңсә, – ти артист.
«Алтын ҙур булмай» тигән әйтем бар халыҡта. Оҙон буйлы артистарға сәхнәне яулауы еңелерәк һымаҡ, буйсан булыу – уңыштың 50 проценты тиерлек, тик талантың ғына булһын! Ә бына Рәүис ағайға иһә тамашасы күңелен яулар өсөн төрлө яҡлап, төрлө ысулдар менән эш итергә тура килә. Шулай булмай ни, үҙеңдең «алтын» икәнеңде иҫбат итеү кемгә еңел икән?!.. Ә шулай ҙа Хоҙайға рәхмәтле: уны башҡалар менән бутамайҙар, күңелдә йәшәгән сәм-дәрт арҡаһында театр донъяһында үҙ урынын табып ҡына ҡалманы, ә үҙен төрлө амплуала уйнарға һәләтле актер итеп танытты. Һәр театрҙың йылъяҙмаһында уға дан, танылыу алып килгән исемдәр бар. Рәүис Заһитов та – Академтеатрҙың ижадына, халыҡ араһында мәҙәниәтте пропагандалауға үҙ өлөшөн, үҙ көсөн индергән шәхес. «Актер профессия түгел, ул – диагноз» тип әйтеүселәрҙең һүҙендә хаҡлыҡ бар.
Бар булмышы менән эшенә мөкиббән таланттар, үҙенең ролен тәфсирләп, һәр деталенә тиклем еренә еткереп башҡарыусылар ғына халыҡ иғтибарына дәғүә итә ала. Мәҫәлән, Рәүис ағай уйнаған Яппар ҡарт ролен алайыҡ. Халҡыбыҙҙың ижад һандығынан алып яҙылған был аҫыл әҫәрҙә – Б. Бикбай менән З. Исмәғилевтең «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында – Рәүис Заһитов, ошо спектаклде ҡараған тамашасы әйтмешләй, «йөҙөп уйнай». Ысынлап та, комедия жанрындағы спектаклдәрҙә оҫта уйнаусы актер булараҡ, роль Рәүис ағай өсөн күнегелгән эш һымаҡ. Әммә актерҙың эҙләнеүсән күңеле был юлы ла үҙенә тынғылыҡ тапмаған – үҙенсәлекле ҡылыҡтары, үҙен тотошо, ым-хәрәкәттәре, телмәр интонацияһы ауыл ҡартының тормошҡа ҡарашын, характер үҙенсәлеген сағылдырмай ҡалмай. Ҡарт ҡуйынындағы ҡаласҡа ымһындырып, йәш кәләште үҙ ҡосағына алырға теләгән Яппар ҡарт, тормош күргән кешеләргә хас булған һиҙгерлеген юғалтып, йәш комсомол Ильястың «ҡапҡан»ына эләгә – «кәзә һаҡалы»нан ҡотола, тар балаҡ, ялпаҡ кепка эләктереп ала. «Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр» тигәнде Рәүис ағай ихлас һүрәтләй – ҡайһы ваҡыт тамашасы сәхнәлә кем икәнен онотоп та ебәрәлер – йәш кәләш алам тип баш ватҡан Яппар ҡартмы, әллә ролен мөкиббән уйнаған Рәүис Заһитовмы? Ышандырыу һәләте лә, уйын алымы ла ихлас булғас, образды тамашасылар бик ярата.
2008 йылда «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһын Мәскәүҙең театр йәмәғәтселеге лә йылы ҡабул итте. Яппар ҡарттың бөтә зал буйлап йырлап үтеүен баш ҡала тәнҡитселәре «театрҙың тамашасы менән яңыса аралашыу ысулы» тип атаны. Ысынлап та, артистар был спектаклдә тамашасы өсөн һәм тамашасы менән бергә уйнай.
Рәүис Заһитов ижад иткән баҙыҡ, тормошсан образдарҙың һәр береһендә халҡыбыҙҙың рухи ынтылыштары сағыла. Ул башҡарған бер аҙ хыялый, мөхәббәт даръяһында йөҙөүсе Ильяс (М. Кәрим, «Ҡыҙ урлау») булһынмы, оҫта ғәйбәтсе Йыһан ҡарсыҡмы (Х. Ибраһимов, «Башмағым») – тамашасы хәтерендә улар әле лә һаҡлана. Һәр роленең булмышын шәхси төҫмөрләү аша төрлө һыҙаттар, биҙәктәр менән байытып, уның художестволы әһәмиәтен тәрәнәйтеүгә, бер бөтөн образ итеп асып биреүгә өлгәшә. Артистың был күркәм сифаттарын ул уйнаған бихисап геройҙарында күҙәтергә була: Мәмәтәй (К. Мәргән, «Шомбай»), Шамил (Ғ. Әхмәтшин, «Тальян гармун»), Моратша (М. Кәрим, «Диктаторға ат бирегеҙ!»), Нәжип (А. Ғиләжев, «Юғалған бер көн»), Рәмил (Т. Миңнуллин, «Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш»), Ғәбдрәшит (М. Фәйзи, «Аҫылйәр»), Ғәлиулла (Ә. Атнабаев, «Законлы никах менән!»), Өмөтхужа (Х. Зарипов, «Эх, кәләше лә кәләше!»), Шакир (Ф. Бүләков, «Шайморатов генерал»), Хажибәк (Х. Зарипов, «Һүнмәһен-һүрелмәһен») һ.б. Ғөмүмән, Р. Заһитов, яңылыҡҡа ынтылыусы, эшһөйәр артист булараҡ, образдың эске кисерештәрен, уның спектаклдәге үҫешен үҙенсә аса. Шуға күрә лә ҡатмарлы, көслө характерҙарҙы ла, көлкөлө образдарҙы ла ҡабатланмаҫ оҫталыҡ менән, ышандырырлыҡ итеп башҡара. Был ихласлыҡ, үҙ сиратында, тамашасы һөйөүенә әйләнеп, ижадсыны алҡыштарға күмә. Ысынлап та, артист сәхнәгә сығыу менән үк тамаша залында ниндәйҙер йәнләнеү күҙәтелә, артист менән тамашасы араһында ихласлыҡҡа, ябайлыҡҡа, дуҫтарса мөнәсәбәткә ҡоролған, иң яҡты йөрәк хистәренән туҡылған күҙгә күренмәҫ, әммә йылыһын күңел күҙе тойорлоҡ йәнле бәйләнеш хасил була.
— Халыҡ театрға көндәлек ығы-зығынан арынырға, ял итергә килә, ә ике сәғәт ярымлыҡ комедия – иң шәп дауа. Халыҡ мине шулар аша күберәк белә, таный. Бөгөн дә уҙған йылдарҙа барған иң популяр комедияларҙан өҙөктәрҙе театр тамашаларында тәҡдим итәбеҙ. Шул өҙөктәрҙең концерт репертуарында йәшәп килеүе – тамашасы ихтыяжынан. Яратып ҡараған өҙөктәрҙе артистар ҙа рәхәтләнеп уйнай, – тип тамашасыға рәхмәтен еткерә актер.
М. Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса (Р. Исрафилов инсценировкаһы) спектаклдә Талип ролен дә ул үҙенсә, тап «заһитовса» башҡарҙы. Наил Ғәйетбай пьесаһы буйынса «Аты барҙың – дәрте бар» комедияһы 1997 йылда сәхнә күрә. Спектаклдең оҙон ғүмерле булыуында Рәүис Хәбир улының да өлөшө бар: ул уйнаған Закирйән тамашасылар алдына тормошта аҙашып ҡалһа ла, үҙенең бәхетен табырға, күңелен бөтәйтергә өмөтөн өҙмәгән ир ҡиәфәтендә баҫа.
Һуңғы йылдарҙа ижад иткән Саҙрый Мәҡсүди («Әхмәтзәки Вәлиди Туған», Н. Асанбаев, режиссеры – Ә. Абушахманов), Закир («Хыялый», С. Әбүзәр), Хәсән («Бер мәл санаторийҙа...», Н. Ғәйетбаев), Робинзон («Бирнәһеҙ ҡыҙ», А. Островский), Булат («Хыял диңгеҙе», Ф. Бүләков) образдары ла берҙәй уңышлы, ҡыҙыҡлы һәм тормошсан.
Рәүис Заһитов халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ та билдәле. «Сибай», «Буранбай», «Илсе Ғайса», «Каруанһарай» һәм башҡа халыҡ, шулай уҡ эстрада йырҙары бар уның репертуарында.
Рәүис Хәбир улына ижад ғүмеренең иң һутлы мәлендә, ир-егет өсөн бынамын тигән йәштә, арымай-талмай яңынан-яңы баҙыҡ сәхнә образдары тыуҙырып, меңәрләгән тамашасыһын ҡыуандырып йәшәүен, илаһи сәнғәт донъяһында бөгөнгөләй дәртле ижад итеүен теләйбеҙ.


Вернуться назад