Шиғриәт тулҡындарында12.03.2014
Һөйөү тамғалары


Башҡортостан! Яҡты яҙмышыңа
Күңелемдә керһеҙ көнләшеү.
Ил хәстәре тиеп янған ирҙәр
Биттәреңдән һөрткән күҙ йәшен.

Онотмай ир тыуған төйәгенең
Һыҙланғанын ҡырҡҡа теленеп.
Шуға, әсәһенә баҡҡан кеүек,
Картаһына ҡарай иленең.

Бынау тауҙар һыны шундай таныш,
Әсә йөҙөндәге һырмы ни.
Ошо ергә һөйөүен бында һәр кем
Аңлатмаҡсы шиғыр, йыр менән.

Дауылдарҙы еңгән ағас кеүек,
Россия ниндәй ныҡ тора!
Башҡортостан уның олононда
Йәшеллеген юймаҫ бер япраҡ.

Ғәжәпме ни, ҡунаҡтарын көтөп,
Шар асылып киткәс һәр ҡапҡа,
Башҡортостан һынын башҡа шағир
Дуҫҡа һуҙған усҡа оҡшатһа.

Өсөнсөһө Урал күкрәгендә
Йөрәк итеп күрә илкәйен,
Шул йөрәктең ҡан тамыры булып
Күкһелләнә Ағиҙелкәйе.

Ә мин ҡурай моңон ишетәмен,
Йотлоғамын ошо моңдарға.
Һәм Салауат балҡып күтәрелә
Иҙел өҫтөндәге монарҙан.

Яу ялҡыны һаман янып торған
Күҙҙәренә уның текләйем.
Уҡ-һаҙаҡлы башҡорт, тауҙар ашып,
Бонапарттың теткән тетмәһен.

Яңы йылдар, күҙ шикелле балҡып,
Теҙелеп бара хәтер ебенә.
Күпме ергә Еңеү килде ҡунып
Башҡорт атлылары иңенә.

Кусимовтай ярһыу батырҙарҙың
Даны һаман халыҡ телендә.
Ағиҙелдең һыуын эскән ирҙәр
Ятып ҡалды Днепр төбөндә.

Һәр саҡ шулай: ил битенә тағы
Күләгәһе төшһә дошмандың,
Таң шикелле алсаҡ батырҙарың
Арыҫланға шул саҡ оҡшаны.

Онотормо йылдар ажарланып
Ҡанлы яуға халҡың ҡалҡҡанды!
Бер ҡараһам һиңә, Башҡортостан,
Хәтерләтә һының ҡалҡанды.

Ҡолаҡ һалһам, уҙғандарҙы һөйләй
Ерең ҡылыс, һөңгө телендә.
Башҡортостан! Һин бит нисә быуат
Һаҙаҡ булдың илдең билендә.

Башҡортостан! Еңеү оранындай
"Ура!" булып исемең яңғырай.
Илдең Урал тигән ҡайышында
Һин бит револьверлы кобура!
Рауил Бикбаев тәржемәһе.


Баһадир


Советтар Союзы Геройы
генерал-майор Таһир Кусимовҡа.


Тик бер генә күрһәң Кусимовты,
Белерһең — ул ниндәй баһадир:
Атлағанда ер уйылып ҡалыр,
Алпамыша үҙе баҫа, тир.

Бөркөт ҡарашында ҡояш уйнай,
Уҡталғанда ярһып алыҫҡа.
Күҙҙәр һәр саҡ ҡыҫыҡ йөрөр уның —
Булған өсөн йәштән алышта.

Елдән етеҙ, бөркөттән дә сая —
Дошман уға күпме ау ҡорҙо?!
Алмас ҡылыс,
Алмасыбар толпар
Алып сыҡты алғыр яугирҙе.

Күккә ашҡан Урал үркәстәре
Папахаға бик тә оҡшаған.
Олпат һынлы генералға баҡһаң —
Урал тауы иҫтә һаҡлана.

Тиңләр нәмә бармы
Иле йәнен
Ҡурсалаған батыр янында?!
Ғәййәрлеге алыҫ Салауаттың
Ҡайнай, гүйә, уның ҡанында...
Ҡәҙим Аралбай тәржемәһе.

Петро РЕБРО


Лейтенант Ғөбәйҙуллин


Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт егете Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин
Александр Матросовтың
батырлығын ҡабатланы.


Херсон далаларын ҡайғы баҫҡан,
Херсон далалары
Ут кеүек.
Ғөбәйҙуллин һеҙҙе ҡурсаларға
Яуға керҙе ялҡын-ут кеүек.

...Ялҡын аша ятҡан Дудчаныға
Үткәрмәй бит дошман дзоты.
Атакаға күсер саҡта ошо
Тотоп тора бөтә взводты.

Командиры Башҡортостан улы —
Иле өсөн килгән йән атып.
Алға уҡтай ынтылырҙай саҡта,
Йә ҡуҙғалып булмай, йә атып.

Ут өңөнә шыуыштылар улар,
Үҙҙәренә эстән әйтеп ант.
Киң күкрәген утҡа ҡуйып ҡапыл
Үрә баҫты йәп-йәш лейтенант.

Бөркөт кеүек алға тайпылды ла
Сәсәтте ул үлем торбаһын.
...Йәшәү өсөн ауған батырҙар, тим,
Нисек инде ҡабат тормаһын!

Уның исеме арабыҙҙа ҡала,
Батырлығы — быуын-быуынға.
Тәбиғәттең бөтә миҙгелендә
Ҡәберенә эҙҙәр һыуынмай.
Ирек Кинйәбулатов тәржемәһе.

Сергей БУРЛАКОВ


Вернуться назад