Мәҙәниәт йылы уңайынан илебеҙҙең әле бер, әле икенсе төбәгендә күңел ҡыуандырырлыҡ саралар булып тора. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте менән берлектә сәсәниә, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Солтангәрәеваның «Башҡорт сәсән мәктәбе» исемле китабының исем туйын үткәрҙе.
Байрамда ҡатнашҡан студенттар, уҡыусылар күргәҙмәләр аша Розалия Әсфәндиәр ҡыҙының ижады менән яҡындан танышты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Китап башҡорт сәсән мәктәбенең хәҙерге замандағы торошо, мөмкинлектәре, үҙенсәлектәре менән таныштыра. Уның төп өлөшөндә заманыбыҙҙа халыҡ һүҙ сәнғәтенең булмышы, сәсән мәктәбенең заманса билдәләре һәм үҫеш мәсьәләләре тикшерелә. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүгә бәйле 1996 йылда башланған ярыштарға хронологик анализ үткәрелгән, сәсән майҙандарын барлап, һүрәтләү тәңгәлендә эшлекле тәҡдимдәр, йәш сәсәндәргә кәңәштәр урын алған. Сәсән мәктәбе – тел мәктәбе генә түгел, рух мәктәбе лә.
— Сәсән – һәр замандың абруйлы, ихтирамлы, кәрәкле кешеһе. Ул – милләт остазы, ғәҙеллеккә үтә һиҙгер һәм ер-һыуын, халҡын яҡлап, данлап, рух күтәренкелеген тотоусы тапҡыр һүҙле шағир, ярһыу хисле ижадсы, — тине сәсәниә оло ғорурлыҡ менән. — «Урал батыр» ҡобайыры — башҡорт өсөн туҡылған тормош, әхлаҡ китабы, халыҡ конституцияһы, һәр заманда дөрөҫ йәшәү, ғәҙел юлда булыу серҙәрен асыусы дәреслек-аманат, шулай уҡ милли мәҙәниәт, хоҡуҡ, һаулыҡ, мәғариф, сәнғәт, тарих һәм тел институты. Дүрт мең йыллыҡ тарихлы «Урал батыр» эпосы булған халҡыбыҙ бөгөн сәсәндәренә оло хөрмәт менән ҡарай. Сәсәнен ҡәҙер итә белгән милләт көслө.
Эйе, “Урал батыр” майҙанында йәш ҡобайырсыларҙың ижади көсөнә, илһамына, Башҡорт иленең тоғро илһөйәрҙәре булып үҫеүенә һоҡланмау мөмкин түгел! Сәсән ижады, сәсәнлек эше – бер заманда ла, бер ҡасан да кәрәге бөтмәҫ тәрбиә мәктәбе ул! Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының V класс уҡыусыһы Айгиз Хәсәнов остазына оло рәхмәтен еткерҙе.
Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы етәкселегендә Башҡорт сәсән мәктәбе ойошторолған, унда шөғөлләнеүселәр оҫталыҡ дәрестәре ала. Студенттарҙың эпостан алынған өҙөктәрҙе һүҙ-хәрәкәт, ым-мимика менән күрһәтеүе сараның сағыу күренеше булды. Шуныһы ҡыуаныслы: йәш сәсәндәр бер йыл элек Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһында уңышлы сығыш яһап, ҙур еңеү менән ҡайтты.
— «Башҡорт сәсән мәктәбе» хеҙмәте үҫергә тейеш, сөнки ул — оло, урта, йәш быуын кешеләре өсөн бик әһәмиәтле тормош дәреслеге, йәшәү ҡомартҡыһы. Ниндәй һөнәр эйәһе булһаҡ та, сәсәнлек һәләте һәр кемебеҙ күңелендә, рухында йәшәргә тейеш. Һүҙ көсө – бөйөк көс. Яҡшы һүҙҙең тылсымы кеше йәненә сәләмәт рух-код һалыуы күптәребеҙгә билдәле. Ҡәрҙәш ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ халыҡтары үҙ дастандары-эпостары менән ауырыуҙы дауалай. Юҡҡамы ни мосолман илдәрендә батшалар үҙе янында йыраусы-сәсәндәр тотҡан! Улар көсө менән халҡын рухлы иткән. Тарихтан билдәле булыуынса, Сыңғыҙхандың да Хүдәй сәсәне ХI—ХII быуаттарҙа киң билдәле булған, хужаһының тоғро һүҙен халҡына еткереп торған.