Һүрәм буйында — марафон11.03.2014
Һүрәм буйында — марафон
Ауыл биләмәләре араһында Мәҙәниәт йылы уңайынан “Райондың мәҙәни баш ҡалаһы” марафоны башланды. Бөтә ауылдар ҡатнашҡан марафонда “Ҡорама-панно” тип аталған символды, биләмәләге мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәренә арналған альбомды тапшырыу, биҙәү-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһен ойоштороу күҙаллана.

Ошо көндәрҙә Һүрәм ауыл биләмәһендә марафонға башланғыс бирелде. Тантана ҡунаҡтары Күгәрсен ауылындағы урта мәктәптә, “Гөлбаҡса” балалар баҡсаһында булды, музей, ҡул эштәре күргәҙмәһе, уҡыусыларҙың ижады менән танышты. Мәҙәниәт йортонда уҙғарылған күргәҙмә әйберҙәрҙең төрлөлөгө, сағыулығы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Бында оҫтабикәләрҙең ҡул эштәре, үҙешмәкәр рәссамдарҙың картиналары, милли аш-һыу өлгөләре ҡуйылғайны. Художество үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар халыҡты дәртле сығыштары менән ҡыуандырҙы.
Тантанаға район хакимиәте вәкилдәре, биләмә башлыҡтары, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре саҡырылғайны. Марафон артабан Байдәүләт ауыл биләмәһенә күсте.


Вернуться назад