Гөлнурҙан бөркөлгән нур11.03.2014
Гөлнурҙан бөркөлгән нур VIII класта уҡый инем. “Ҡәләмем"де күреп ҡалған уҡытыусымдың ныҡышыуы буйынса район гәзите "Торатау"ға бер-ике мәҡәлә (шулай тип әйтеп булһа инде) яҙҙым. Әммә ебәрергә оялдым, ҡурҡтым. Шулай ҙа бер мәл, Ишембай ҡалаһына юл төшкәндә, редакцияға инергә баҙнат иттем бит.
Ишектәр күп булһа ла, ниңәлер (яҙмыш ҡушыуы буйынса икәнлеген һуңынан ғына аңланым) "Баш мөхәррир урынбаҫары" тип яҙылғанына инергә булдым.
— Әйҙә, әйҙә, үт! — тип ихлас ҡаршы алды матур ғына бер апай, күптәнге танышын күргәндәй. Йомошомдо еткергәс, яҙғандарымды уҡырға тотондо. Ҡасан бороп сығарыр икән, тип дер ҡалтырап ултырғанда, Гөлнур апай көтмәгәндә:
— Бик шәп яҙылған, мотлаҡ баҫырбыҙ, артабан да беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеп тор, – тимәһенме! Их, күрһәгеҙ икән ошо мәлдә ябай ауыл уҡыусыһына ниндәй "ҡанаттар" үҫеп сыҡҡанын! Ә бит бәғзе берәүҙәр һымаҡ: "Ярай, ҡалдыр, аҙаҡ ҡарармын, әлегә ваҡытым юҡ", — тип оҙатып ҡалып, һөҙөмтәлә яҙмалар бихисап ҡағыҙ араһына инеп ятһа, бәлки, ҡәләм һынап ҡарауым ошоноң менән тамамланған да булыр ине.
Һүҙендә торҙо Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙы, "бик шәп яҙылыуына" ҡарамаҫтан, мәҡәләләрем гәзит битендә ныҡ ҡына эшкәртелеп, әммә тиҙ донъя күрҙе. Дәртләнеп, бер-бер артлы яҙмаларымды яуҙыра башланым. Билдәле ҡәләм оҫтаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнур Дәүләтйәрова менән дуҫлыҡ шул осорҙа башланып китте. Тәүге тапҡыр килгәндә генә күңелемә ҡанат ҡуйып ҡайтарманы ул, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын һайлауымда ла, икенсе өлкәгә китергә самалаған ваҡыттарҙа ла һөнәремә тоғро ҡалыуымда остазымдың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
— Был донъяла һөнәр күп, табышлылары ла етерлек, әммә журналист — ысын мәғәнәһендә халыҡ һөнәре. Шул үҙе үк ғорурлыҡ түгелме ни?! — ти һәр саҡ остазым. — Ошо исемгә лайыҡ икәнһең, ышанысҡа тап төшөрмәй, бурысыңды үтәргә тейешһең! Әммә бының өсөн ҡолағың сос, телең шыма, ҡулың етеҙ булыуы шарт. Икенсе яҡтан ҡарағанда, донъя гиҙеү, төрлө кеше менән аралашыу ҙа – ҙур бәхет!
Ғөмүмән, Гөлнур Дәүләтйәрованың мәктәбе минең өсөн генә ҡиммәт түгел. "Торатау"ҙа студент йылдарында тәжрибә туплаған, был гәзиттә аҙмы-күпме эшләп киткән быуындаштарым, һис шикһеҙ, һүҙҙәремде ҡеүәтләр. Хеҙмәттәшем, "Башҡортостан" гәзите хәбәрсеһе Әлфиә Миңғәлиева, Башҡортостан телевидениеһынан Альбина Зәйнетдинова, "Салауат" гәзите мөхәррире Рөстәм Хәлимов, "Торатау"ҙың хәбәрсеһе Гөлназ Халиҡова һәм башҡа бик күптәр рәхмәтлелер Гөлнур апайға. Уның "Әйҙә-әйҙә, әлбиттә, яҙ!" тигән һүҙҙәре, ысын әйтәм, ҡолаҡ төбөндә гел оран булып яңғырай.
Гөлнур Дәүләтйәрова күңелдәргә үткер мәҡәләләре, кешелеклелеге, ябайлығы менән дә үтеп инә. Шул тиклем ихласлығына ҡайһы саҡта һоҡланып ҡына түгел, аптырап та ҡуям. Мәҫәлән, бер ҡасан да кешегә ҡарата шәхси мөнәсәбәтен гәзит битенә күсермәй, уны тәнҡитләп, ғәләм алдында фаш итмәй. Етешһеҙлекте күҙгә бәреп әйтә ул. Ҡатын-ҡыҙҙың ошондай ирҙәрсә сифаты күптәргә үрнәк булырҙай.
Әле Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙы Стәрлетамаҡта "Ашҡаҙар" гәзитенә етәкселек итә. Әлбиттә, милли баҫмалар һынау осорон үткәндә, баш мөхәррир "ҡамытын кейеү" еңелдән түгел. Шулай ҙа уҡыусыларға ҡытлыҡ юҡ, сөнки уларҙың күңелен төплө, ҡыҙыҡлы, көнүҙәк мәҡәләләр арбай. Ғөмүмән, "Ашҡаҙар" — халыҡсан гәзит, шулай булғас, етәксеһенә баһаны үҙегеҙ ҡуя алаһығыҙ.
Оҫта журналист, бихисап исем, наградалар эйәһе Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙының кешелеклелеге хаҡында һүҙ йөрөткәндә, бер нисә миҫал килтереү урынлы булыр.
Бер саҡ шулай "балтам һыуға төшөп" йөрөй инем. Сәбәбе — яҡын кешеләремдең береһе ҡаты сирләп дауаханала ята. Ҡайғынан үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндә, Гөлнур апай осраны. Һөйләшеүебеҙ аҙағында әңгәмәсемә кәйефем юҡлығының сәбәбе билдәле ине инде. Артабан һәр кем үҙ юлынан китеп барҙы, ә иртәгәһенә, дауаханаға барғас, аптырап киттем.
— Кисә Гөлнур апайың да килеп хәлде белеште әле, яҡынылай күреп, арҡамдан һөйөп тә алды, — тимәһенме туғаным! Һәр кем "үҙ ҡаҙанына сумған" заманда остазымдың кәрәкле дауахананы эҙләп табып, ете ят кешенең хәлен белешеүе һоҡландырмай ҡалмай. Бәләгә тарыған кешене бер ҡасан да урап үтмәй ул. Шундай ваҡиғаларға ла шаһит булырға тура килде: ҡайһы саҡта һуңғы аҡсаһын биреү генә түгел, бурысҡа батып булһа ла, ярҙам итергә тырышты.
– Кешегә ярҙам итеү — тәбиғәтемдә. Бындай күренеш ғәҙәти булырға тейеш тә, әммә ул бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниндәйҙер батырлыҡ һымаҡ ҡабул ителә, — ти әсенеп журналист.
Гөлнур апайҙың ғаиләһе хаҡында ла әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Тормош иптәше Ҡасим ағай менән бер ҡыҙ, бер ул үҫтерҙеләр: Илдар сит илдә белем алһа, Башҡортостан телевидениеһы тамашасыларына яҡшы таныш Фаягөл Дәүләтйәрова хәҙер инде үҙе әсә булды.
Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙы һымаҡ шәхестәр тормошта йышыраҡ осраһа, шундай тәрбиә мәктәптәре күберәк булһа, минеңсә, йәшәүе лә күпкә еңеләйер ине.
Рәмил МАНСУРОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.


Вернуться назад