Аҡҡоштай талпына “Урал ҡыҙҙары”11.03.2014
Аҡҡоштай талпына “Урал ҡыҙҙары”
Берсә аҡҡоштай талпынып, берсә сәскәләй наҙланып йөрөүҙәре, ысын башҡортса тыпырлауҙары, ым-ишара, хәрәкәттәре – барыһы һоҡландыра. Һүҙем – Әбйәлил районының Асҡар ауыл Советы ҡарамағындағы оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар бейеү ансамбле хаҡында.

Фәйзи Ғәскәровтың “Урал ҡыҙҙары” бейеүен өйрәнеп, сәхнәгә сыҡҡас, уларға барыһы ла “Урал ҡыҙҙары” тип өндәшә башлай. Ысынлап та, Ҡырҡты һәм Урал тауҙары ҡушылған ерҙә тыуып үҫкән был гүзәл заттар үҙҙәренең ғорурлығы, саялығы менән айырылып тора. Ансамблдең Фәйзи Ғәскәров һалған бейеүҙе бар тулылығында тамашасыларға еткерә алыуы маҡтауға лайыҡ. Ә етәксе Фәүҡинур Ибраһимованың бик һәләтле ойоштороусы һәм бейеү ҡуйыусы икәнен билдәләп үтмәү мөмкин түгел.
– Ансамблгә килергә теләүселәр күп, әммә мин бик тикшереп алам, – ти Фәүҡинур Нуретдин ҡыҙы. – Үксәләре менән иҙәнгә сөй ҡаҡҡан кеүек ныҡ баҫа алалар икән, тимәк, һынауҙы үтте тигән һүҙ. Икенсенән, бейеүсе – ул халыҡтың күңел байлығын сағылдырыусы. Тап бейеүҙәр аша беҙ уның булмышын, көнкүрешен, шөғөлөн, әйтергә теләгән уй-фекерен тамашасыға еткерә алабыҙ. Һуңғы ваҡытта бейеүселәр араһында башҡорт бейеүенә хас булмаған хәрәкәттәр ҡулланылыуы күңелде бошора. Шуға күрә беҙ классик бейеүҙәргә өҫтөнлөк бирергә тырышабыҙ, уларҙы ҡайтанан тергеҙеп, йәш быуынға тапшырыу – төп бурыс.
Ысынлап та, “Урал ҡыҙҙары” бейеү ансамблендә, йәшенә һәм кешеһенә ҡарамай, бер-береһен ихтирам иткән, аңлаған ҡатын-ҡыҙ йыйылған. Иң олоһона 63 йәш булһа, йәшенә – 56. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бейеүселәр – төрлө һөнәр эйәләре, әммә бөгөн барыһы ла хаҡлы ялда. Мәҫәлән, Мәҙинә Ибраһимова – районда билдәле умартасы, Динә Солтанова һәм Сәкинә Тайыпова оҙаҡ йылдар төҙөлөштә эшләгән, Гөлсөм Хәкимова, Әминә Килмөхәмәтова, Резеда Суфийәновалар – уҡытыусы, Гөлнур Нафиҡова – ашнаҡсы, Гөлсирә Зарипова – яғыулыҡ операторы, Фәниә Мусина – тегеүсе. Ансамблдең етәксеһе Фәүҡинур Ибраһимова данлыҡлы “Йәшлек” бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ солисы булған.
Башҡортостан бейеү сәнғәтенең икһеҙ-сикһеҙ байлығын тик ябай халыҡ араһынан сыҡҡан бейеүселәр генә еренә еткереп күрһәтә ала. “Урал ҡыҙҙары” бейеү ансамбле сығыштарының халыҡсанлығын һәр кем күңеле менән тоя һәм аңлай.
Кәримә УСМАНОВА.
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.



Вернуться назад