Ауылым йәме — дәртле инәйҙәр11.03.2014
Ауылым йәме — дәртле инәйҙәр
Гөлдәрем, сабый бала кеүек, тәрбиә ярата. Ҡарап торғас, яҙҙарын ныҡлы тамыр йәйеп, йәй буйы күпереп сәскә атып, тирә-йүнгә йәм биреп, алтын ҡояш нурҙарына күмелеп, күҙҙе ҡамаштырып ултырҙылар. Көҙгө ҡырауҙар төшкәс, сәскә таждары ҡойолоп, орлоҡтарын ғына йыяһы ҡалды.

Йәшлектә лә ваҡыт үтә тора, ҡартлыҡ килгәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Ҡулда ла, йөрәктә лә көс бөткәндәй тойола. Хаҡлы ялға ла белмәй ебәрмәйҙәрҙер. Шулай, ғүмере бар кешегә ҡартлыҡ килмәй ҡалмай, уны ғүмер көҙө тип тә йөрөтәләр.
Тик ҡартайҙым, хаҡлы ялға сығарҙылар, тип уфтанып ҡына ултырып булмай. Бирешмәҫкә, йәшәүҙе дауам итергә кәрәк.
Олоғайған кешеләрҙең тормошон әүҙемләштереп, төрлө бәйгеләргә, конкурстарға, ярыштарға ҡатнаштырып торһалар, уларҙың йөҙө шат була, рухтары күтәрелеп китә.
Ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йорто был яҡтан оло инәй-апайҙарҙы бер ижади көскә туплап, күңелдәрен күтәреп тора. Унда ойошторолған "Тере һыу" фольклор ансамбле төркөмө бер нисә йыл эшләп килә. Ғүмерҙәренең күп өлөшөн хеҙмәттә үткәргән хаҡлы ялдағы ветерандар күңел түренән сыҡҡан моң-хистәрен тамашасыларға ихлас бүләк итә. Был төркөм ағзаларына ҡарайһың да өлгөр булыуҙарына хайран ҡалаһың. Мәҙәниәт йорто етәксеһе Рәүилә Килмөхәмәтова ансамблдең уңыш ҡаҙаныуына күп көс һала.
Ансамблдең иң әүҙем ағзалары — Тимербикә Шәрипова, Зәйтүнә Искәндәрова, Ғәлибә Сәғитова, Суфия Хәсәнова, Фирзилә Ҡотлобаева.
Ауылыбыҙҙың ағинәйе Тимербикә апай Шәриповаға — 84 йәш.
— Беҙ ҡартлыҡҡа бирешмәй, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй йәшәйбеҙ. Шәжәрә, һабантуй кеүек байрамдарҙан ситтә ҡалмайбыҙ, — ти ул.
Әйткәндәй, республикала икенсе йыл оло йәштәгеләр араһында "Яратам һине, тормош" тигән ижади фестиваль үтә. Күптән түгел Сәйетбаба мәҙәниәт йортонда беренсе туры булды. Унда Тимербикә апайға, "Иң өлкән йәштәге ҡатнашыусы" булараҡ, Маҡтау грамотаһы тапшырылды. Зәки Мәхмүтов исемендәге төбәк-ара конкурста иһә ул дипломант исеменә лайыҡ булды.
Шағир әйтмешләй, ҡартлыҡтың бәхете — һаҡал һыйпап көлгәне, быуат-быуат йәшәп, таяҡ тотмай йөрөгәне. Эйе, һәләтле ул хаҡлы ялдағы ветерандар, уларҙы әүҙемләштерергә генә кәрәк.
"Тере һыу" фольклор ансамбленең йәнә бер әүҙем ағзаһы — Зәйтүнә апай Искәндәрова. Ул да, Зәки Мәхмүтов исемендәге конкурста "Зөлхизә"не башҡарып, дипломант исемен яуланы.
— Беҙ бит хеҙмәттә, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап өйрәнгәнбеҙ. Олоғайғас та сәй эсеп кенә йөрәк баҫып ултырмайбыҙ. Ҡартлыҡты ла һиҙмәйбеҙ. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә тел сафлығына, матурлығына иғтибар итәбеҙ. Үҙебеҙ өлгө күрһәтергә тырышабыҙ. Гармунсылар, баянсылар күберәк булһа икән, — тип үҙенең телгә, моңға булған ҡарашын еткерҙе ул.
Заря Ғәбдиева — бейеү оҫтаһы. 80 йәшлек Зинур Ҡаһарманов гармунда өҙҙөрөп уйнай, Риф Иҡсанов иһә бейергә төшһә, тамашасылар алҡышлап, ҡушылып тигәндәй ултыра.
— Беҙ, Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, йыл буйы күтәренке рухта сағыу тамашалар, мәҙәни саралар үткәреп торабыҙ, — тип һөйләй Рәүилә Килмөхәмәтова. — Йылды театрыбыҙҙың "халыҡ" исемен яҡлап башлап ебәргәйнек. Хатта "Иң яҡшы халыҡ театры" тигән исемгә лайыҡ булдыҡ. Шулай уҡ "Гөләләү" балалар бейеү ансамбле лә уңышлы эшләп килә. М. Ғафуриҙың тыуған ауылы булараҡ, илебеҙҙең төрлө тарафынан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, уларға мәҙәни саралар күрһәтеп торабыҙ. Музыкаль базаны ла яйға һалдыҡ. Күрше ауылдарға — Баҡраҡ, Абдулла, Юлыҡ, шулай уҡ Ҡауарҙы, Сәйетбабаға — ҙур концерт программалары менән сығабыҙ. Йыл исемдәре сиктәрендә үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмайбыҙ. Режиссерыбыҙ Динира Биктимерова, рәссамыбыҙ Гүзәл Шафиҡова, музыкаль яҡтан биҙәүсе Илдар Әбделмәнов, художество етәксебеҙ Рита Мөрәсовалар менән бер төптән татыу коллектив булдырҙыҡ.
Ысынлап та, хәҙерге бик еңел булмаған тормошта кешеләргә шатлыҡ өләшеп, ял сәғәттәре бүләк итеп, рухтарын һүндермәй, үҙенсәлекле тамашалар, мәҙәни саралар үткәреп, ауыл халҡын туплап торған мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә бик рәхмәтлебеҙ.
Мәҙәни усаҡта Яңы йыл кисәләре бигерәк тә ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле үтә. Бер йылды "БСТ" телеканалындағы тамашаға тартым итеп театрлаштырылһа, былтырғы кисәне тағы ла үҙенсәлеклерәк итеп үткәрҙеләр: майлы аш та тиҙ туйҙыра, кәрәк еләк-емеше, тигәндәй, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төрлө йәнлек костюмдарында ҡыҙыҡлы мәрәкәләр күрһәтте.
Сәхнә кешеһенең һәр әйткән һүҙе, буй-һыны, кейем-һалымы ла тәрбиәләй. Тамашасы уны энә күҙҙәренән үткәреп ултыра, уйлана, фекер йөрөтә, фәһем ала. Саралар күңел асыу булып ҡына ҡалмай, йәш быуынды ла тәрбиәләй. М. Ғафури: "Мәҙәни булған милләттәр уҙа бара, наҙан милләт туҙан кеүек туҙа бара", — тип бик дөрөҫ әйткән.
Беҙгә ата-бабаларыбыҙ тел матурлығын, сафлығын биләүҙән аңыбыҙға һеңдерә килгән. Тел дәрестәрен уҡытыу ҡатмарлашҡан заманда, мәҙәни саралар үткәргәндә телмәр мәҙәниәтенә әһәмиәт бирелергә тейеш. Телебеҙҙең дә йәне бар, сабый бала кеүек тәрбиә һорай, үҫә, формалаша, камиллаша, битарафлыҡты кисермәй. Тел һәм мәҙәниәт — айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Сәсән телле, мәҙәниәтле йәш быуынды тәрбиәләү — бөтәбеҙҙең дә изге бурысы.
Рухи тормошобоҙ ни ҡәҙәр алға барһа, йәмғиәтебеҙ шул ҡәҙәр ҙур рухи ҡаҙаныштар яулаясаҡ, уның киләсәге лә мәҙәни кимәлебеҙгә бәйләнгән бит.
Флүрә ХӘЛИЛОВА,
“Башҡортостан”дың
штаттан тыш хәбәрсеһе.


Вернуться назад