Батыр рухы беҙҙә!13.01.2012
Метеорҙай оса боҙ өҫтөнән
Шайба ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына,
«Атлант» ауа – ул албырғап ҡалған,
Сөнки «Салауат» бит ҡаршыһында!

Радуловтың һөжүменән ҡолай
Бер-бер артлы «Атлант» һаҡсылары.
Һәм ҡапҡасы артында «ут» яна –
Уҫал «Салауат»тың ҡамсылары!

«Өфө-Арена»ны тыйып булмай,
Көйәрмәндәр Еңеү талап итә!
Еңеү килә бары көрәш аша!
Милош Ржига, иртә һиңә, иртә!

Еңеү талап итә республика,
Тыйып булмай ярһыу йөрәктәрҙе.
Сәкән менән сәйәсәт бутала,
«Cалауат» ярһытты бик күптәрҙе!

Антиповтың йәрәхәттәренә
Яуап беҙҙән – шайба бер-бер артлы!
Аңла, Ржига, батыр рухы беҙҙә –
«Атлант» алтын түгел, хурлыҡ тапты!

Бына тағы бер гол! Беҙ – еңеүсе!
«Йәшел тулҡын» диңгеҙ кеүек көслө!
Ышанабыҙ, «Атлант» тубыҡланыр,
Өфө шаулар иң ҙур диңгеҙ төҫлө!

Еңеү килер! Килер был көн беҙгә!
Башҡортостан – еңеүселәр иле!
Салауаттың рухы был майҙанда!
Беҙ еңеүсе! Бөтә Рәсәй белер!!!

Рәшит Зәйнуллин


Вернуться назад