Гүзәл зат тауышы07.03.2014
Әсәйемә

Бүләк иттең яҡты донъя,
Аяҙ күкте, йондоҙҙарҙы.
Уларҙан да ҡиммәт торған
Һөйөү тулы йөрәгеңде.
Һоҡландыра, әсәкәйем,
Күңелеңдең бөйөклөгө,
Оло рәхмәт яуһын гелән,
Артып ҡайтһын изгелегең.
Һинең яҡты күҙҙәреңдән
Нур алалар ал сәскәләр.
Саф һөйөүҙең мәңгелеген
Үҙ телендәһөйләй гөлдәр.
Әсәкәйем, баш эйәбеҙ —
Һин бит беҙгә оло терәк.
Донъя байлығына бирмәм —
Йылмайыуың иңҙур бүләк.
Барыр юлым яҡты булһын,
Айырмаһын фатихаңдан.
Мин аҙашмам, мин юғалмам,
Мин ышаныс менән бағам.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.


Маҡтамағыҙ миңә ситте...

Сит ерҙәрҙә йәшәү бәхетме ни,
Төндәр — йылдай, көндәр һағышлы.
Һыҙлауыҡтай күңел әрнеүенә
Сорналғанда миҙгел ағышы.
Сит ерҙәрҙә йәшәү еңел, тиҙәр,
Ирендәрҙә, тиҙәр, йылмайыу.
Йөрәгеңде һағыныу биләгәндә,
Бәхет татып йәшәп булмай ул!
Йөҙҙәрендә, тиҙәр, ҡәнәғәтлек,
Битарафлыҡ бөрккән ҡараштар.
Тик битараф йәшәр өсөн генә
Тыуған ерҙе китмәм мин ташлап!
Уйлы-ғәмле йәшәгәндә генә
Мәғәнәһен табам тормоштоң.
Йән кинәнеп, барлыҡ асылында
Балҡый ала минең булмышым.
Маҡтамағыҙ миңә сит тарафтың
Ят лөғәтле, тынсыу мөхитен.
Үҙ илемдә генәҡанатлымын,
Үҙ еремдә генә бер бөтөн!
ӘлфиәӘСӘҘУЛЛИНА.


Аманат

Йөрәккәйем — гүйә, талғын усаҡ,
Баҫҡан мәшәҡәттән ҡотолған саҡ:
Киләсәккә ихлас ышанған саҡ,
Боғаҙымда төйөр йотолған саҡ.
Аҙашманым, тик тормошта һулдан,
Миңә тигән юлдан бүтән уҙған,
Көмөш өлөшөмәҡулын һуҙған,
Шуға һуҡмағымды баҫҡан туҙан.
Ярһыу мәлдә мөхәббәткәһыуһап,
Йәшкә тулған күҙҙәремде ыуһам,
Ағым һыуҙа михнәт керен йыуһам,
Әйтерһең дә, өр-яңынан тыуам!
Йөрәгемдеңһалҡын боҙо, ҡуҙғал,
Шул урынға, аҡ толпарым, ҡуҙһал!
Эске тауыш әйтә: “Көслө булһаң,
Киләсәккә алдан барып күҙһал!”
Еңһыҙғанып барам бөгөндән мин,
Ҡаршылыҡҡа ғына бөгөлмәм, тим,
Юлды кире бормам, сигенмәм мин,
Аманатты боҙмам, илгенәм, тим.
Римма ҒӘЛИМОВА.


Вернуться назад