Башҡортостанда ғына түгел, республикабыҙҙан ситтә лә оло ихтирам ҡаҙанған эштәре уның бик күп. Улар тураһында бәйнә-бәйнәһөйләргә йыйынмайым, ҡайһы берҙәре хаҡында ғына әйтеп үтмәксемен. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы үҙенең эшен ниндәй тапшырыуҙан башлай? Әлбиттә, “Сәләм”дән. Тапшырыуҙың исеме лә матур, маҡсат-ниәттәре лә бик һәйбәт: ватандаштарыбыҙға хәйерле көн теләп, ихлас күңелдән сәләмләү, уларҙы һуңғы яңылыҡтар менән таныштырыу, хөрмәтле шәхестәр менән әңгәмәләр, йыр-моң донъяһына саҡырыу…
Хәҙерге йәштәрҙең күпселеге, беҙҙең телевидениеның эше һәр ваҡыт шулай башланған, тип уйлайҙыр. 1994 йылға тиклем “Сәләм” тапшырыуының бөтөнләй булмағанлығын яңы быуын белмәҫкә лә мөмкин, әлбиттә. Башҡортостан телевидениеһының халҡыбыҙҙы һәр иртәлә “Сәләм” менән сәләмләй башлауына бына егерме йыл тула. Һәр эште башлап йөрөүселәр, уны яҡшы традицияға әйләндереүөсөн тырышыусылар була. Талантлы журналист ШәүрәҒәббәс ҡыҙы Ғилманова — нәҡ бына шундай шәхес. Бик күптәрҙең көнөн башлап ебәргән “Сәләм” уның тынғыһыҙ ижади эҙләнеүҙәренән һуң донъяға тыуҙы.
Әгәр ҙә берәй яңы тапшырыуы йылдар буйы “зәңгәр экран”дарҙан төшмәйенсә яңы традиция булып нығына икән, уның авторы үҙен бәхетле журналист итеп һанарға хаҡлы. Ижад юлында ШәүрәҒилманова бындай бәхетте күп тапҡыр татыны. Тырыш хеҙмәте, һайлаған юлына тоғролоғо, һәләте һәм уңғанлығы, эшен һөйөүе менән яуланы.
Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарынан башлап “Араларҙы яҡынайтып”, “Башҡорттар”, “Яҙыусы һәм заман”, “Театр”, “Автограф” исемле популяр тапшырыуҙарҙың донъяға килеүе, оҙаҡ йылдар буйы программанан төшмәүе шулай уҡ ШәүрәҒилманованың тынғыһыҙһәм уңышлы ижади эшмәкәрлегенә бәйләнгән. Ул башлап ебәргән “Йома”ны, ундағы фәһемле вәғәздәрҙе кешеләр хәҙер көтөп ала.
Ошо тапшырыуҙар донъяға килгән саҡтарҙы яңынан байҡаһаң, ниндәй ҡатмарлы замандар — илдәр ҡыйралған, донъялар түңкәрелгән ваҡыттар – һәләкәтле туҡһанынсы йылдар яңынан күҙ алдына баҫа. Күптәр ҡаушап ҡалды, күптәр иманын юғалтты, йыртҡысҡа әйләнгәндәр ҙә аҙ булманы. Ҡиблалар буталһа ла, ШәүрәҒилманованың оло маҡсаттары, халыҡ тип янып йәшәүе шул көйөҡалды. Бәлки, ваҡиғалар бәрелешендә, ил ғәйәт буталсыҡ саҡта ҡәләменә сәмләнеберәк тотонғандыр, һүҙен ҡыйыуыраҡәйткәндер. “Зәңгәр экран”да әхлаҡһыҙлыҡ хөкөм һөргәндә лә Башҡортостан телевидениеһы үҙенең кешелекле сифаттарын юғалтманы, төҙөү, ижад итеү, илдең киләсәк яҙмышын яҡлап, ышаныслы хеҙмәт итеү рухын раҫланы. ШәүрәҒилманова башлап ебәргән яңы тапшырыуҙар беҙҙең телевидениеның кешелекле сифаттарын, яҡтылыҡты, рухи хазиналарҙы һаҡлау юлында бик мөһим күренештәрҙән булды. Ә бит нәҡ шул йылдарҙа үҙәк телевидение каналдарында, Мәскәү тапшырыуҙарында төп урынды әхлаҡһыҙлыҡ, ҡырыу-емереү, талау-урлау алды. Кеше рухын тарҡатҡыс ул яман эштәр Мәскәүканалдарында әле лә туҡтамай.
Был яҡтан беҙҙәге тапшырыуҙар һаман күпкә яҡтыраҡ, кешелеклерәк. ШәүрәҒилманова һымаҡ талантлы журналистарҙың эшмәкәрлеге кешеләргә рухи көс өҫтәрлек ошо сифаттарҙы һаҡлай һәм үҫтерә.
Былар барыһы ла — Башҡортостан телевидениеһының тарихында оло ихтирам менән телгә алынасаҡ ваҡиғалар. Шәүрәнең тапшырыуҙары, бер яҡтан, тарихҡа әйләнһә, икенсе яҡтан, улар әле лә йәшәй, киләсәктә лә йәшәр, тип ышанам.
Тимәк, ШәүрәҒилманованың ижади эҙләнеүҙәре һәм ҡыуаныслы асыштары уҙған һәм хәҙерге менән генә сикләнмәй, үҙҙәренең йөкмәткеһе һәм көнүҙәклеге менән киләсәккә төбәлгән. Ул бөгөнгө мөһим мәсьәләләргәһәр саҡ иғтибарлы, шул уҡ ваҡытта алдағы бурыстар хаҡында хәстәрләп, оло маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Журналистикалағы уңыштарына алмаш көстәрҙе әҙерләү, үҫеш перспективаларын хәстәрләү буйынса ҙур ойоштороу эштәре ләөҫтәлә.
Һуңғы йылдарҙа ШәүрәҒәббәс ҡыҙының тырышлығы, уның башланғысы арҡаһында Башҡортостан телевидениеһының Санкт-Петербург менән бәйләнештәре үҫкәндән-үҫә. Ундағы Телевидение һәм кино университетында бик күп йәштәребеҙ уҡып сыҡты. Шул уҡыу йортонда йәш белгестәр әҙерләүәле лә уңышлы дауам итә. Киләсәктең нигеҙе яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләп түгел, ошондай файҙалы эштәр менән нығытыла. Беҙҙең телевидение төрлө халыҡ-ара сараларҙа хәҙер йышыраҡҡатнаша, маҡтаулы урындар яулай, приздарға лайыҡ була.
ШәүрәҒилманованың күп яҡлы журналист хеҙмәттәре хаҡында һүҙ алып барғанда, уның егәрле эшмәкәрлегенең тағы бер тармағы тураһында ентекләберәк әйтке килә.
Мин был яҙмаларымды “Шағирә йәнле Шәүрә” тип атаным. Шәүрәһәйбәт шиғырҙар яҙа. Әгәр әҙәби ижад юлынан барһа, уҡыусыларҙы, моғайын, һәләтле әҫәрҙәре менән ҡыуандырған булыр ине, тип уйлайым. Шулай ҙа барлыҡғүмерен әҙәби ижадҡа арнамаһа ла, ШәүрәҒилманова һәр саҡ беҙҙеңәҙәби тормоштоң уртаһында, уңыштарыбыҙға ҡыуанып, ҡаҙаныштарыбыҙҙы халыҡҡа еткереп йәшәй.
Шәғирә йәнле кеше ул. Тапшырыуҙарында тормош төрлө яҡлап күрһәтелә, әммәәҙәбиәт донъяһы уныңөсөн айырыуса яҡын. ШәүрәҒилманова тиҫтәләрсәәҙиптәрҙең – шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың, драматургтарҙың, ғалимдарҙың — юбилейына арнап, тамашасылар онотмаҫлыҡҡыҙыҡлы тапшырыуҙар әҙерләне. Беҙҙең күпме съездарыбыҙҙы, осрашыуҙарыбыҙҙы халыҡҡа еткерҙе, юйылмаҫлыҡ итеп тарихҡа теркәп ҡалдырҙы. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарынан алып ШәүрәҒилманова башҡорт әҙәбиәтенеңүҙенсәлекле хроникаһын – йәнле йылъяҙмаһын – ижад итте. Ҡабатлап әйтәм: нәҡ йәнле йылъяҙма – хроникаль тере документ, һынландырылған тарих. Шундай йәнле йылъяҙманың булыуы – әҙәбиәтебеҙөсөн ҙур ҡыуаныс! Шунда – һинең дә теркәлеп ҡалыуың хәҙерге яҙыусыларҙың бәхете, киләсәк менән осрашыуы ул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпме бөйөк шәхесебеҙ, классиктарыбыҙ, бик сағыу таланттарыбыҙ ошо бәхеттән мәхрүм ҡалған. Элекке замандар тураһында һүҙ барһа, бер хәл. Боронғоларыбыҙҙың рәсемдәре ләһаҡланмаған, сөнки ул замандарҙа мөмкинлектәре лә булмаған. Әммә иңүкенеслеһе шул: үҙебеҙҙең телевидение барлыҡҡа килгәс тә, күпме шәхесебеҙҙе таҫмаларға төшөрөп, киләсәк өсөн һаҡлау тураһында хәстәрлек күрелмәгән бит. Ни тиклем вайымһыҙлыҡ, сикләнгәнлек! Баязит Бикбайҙың, Сәғит Агиштың, Сәләх Кулибайҙың, Жәлил Кейекбаевтың, Динис Исламовтың, Ғабдулла Әхмәтшиндеңһәм башҡа бик күптәрҙең бөгөнгөһәм киләсәк тамашасыларға күрһәтерлек һис юғында бер-ике кадры таҫмаларға яҙып һаҡландымы икән? Һаҡланмағандыр шул. Һәр хәлдә, мин белмәйем. Ни тиклем үкенесле юғалтыуҙар!
Рәми Ғарипов менән дә хәл ошолай уҡ аяныслы. 1971 йылдың 16 ноябрендә Башҡортостан телевидениеһы аша Рәми Ғарипов тура эфирға сыға. “Салауат батыр” шиғырындағы бер строфаны уҡымаҫҡа тип алдан уҡ иҫкәртеп ҡуялар, ләкин шағир был юлдарҙы барыбер ҡалдырмай:
Хас дошмандар әле сиктәр аша
Хөр халҡыма күпме таш сөймәҫ.
Батшаларға башын эймәгәнде,
Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ. Бына шунан һуң Рәми Ғарипов өсөн матбуғатҡа ла, телевидениеға ла юл бикләнде. Туғандары яҙып алған тауышы ғына һаҡланған. Шағирҙың тере һынын күрһәткән телекадрҙар бөтөнләй юҡ. Тик әлеге тапшырыу барышында бер һәүәҫкәр төшөрөп алған тоноҡ бер фото ғына тороп ҡалған.
Әҙиптәрҙең ижадын уҡытыусылар уҡыта, тәнҡитселәр баһалай, ғалимдар өйрәнә, замандаштары иҫтәлектәр яҙа. Был хеҙмәттәр аша әҙиптең ижад донъяһы ла, холоҡ-ҡылығы ла, яҙмышындағы хәл-ваҡиғалар ҙа төрлө яҡлап асыла. Былары бик һәйбәт.
Ошоларға телевидение тапшырыуҙары өҫтәлһә, тағы ла һәйбәтерәк. Сөнки телевизион яҙмаларҙа әҙиптәр үҙҙәренең йөҙҙәре, эш өҫтәле артында ултырыуҙары, атлап йөрөүҙәре, ҡәләмдәштәре менән, уҡыусылар менән аралашыуҙары аша йәнле кадрҙарҙа, йәнле хәрәкәттәрҙәһаҡлап алып ҡалына. Ил хәтерендә киләсәккә еткерер ҡәҙерле ҡомартҡыға әйләнә. Ошо изге маҡсаттарға өлгәшер өсөн ШәүрәҒилманова оҙаҡ йылдар илһамланып эшләй, бик ҡиммәтле тапшырыуҙар ижад итә. Күп әҙиптәребеҙ уға ихлас рәхмәтен еткерә.
Быға сәбәп булырлыҡ матур-матур үрнәктәр бихисап, уларҙыңҡайһы берҙәрен атап үттем. Мостай Кәрим менән байтаҡ йылдар ижади аралашыуы тураһында айырым әйтке килә. Халыҡ шағирының тормошо төрлө авторҙарҙың кино һәм телефильмдарында төрлө яҡлап сағылған. Уларҙың күбеһендә тышҡы ваҡиғалар, шөһрәт-дәрәжәләр өҫтөнлөк итә. ШәүрәҒилманова иһә Мостай Кәрим ижадының асылына шағирҙыңүҙенеңһүҙҙәре, шиғырҙарын үҙенең уҡыуы аша үтеп инә алды. Ун ике өлөштән торған был хеҙмәтте Мостай Кәримдең тормошона һәм ижадына арналған йәнле энциклопедия тиергә мөмкин.
ШәүрәҒәббәс ҡыҙы Ғилманова иң кәрәкле һүҙҙе иң кәрәкле ваҡытта әйтә белә. Уның хеҙмәттәре бик хаҡлы юғары баһаларға, бик тейешле маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Бына ошондай изге ниәттәр, илһамлы эштәр, бөгөнгөһәм киләсәк хаҡында хәстәрҙәр менән йәшәй шағирә йәнле Шәүрә. Алдағы юлдары ла яңы юғарылыҡтарға артылһын, үҙенең яңынан-яңы эштәрендә замандаштарыбыҙҙың яҡты йөҙҙәрен хәҙерге һәм алдағы быуындарға еткерһен. Теләгем шул.
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.