Заман технологиялары киң үҫеш алған мәлдә баҫма мәғлүмәт саралары үҙ урынын һаҡлап ҡала алырмы? Гәзит-журналдарыбыҙҙың киләсәген тәьмин итер өсөн ниҙәр эшләү мөһим? “Комсомольская правда” гәзите редакцияһында үткән матбуғат конференцияһында ошо һорауҙарға яуап эҙләнде.
— Тәү сиратта баҫма һәм электрон мәғлүмәт саралары араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу зарур, — тине Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов. — Улар йәмғиәткә берҙәй кәрәкле, тимәк, бер-береһен тулыландырып, уртаҡ маҡсатта эшләргә бурыслы.
Борис Николаевич ике төр мәғлүмәт сараһының да отошло яҡтары булыуын билдәләне. Мәҫәлән, реклама биреүселәр өсөн электрон вариант уңайлыраҡ. Унда үҙ-ара бәйләнеш өсөн яҡшы шарттар булдырылған, мәғлүмәттәрҙе ҡыҫмайынса, тулыһынса баҫтырырға мөмкин. Гәзит-журналдарҙың иһә төп өҫтөнлөгө шунда: уларҙа һәр хәбәр, һөҙгөстән үткәндәй, һайлап алына, ҡара яғыуҙарға юл ҡуйылмай.
Электрон конкуренттары тарафынан баҫылып ҡалмау, үҙ урынын һаҡлау өсөн матбуғат баҫмаларының сифатын күтәреү ҙә мөһим. Бының өсөн, әлбиттә, тәү сиратта журналистарҙың мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу кәрәк. Борис Мелкоедовтың әйтеүенсә, министрлыҡ хәбәрселәр араһында оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу өсөн Рәсәйҙең үҙәк мәғлүмәт сараларынан тәжрибәле журналистарҙы саҡырырға әҙер. Шулай уҡ үҙебеҙҙең арала даими рәүештә төрлө ярыштар, конкурстар үткәрергә мөмкин. Мәҫәлән, республика журналистарынан сәйәси, социаль, мәҙәни һәм башҡа темаларға иң яҡшы яҙғандарҙы билдәләүҙе ойоштороп була. Был ярыш тауыш биреү, рейтинг юлы менән үтергә, уның барышы “шаршау артында” түгел, ә һәр кемгә күренеп торорға тейеш.
Ултырышта шулай уҡ баҫма һәм электрон мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында төрлө спорт ярыштарын, мәҙәни сараларҙы ойоштороу эшен әүҙемләштереүҙең мөһимлеге лә билдәләнде.
Д. ИШМОРАТОВА.