Тетрәндерҙе шәхес яҙмышы05.03.2014
Тетрәндерҙе шәхес яҙмышы Булат Йосоповтың “Визит” исемле киноһын ҡарағандан һуң...

Ғәҙәттә, берәй кинофильм ҡарар алдынан һәр кем тулҡынлана: нимә тураһында булыр, оҡшармы, геройҙар яҙмышы тетрәндерерме, кемдәр уның уйҙарына яңылыҡ өҫтәр... Һәр кем тормоштағы ваҡиғаларҙан нимәлер көтә. Әле кисә генә бер танышым: “Их, шөғөл кәрәк ине, күңелем нимәгәлер һыуһай, ә аныҡ ҡына күҙаллай алмайым...” – тигәйне. Бындай һүҙҙәрҙе үҙегеҙ ҙә ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын.

Фильмдың көсө, төп маҡсаты – кешене тетрәндереү, уйландырыу. Киноны ҡарағандан һуң тамашасы үҙ алдына оҙаҡ уйланып йөрөй, картиналағы персонаждар, унда барған хәл-ваҡиғалар әленән-әле күҙ алдынан үтә, уны үҙ тормошондағы осраҡтар менән сағыштыра. Мин дә Булат Йосоповтың “Визит” картинаһын ҡарағандан һуң әле булһа үҙемә тынғылыҡ таба алмайым.
Күңелле тулҡынланыу менән инеп ултырҙым мин залға. Ниһайәт, фильм башланды. Аһ, күптән, күптән ошолай залда ултырып кино ҡарағаным юҡ икән... Ниҙәр булыр, ниндәй геройҙар күңелгә инеп ҡунаҡлар?
Картина сит илдәге бик матур һарайҙағы хәл-ваҡиғалар менән башланып китә. Экранда мөләйем һылыу ҡатын пәйҙә була, король хакимлыҡ иткән һарайҙа сит телдә һөйләшәләр. Унан теге йәш ҡатын самолетҡа инеп ултыра һәм... Советтар Союзына килеп төшә. Ә артабан фильмда ул осорҙа илебеҙҙәге йәшәйештең һулышы һиҙелә. Режиссер шул дәүерҙе асыҡ һүрәтләй алған, кешеләр араһындағы һаҡсыллыҡ, пауза, ым-ишара, күҙ ҡараштары – шуға миҫал.
Советтар Союзы ваҡытында театр труппаһы сит илгә гастролгә сыға, һәм артистар араһынан берәү шунда тороп ҡала. 1980 йылдарҙа телевизорҙан ошо турала бер фильм ҡарағайным. Баҡтиһәң, ул үҙебеҙҙең Башҡортостан егете Рудольф Нуриев тураһында булған икән... Заманына күрә был донъяны шаулатҡан бик ҙур ваҡиға ине. Эйе, артистарҙың береһе сит илдә тороп ҡала, баҡтиһәң, мәңгегә... Шул ваҡытта нимә уйланы икән ул, кире әйләнеп ҡайта алмаясағын күҙалланымы икән? Әммә шуныһы асыҡ: ят илдә бер үҙе тороп ҡалғас, бик-бик ауыр булғандыр... Советтар Союзының бығаулы сиктәре уға үҙ ишектәрен ҡаты япты, тыуған төйәгенә бер генә мәлгә булһа ла ғәзиз әсәһен күрергә ҡабат индермәне. Үҙ иленә ҡайта алмай йөрөгән егет тураһында беҙ бер нимә лә ишетмәнек тә, артабанғы яҙмышы хаҡында ла, уның Башҡортостан егете икәнен дә белмәнек. Һәм бына, нисәмә йыл үткәс, бөгөн ошо залда шул егеттең яҙмышы тураһында фильм ҡарап ултырам. Хәйер, бейеүсенең даны бынан бер нисә йыл элек әйләнеп ҡайтһа ла, аңыбыҙға яңы саҡ килеп етте. Бөгөн килеп “Визит” фильмы мине ныҡ тетрәндерҙе.
Кинофильмдың сюжетында ул осорҙа хәрби кәңәшсе, чекист, бөгөн отставкалағы полковник Йәүҙәт Ғәли улы Исҡужиндың үҙ күҙҙәре менән күргән һәм үҙе лә ҡатнашҡан бер ваҡиға ята. Хәйер, был хаҡта ул миңә бик күп йылдар элек һөйләгәйне. Йәшлегем арҡаһындалыр инде, уға әллә ни әһәмиәт бирмәгәнмендер, бәлки, шундай ҙур ваҡиға башыма ла һыймағандыр. Ул саҡта Башҡортостан телевидениеһында эшләп йөрөй инем, һөҙөмтәлә бары Йәүҙәт Исҡужин тураһында ярты сәғәтлек тапшырыу ғына әҙерләнем. Артабан ситкә сығып киттем, Европалағы бар илдәрҙе лә гиҙеп сыҡтым. Был ун йылдан ашыу дәүерҙә бик күп кеше менән аралаштым, төрлө яҙмыштарҙы күрҙем. Уларҙың тәүге һорауы шулай булды: “Ҡайһы илдән һеҙ?” “Башҡортостандан”, — тиһәм, күптәре республикамды белмәй. Шунан: “Ә-ә-ә, һеҙ Рудольф Нуриев иленән булаһығыҙмы?” — тиҙәр. Тәүҙә шаҡ ҡатып ҡалдым, ә бер аҙҙан телгә килеп: “Эйе, эйе, мин фәҡәт уның иленән булам!” – тим, шатлыҡтан күккә менерҙәй булып. Аҙаҡтан инде, Италияла булһынмы, Францияламы, Рудольф Нуриев визит карточкама әүерелеп китте. Бына бит ул кем булған беҙҙең Рудольф Нуриев! Башҡортостаныбыҙҙы танытып йөрөгән бөйөк шәхес! Сит илдә төрлө хәлдәр кү-ү-үп, өйҙә генә ятып, донъяла ниҙәр барлығын белмәй үлеп китергә лә мөмкин. Ә Рудольфтың кем икәнен белмәү яҙыҡ булыр.
... Һәм бына нисәмә йылдан һуң залда “Визит” киноһын ҡарап ултырам. Бөйөк бейеүсе йәшәгән йорттоң, фатирҙың фәҡирлеге королева вәкилен тетрәндергәне йөҙөндә сағылмай, королева өсөн Рудольфтың әсәһе мөһим, уға ғәзиз улынан сәләм алып килгән. Әммә уларҙың осрашыуын Мәскәүҙә лә, КПСС Үҙәк Комитетында ла, бында ла белергә тейеш түгелдәр. Был осрашыуҙы йәшерен рәүештә “кгб”шник Йәүҙәт Исҡужин ойоштора. Ошо хәлдән һуң юғарыла яуап тотасағын күҙаллаһа ла, Иордания короллегенән килгән ҡатынды Рудольфтың әсәһе менән йәшерен осраштыра. Уның өсөн иң мөһиме – хәленән килгәнсә кешегә изгелек ҡылып ҡалыу. Һүҙ ыңғайында әйтеп китәйем: күптән түгел мин Йәүҙәт Исҡужиндың “От Тукмак-Карана до Кандагара” тигән китабын уҡып сыҡтым. Болғансыҡ осорҙа уның ғаиләһе лә золомға эләгә, автор бала сағында илдә барған бик күп ғәҙелһеҙлектең ҡорбаны була.
Рудольф Нуриевтың әсәһен танылған артист Таңсулпан Бабичева уйнай. Һынмаҫ рухлы, түҙемле, сабыр, бик күп хәсрәт һыуы эскән әсәне бик оҫта һынландыра ул. Көтөлмәгән сит ил ҡунағы уға ят телдә нимәлер һөйләй, янында торған кеше (ысынында Йәүҙәт Исҡужин) уға тәржемә итә. “Рудольфтан сәләм алып килдем... Улығыҙ — атаҡлы бейеүсе. Ул шундай бай хәҙер...” Әсә йөҙөндә мин көткән күҙ йәше күренмәне... Ғәзиз улы өсөн илап-илап күҙ йәше ҡороғандыр, ахыры. Әммә минең күҙ йәштәрем ҡойолдо... Әсә йөрәге, әсә йөҙөнөң моңһоулығы... Ябай башҡорт ҡатынының сабырлығы, түҙемлеге, сыҙамлығы һоҡландыра! Нуры һүнеп барған күҙҙәрендә һағыныу, зарығыу, көтөү...
“Бер ҡайҙа ла китмәгән булһа, хәйерлерәк булыр ине...” – ти. Бары бер һүҙ, бер һөйләм. Йөрәгендә йөрөткән иң мөһим һүҙҙе әйтте ул. Эйе, һәр әсә өсөн ғәзиз балаһынан да ҡәҙерлерәк нимә бар икән һуң донъяла? Уны бер ниндәй байлыҡ та, бер ниндәй хазина ла, аҫылташтар ҙа алмаштыра алмай. Был – хәҡиҡәт.
Фильм тамамланды. Күҙ йәшемде һөртә-һөртә залға ҡараш һирптем. Был фильм үҙем эшләгән гимназияның тамаша залында булғанға күрә, аҙаҡтан уҡыусылар, уҡытыусылар менән аралаштым. Һәм шундай һығымта яһаным: балалар ғына түгел, хатта ололар ҙа белмәй Рудольф Нуриевты. Нимәгә киткән ул сит илгә, ни өсөн ҡайтмаған... Бына ошондай хәҡиҡәтте күреп шаҡ ҡаттым. Тимәк, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янында Рудольф Нуриевҡа арнап иҫтәлекле таҡтаташ асыу, республикабыҙҙың балет мәктәбенә уның исемен биреү, уға бағышлап төрлө саралар үткәреү генә бик аҙ. Ни тиһәң дә, халыҡ үҙ тарихын, илендә булып үткән ваҡиғаларҙы, дәүләт яҙмышын, үҙенең атаҡлы улдарын белергә тейеш. Халыҡ – ул үҙебеҙ, һәр кемебеҙ. Үҙебеҙгә әүҙемерәк булырға, шәхес һәм ил яҙмышына битарафлыҡтан арынырға ваҡыт.
Иордания короллегенән килгән ханымды уйнаған (Лаура Кеосаян) актрисаның сит ил кешеһе булыуы картинаның мәртәбәһен күтәрә. Тимәк, беҙҙең “Башҡортостан” киностудияһы ла донъя киңлегенә сыға алырҙай фильмдар төшөрөү һәләтенә эйә. Булат Йосоповтың был киноһы шуны раҫланы. Режиссерҙың батырлығына, сәмлелегенә, отҡорлоғона һоҡланам. Берҙәм булғанда ғына ошондай шәп фильмдар төшөрөлә. Ул, тормоштағы бәләкәй генә осорҙо тасуирлаһа ла, шәхес яҙмышында ҙур роль уйнаған бик мөһим ваҡиға.
Йылдар артынан йылдар үтер, быуат артынан быуат алмашыныр, бер көн тормошта ошондай хәлдәр булғанлығына киләсәк кешеһе ышанмаҫ та, әммә был фильм шундай ваҡиғаның ысынбарлығын раҫлай. Был фильм донъя кимәленә сығыр, тип ышанам.



Вернуться назад