Шиғриәте ялтыр көҙгөләй05.03.2014
Шиғриәте ялтыр көҙгөләй
Теге йәки был әҫәрҙе уҡыған саҡта, хикәйә булһынмы, шиғырмы, образдың ни рәүешле барлыҡҡа килеүе тураһында уйлана башлайһың. Нисек яралған һуң ул, автор уға нисек өлгәшкән? Тәүҙә конфликт ҡороп, проблемаларҙы, хәл-ваҡиғаларҙы теркәй барып, ошо образды уйлап тапҡанмы? Әллә, киреһенсә, эшен уны эҙләүҙән башлағанмы, шунан ғына сюжет ҡорғанмы? Нимә генә тип әйтмә, образдың уңышлы булыуы бик мөһим, бигерәк тә ул символик характерлы булһа. Маһир ижадсы оҙаҡ эҙләнергә, күҙәтергә тура килеүгә ҡарамаҫтан, беренсе сиратта образ өҫтөндә эшләргә тейеш.

…Гөлнара Хәлфетдинованың бөтә ижадын ҡатын-ҡыҙҙың символик образы — ҡорот билдәләй:
Йәнем тағы кипкән ҡорот
һымаҡ,
Ыҫланыуҙан бөткән сирылып.
Ярылмағас, сүкешләп
төйөүҙән,
Һыҙланыуҙан киткән һурылып.
Йәмшек-йөмшөк кенә булып
ҡалғас,
Йәмһеҙлеге үҙем биҙерлек.
Сүкеүҙәре ҡорос иҙерлек тә,
Ғазаптарға әҙәм түҙерлек,
Ҡатын-ҡыҙҙа түҙем-
түҙемлек —
Үҙ йәндәрен үҙе өҙөрлөк.
Кем ҡоротто сүкеп өҙә инде?
Майлы һурпа ғына иҙерлек…

(«Ҡорот»).
Дөйөм алғанда, бөтә халыҡтарҙың әҙәбиәтендә лә, фольклорында ла ҡатын-ҡыҙҙы сәскә менән сағыштырыу күҙәтелә: рауза, нәркәс, хризантема (алтын гөл)… Ошонан сығып инде ҡатын-ҡыҙға сәскә исемдәрен биреү ҡабул ителгән. Сәскә – ул нескә, нәфис, ярҙамға һәм яҡлауға мохтаж затты белдергән символ.
Башҡорт шиғриәтендә, бигерәк тә ир-ат ижадында, ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеген, серлелеген, илаһилығын күрһәтеү өсөн йыш ҡына «ай», «йондоҙ», «ҡайын», «ер еләге», «болот», «аҡҡош», «һандуғас», «ҡоралай» образдары ҡулланыла. Ә «ҡорот» һүҙе һәм төшөнсәһе был һүҙҙәрҙән лексик-семантик планда алыҫ тора.
Был шиғырын автор 20 йәшендә генә яҙыуға ҡарамаҫтан, уны яратып уҡыусыларҙың йәше төрлөсә — йәш ҡыҙҙар, урта йәштәге ҡатындар, уларҙан өлкәнерәктәр. «Ҡорот»то халыҡ яратып уҡый.
Ошо образға бәйле тағы ла ҡыҙыҡ хәл күҙәтелгәне бар… «Художестволы әҫәрҙең филологик анализы» тигән предметты уҡытҡан саҡта йыш ҡына ошо ҡорот образына мөрәжәғәт итергә тура килә. Ә беҙҙә, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш районында, ҡороттоң ниндәй ризыҡ икәнлеген бигүк белмәйҙәр. Шиғыр студенттарға оҡшай, әммә ҡороттоң төшөнсәһен аңлап етмәйҙәр. Бына ошо саҡта инде ҡоротто яһау ысулын, уның тәмен, төҫөн аңлатырға тотонаһың — тотош бер тарихҡа төшөп китәһең.
Ғөмүмән, Гөлнара Хәлфетдинова образдар менән оҫта эшләй, уның «бөжәк-ҡурсағы», «йөрәк-һалдаты», «кейеге» шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ күңеленең нескәлектәрен, ыңғай һәм кире яҡтарын асып һала. Шағирә шиғырҙарын символдарға ҡорорға тырыша, дөйөм планда ижадына символика хас.
Ижадының күҙгә ташланып торған тағы ла бер үҙенсәлеге — контраслыҡ. Шағирә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған контраст төшөнсәләрҙе урынлы файҙалана. Мәҫәлән:
Анау яҡты ҡояштың да
Тыуҙырғаны күләгә?!

(«Бөгөн дә бар. Тора ине»).
Шатлыҡтарым ҡайғыралар,
Ҡыуана ҡайғыларым,
Йыуатайым ҡайһыларын?
Шул минең ҡайғыларым.

(«Шул минең ҡайғыларым»).
Шағирәнең ижадында күңел ғазабы, һыҙланыуы сағылыш таба. Ижадта, әлбиттә, шунһыҙ булмайҙыр ул, сөнки тормоштағы ҡайһы бер бик мөһим нәмәләрҙе һиҙер, тойор, рухи ҡиммәттәрҙе аңлар өсөн ошо тойғоларҙы, һынауҙарҙы үҙеңдең күңелең аша үткәреү кәрәк. Ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, лирик герой ана шул ҡороттай ныҡ, көслө, түҙемле булып ҡала.
Шағирә хис-тойғоларҙы, һөйгәненә булған мөнәсәбәтте ҡыйыу рәүештә, асыҡ белдерә. Ижадсының: «Уҡыусылар алдында әрселәмен, ошо асыҡлыҡтан үҙем дә ҡурҡып ҡуям», — тип әйткәне бар. Әммә был — ижад талабы. Аныҡлыҡ, асыҡлыҡ, беренсенән, ижадта яһалмалыҡтан, ялғанлыҡтан ҡасыу юлы. Икенсенән, авторҙың ижадтағы позицияһы, шиғыр тыуҙырыуҙа һайлаған тактикаһы.
Гөлнара Хәлфетдинова шиғриәтенең тағы ла бер һыҙатын билдәләмәйенсә булмаҫ, ул — көтөлмәгәнлек, серлелек. Был алым проза өлкәһендә новелла жанрында ҡулланыла. Шиғриәттә бик осрамай. «Һине һағынып» шиғыры:
Урындыҡтың эргәһендә
Ултыралар шым.
Ике яҡҡа ҡарағандар,
Ара — бер аршын.
Урындыҡтың эргәһендә
Ултыралар тын.
Үпкәләшеп бер-беренә
Ҡуйғандар артын.
Урындыҡтың эргәһендә
Икәүһе — бахыр.
Кемдәр уларҙы йыуатып,
Һағышын баҫыр?
Урындыҡтың эргәһендә
Ике бисара.
Һинһеҙ ҡуҙғала алмайҙар,
Һинһеҙ юҡ сара.
Урындыҡтың эргәһендә
Был меҫкен дуэт.
Ултыралар өҙгөләнеп,
Һин юҡты тойоп.
Урындыҡтың эргәһендә
Ҡалай бойоҡтар.
Һинең өйҙә кейә торған
Йылы ойоҡтар.

Шағирә ижадының ошо үҙенсәлектәре, һыҙаттары — уның шиғриәтен билдәләүсе төп критерийҙар. Мауыҡтырғыс лирикаһы, тәрән психологизмы, хислелеге ҙур иғтибарға лайыҡ.
Гөлнара Хәлфетдинова ижадының стиле, һүрәтләү саралары, алымдары, символик образдары әҙәбиәт ғилемендә өйрәнелергә, тикшерелергә тейеш. Уның шиғриәте реклама яһауға мохтаж түгел, сөнки шиғырҙары күңел өсөн дауа һымаҡ шифалы. Халыҡ, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ, ижадсының әҫәрҙәрендә ялтыр көҙгөләге һымаҡ үҙен күрә, үҙен таный. Ә был – яҙыусы өсөн иң юғары баһа!
Айһылыу ВАХИТОВА,
филология фәндәре
кандидаты.



Вернуться назад