Өфөлә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Рухи тормошобоҙҙо хәстәрләү маҡсатынан уҙғарған сарала республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, шулай уҡ район хакимиәте етәкселәре, сәнғәт әһелдәре ҡатнашты.
— Уҙғарылған фестивалдәр, концерттар һаны буйынса түгел, ә йәмғиәттә рухи ҡиммәттәрҙе ҡәҙерләргә өйрәтеү, кеше күңелендә әҙәпһеҙлек, ғәмһеҙлек, милләтселек кеүек күренештәргә битараф булмау тойғоһо тәрбиәләү буйынса эшмәкәрлекте баһаларға кәрәк, – тине сығышында төбәк башлығы Рөстәм Зәки улы.
Президентыбыҙ белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа республикала мәҙәниәтте үҫтереүгә киткән сығымдар артҡан. Әгәр 2012 йылда был өлкәгә ике миллиард һум самаһы аҡса тотонолһа, былтыр иһә федераль бюджеттан 6,8 миллиард һум бүленгән. Быйыл да финанслау кәмемәйәсәк.
Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, йәш белгестәрҙе үҫтереү кеүек мөһим мәсьәләләргә лә туҡталып үтте.
Был көндө бер төркөм сәнғәт әһелдәре Президентыбыҙ ҡулынан юғары дәүләт наградаһын да алып һөйөндө.