"Ғилем" нәшриәте Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы Рауил Бикбаевтың "Дастан о Башкортостане" ("Башҡортостан тураһында дастан") исемле китабын баҫып сығарҙы.
622 биттән торған йыйынтыҡҡа халҡыбыҙҙы борсоған, уның үткәненә һәм бөгөнгөһөнә ҡағылышлы тәрән мәғәнәле мәҡәләләр, публицистик сығыштар, әңгәмәләр, юлъяҙмалар тупланған. Рауил Бикбаевтың әҙәбиәтебеҙгә ҡағылған мәсьәләләр хаҡында уйланыуҙары ла уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр.
Ғөмүмән, был китапҡа оло тормош юлы үтеп, инде халҡыбыҙға үҙе өгөт-нәсихәттәр бирер аҡһаҡалдар ҡорона баҫҡан атаҡлы шағирыбыҙҙың йөрәк һүҙҙәре һеңгән.