Камил Фазлый28.02.2014
Үҫтерҙек

Әмер төштө үҫтерергә
Шәхси хужалыҡтарҙы.
Бөтә көстө шуға һалдыҡ,
Баштан атып юҡ-барҙы.
Тәүҙә ялан-баҫыуҙарҙы
Пай еренә бүлештек.
Унан ихаталарҙы ла
Үҫтерергә керештек:
Урамды бүлгеләп алып,
Ҡоймаларҙы күсереп.
— Элек, — тинек, — артта ҡалған
Урам яһап кешелек.
Берәүҙәргә (бәхет эше),
Бүлгәс, ҡоҙоҡ эләкте.
Фәрештәләр ебәргәндер
Бындай оло бүләкте.
Хәҙер, ана, нисек итеп
Бизнес яһап яталар:
Ҡалғандарға ҡоҙоҡ һыуын
Аҡсалата һаталар.
Был яҡлап та алға киттек,
Ҡаланан һис ҡалышмай.
Көн күрәбеҙ хәл белешмәй,
Бер-береңә барышмай.
Ҡайһы саҡта тыуа теләк
Дуҫ-иштәрҙе күрергә.
Шәхси хужалыҡтар үҫте,
Тик... һуҡмаҡ юҡ йөрөргә...

Тикшереү
Етәксебеҙ ашхананы
Көн-төн йәшәй тикшереп.
Иртән, көндөҙ тикшерә ул,
Тикшерә кисен кереп.
Ана, анализ өсөн тип,
Бешкән ҡаҙ һорап алды.
Тикшерҙе ҡаҙҙы ялт итеп —
Өйөлөп һөйәк ҡалды.
Тикшерә калорияһын
Бутҡаның, билмән, иттең.
Эшен бирелеп башҡара —
Ашай төбөнә тиклем.
Һөйөнөшә ашнаҡсылар,
Һыйлайҙар ҡыҫтап, көсләп.
— Үлмәне бит фарш биргәс,
Боҙолған иттән эшләп.
Тикшерәйек әле үҙен
Ашатып еҫле балыҡ.
Иҫән ҡалһа, башҡаға ла
Бирербеҙ ашҡа һалып.

Классиктар
— Классиктар кем ул? — тип һорай
Дәрес ваҡытында бала.
Уҡытыусы яуап эҙләй,
Башын ҡашып ала-ала:
— Классиктар, ҡый үлән кеүек,
Донъябыҙҙы тултырғандар.
Уҡымай йөрөп, бер класта
Икешәр йыл ултырғандар.

Ҡыҙыл — зәңгәр
— Минең диплом ҡыҙыл,
Һинеке ни... зәңгәр.
Мин уҡытам, ә һин
Ит сабаһың, Ғәмбәр.
— Уға ҡалһа, — тине, —
Бирешмәне Ғәмбәр, —
Минең битем ҡыҙыл,
Ә һинеке — зәңгәр!

Үгеҙ
Көтөүсене һанға һуҡмай,
Дәһшәт сәсә ике мөгөҙ.
Себен күрҙе — ҡото осто,
Ҡойроҡ болғап тора үгеҙ.

Сер
— Асып бир, бабай, сереңде,
Нисек йөҙ йәш тултырҙың?
— Диета һаҡлап йәшәнем,
Мин... төрмәлә ултырҙым.

Ҡарға ҡарары
— Атҡаҙанған йырсы итәм
Ҡулымда аҡса барҙа, —
Һандуғастар мәктәбенә
Бирҙе балаһын... ҡарға.


Вернуться назад