Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты Венера Ситдиҡованың сираттағы ҙур шатлыҡ кисереүен ишетеп, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылып эҙләнеү юлында булған һабаҡташыбыҙ хаҡында бер-ике ауыҙ хуплау һүҙе яҙырға булдым.
Болғаныш, үҙгәреш осоронда уҡыныҡ беҙ. Тыйнаҡ, шул уҡ ваҡытта тәрән фекерле, һәләтле, ихлас, бик матур холҡо менән айырылып торҙо ул. Шул һыҙаттары арҡаһында студент сағында уҡ Зәйнәб Биишева менән аралашып, уның өйөндә, ижадсылар мөхитендә була алғандыр, тим. Халыҡ яҙыусыһының ҡеүәт һүҙҙәренән дәртләнеп, республика баҫмаларында арҙаҡлы шәхестәр, әсә теле, тыуған ер матурлығы хаҡында мәҡәләләр яҙып та, радиола сығыш яһап та, архивтарҙа төрлө сығанаҡтар эҙләп тә өлгөрә торғайны. Шуға ла уҡып бөткәс тә радиоға эшкә барыуына бер ҙә аптыраманыҡ.
Ул мәлдәргә хәҙер 20 йылға яҡын ваҡыт үтеп киткән, йәғни эш һөҙөмтәләрен барлар ваҡыт етте. Әммә журналист уҡып ала торған һөнәр түгел. Уның өсөн күңелеңдә бала саҡтан ятҡан һөнәри эҙәрмәнлек, яңылыҡ табыу кеүек заманса сифаттар булыуы шарт. Журналист та – шул уҡ ижадсы, шул уҡ эҙәрмән. Венераның ижади эҙләнеүҙәре тапшырыуҙары аша күренә – уның ҡайҙа, ниндәй сараларҙа булып яҙғаны, республикабыҙҙың ҡайһы тарафтарына барғаны, кемдәр менән аралашҡаны — һәммәһе лә көҙгөләге кеүек сағыла. Авторҙы күп йылдар дауамында радио тыңлаусылар һалмаҡ, моңло, йомшаҡ тауышы аша таный. Шулай уҡ мәҡәләләре район һәм республика гәзиттәрендә үҙе төшөргән рәсемдәр менән баҫыла килә, сөнки ул сәфәрҙәре ваҡытында бер ыңғайҙан фотоға ла төшөрөп өлгөрә.
“Яҙмыштарҙа — ил тарихы” тапшырыуында исемдәре аҙ билдәле йәки бөтөнләй билдәле булмаған шәхестәрҙең туғандарын табып, улар хаҡында радионан һөйләүе бик тә отошло. “Рухиәт” тапшырыуында тағы ниндәй онотолған һүҙҙәр ишеттерер, мәғәнәләрен еткерер, ҡайһы яҡтан ил ағаларының, ағинәйҙәрҙең тауышын яҙған икән тип көтәһең.
– Халыҡ ихтыяжына хеҙмәт иткәндә эшең кәрәкле һәм мәртәбәле булһын өсөн бөгөн мәғлүмәтте төрлө сығанаҡтан алырға мөмкин. Әммә тапшырыу яҙғанда ярты эшемде тамамлап ҡуйған кәңәшселәрем, йәғни тарихсылар, ғалимдар менән эшләгәс, еңел миңә, — ти ул.
Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Халҡымдың да ҡыҙы бул!” тип күрәҙәселек ҡылып әйткән һүҙҙәре һүрәтләмә геройымдың асылын күрһәтә. Ысынлап та, Венера – ата-әсәһенең генә түгел, халҡыбыҙҙың да ҡыҙы.
Фирҙәүес ЮЛМӨХӘМӘТОВА,
филология фәндәре кандидаты.
Өфө ҡалаһы.