Ихласлыҡ байрамы26.02.2014
Ихласлыҡ байрамы
– Әҙиптәр, күренекле шәхестәр менән осрашыу гимназияла матур бер йолаға әүерелгән. Бөгөнгөһө иһә бигерәк үҙенсәлекле, халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән шағирҙар Азамат Юлдашбаев, Мөнир Ҡунафин ҡунаҡҡа килде, – тине Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Дәриғәт Муллағәле улы Рәхимов, сараны асып, һәм уларҙы түргә саҡырҙы.

Кисәне алып барыусылар – ХI класс уҡыусылары Айгиз Аҫылбәков менән Илүзә Йәғәфәрова Рауил Бикбаевтың тормош юлына, ижадына бер аҙ байҡау яһағандан һуң, Х класс уҡыусыһы Вадим Ғәлиәхмәтов "Халҡыма хат” поэмаһынан өҙөк уҡып ишеттерҙе. Шағир һүҙе ҡылыстан үткер, ҡояштан сағыу, ҡылдан нескә… Халыҡ шағирының халыҡсан тел менән яҙылған, тәрән йөкмәткеле шиғырҙарын төрлө быуын кешеләре яратып уҡый, өйрәнә. Әҙиптең 75 йәшлек юбилейы алдынан иғлан ителгән, "Шоңҡар” һәм "Ватандаш” журналдары редакциялары тарафынан ойошторолған интернет-конкурста уҡыусыларҙың күпләп ҡатнашыуы – быға дәлил.
Бына һүҙ әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Рауил Бикбаевтың үҙенә бирелә.
– Ҡәҙерле уҡыусылар, уҡытыусылар! Һүҙемде рәхмәттән башлайым. Интернет-конкурста иң әүҙеме һеҙҙең район булды. Быйыл – Мәҙәниәт йылы. Элек йылдарҙы исемләү юҡ ине. 1990 йылдарҙан беҙҙә, Башҡортостанда, башланған традиция Рәсәйҙә һәм башҡа республикаларҙа ла дауам итә. Әгәр халыҡтың мәҙәниәте, теле, матбуғаты, ошондай матур мәктәптәре бар икән, тимәк, киләсәге ышаныслы. Районығыҙ шағир исемен йөрөтә. Башҡортостанда ике районға шағир исеме бирелгән. Салауат районы тиһәк, Рәми Ғарипов күҙ алдына баҫһа, Ғафури тигәндә, Мәжит Ғафуриҙан башлап күп исемдәрҙе атарға була. Гөлнур Яҡупова, Әмир Әминев, Рәшит Сабитов, талантлы шағир Салауат Әбүзәр, Лира Яҡшыбаева, Кәбир Аҡбашев, бөгөнгө кисәлә ҡатнашыусы Мөнир Ҡунафин – бер райондан ғына әҙәбиәтебеҙҙә күпме кеше эшләй. Әле һеҙ әйтеп үткән кеүек ихлас һүҙҙәрҙе көн дә ишетмәйем. Ижадыма иғтибарлы булыуығыҙға ҡанатланып ултырҙым, -– тине Рауил Төхвәт улы. Шунан һуң "Башҡортостан бында башлана” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Интернет-конкурста еңгән бер төркөм уҡыусыларға Маҡтау грамоталары тапшырылды. Яҡындан аралашыу, һөйләшеү гел булмай. Бигерәк тә Рауил Бикбаев кеүек абруйлы шәхестәр менән. Уҡыусылар шағирға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп ҡалырға ашыҡты, ҡунаҡтар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.



Вернуться назад