Тамыры тәрән, даирәһе киң26.02.2014
Тамыры тәрән, даирәһе киң
Уйҙың күрке – тел, телдең күрке – һүҙ тигәндәй, һәр һүҙҙең, төшөнсәнең, күренештең асылы, мәғәнәһе, йөкмәткеһе бар. "Мәҙәни", "мәҙәниәт", "мәҙәниәтле" тигән бер тамырлы һүҙҙәрҙең дә. Аралашҡанда, һөйләшкәндә гелән ҡулланмаһаҡ та, мәҙәни эш, мәҙәни сара, мәҙәни бәйләнеш, мәҙәни тормош, мәҙәни ил, мәҙәниәтле кеше, милли мәҙәниәт, мәҙәниәтле булыу кеүек төшөнсәләрҙе беләбеҙ, ишетәбеҙ. Әммә көндәлек тормошта, атты тәртә араһына керетеп еккән һымаҡ, мәҙәниәттең айышын тар мәғәнәгә ҡайтарып ҡалдырабыҙ. Бихисап ҡәрҙәштәребеҙҙең, хатта зыялы тигәндәребеҙҙең тәү ҡарашынса, мәҙәниәт ул – йыр-моң, бейеү, уйын-көлкө, мәҙәк, музыка, концерт, филармония, театр, тамаша, кино, мәҙәниәт йорттары, клубтар. 2014 йылды Мәҙәниәт йылы тип иғлан иткәс, хатта ки мәғлүмәт баҫмалары ла, ғәҙәткә ингәнсә, өгөт-нәсихәтте тап ошо юҫыҡта башланы.

Ғәжәйеп донъябыҙ кеүек, мәҙәниәттең тамырҙары ла тәрән, даирәһе киң, мәғәнәһе ҙур. Мәҙәниәт – кешеләр, йорт-ил бар иткән тормош ҡоролошо, кәрәк-яраҡ, матди үә рухи йәһәттән халыҡтың дөйөм хәл-торошо, ҡаҙаныштары. Ошоға бәйле, уны өс төркөмгә бүләләр. Матди мәҙәниәт – сәнәғәт, технология, техника, транспорт, хужалыҡ ҡорамалдары һәм ҡоралдары, юлдар, элемтә, торлаҡ, кейем-һалым... Рухи мәҙәниәт – дин, фән, фәлсәфә, сәнғәт, тел, йолалар, инаныуҙар, халыҡ ижады, яҙма ҡомартҡылар, әҙәбиәт, аң-белемгә эйәлек, тәрбиәлелек, әҙәплелек... Ижтимағи мәҙәниәт – ҡанундар, йәғни көнитмеш рәүешен, ниҙелер башҡарыу рәтен билдәләгән тәртиптәр, дөйөм ҡабул ителгән ҡағиҙәләр, ижтимағи һәм дәүләт ойошмалары...
Мәҙәнилек төшөнсәһе кешенең, йәмғиәттең рухи, интеллектуаль, эстетик үҫешен дә билдәләй, төрлө тарихи дәүерҙәрҙе, ҡәүемдәрҙең йәшәйешен, ижтимағи тормош-көнкүреш торошон тасуирлағанда һәм ҡылыҡһырлағанда ла ҡулланыла. Майя культураһы, Мысыр культураһы, Яңырыу дәүере культураһы, Арҡайым культураһы, халыҡ культураһы, башҡорт культураһы, элитар культура, ауыл культураһы кеүек төшөнсәләр күптәребеҙгә мәғлүм. Беҙҙең заманда мәҙәниәт, мәҙәнилек төшөнсәһенең меңләп билдәләмәһе бар. Бынан беҙ йәмғиәттең, ижади көстәрҙең, кеше һәләттәренең тарихи үҫеш кимәлен, тормош ҡороу, көтөү эшмәкәрлеген ойоштороу рәүештәрен, үҙенсәлектәрен, ысулдарын, шулай уҡ донъяны танып белеү ҡаҙаныштарын, рухи мөхит ҡиммәттәрен дә күҙаллайбыҙ. Тимәк, мәҙәниәт – кешеләрҙең көс-ҡөҙрәте, хеҙмәт күнекмәләре, оҫталығы, белеме, асыштары, уңыштары, фекер йөрөтөү үә аҡыл үҫеше кимәле, әхлаҡи һәм эстетик даирәһе... Дөйөмләштереп әйткәндә, кешеләр тарафынан бар ҡылынған бөтә нәмә мәҙәнилеккә барып бәйләнә.
Фәлсәфәүи йәһәттән мәҙәнилек йәшәйештең асылын, халыҡтың үҙаңын, донъяға ҡарашын, тирә-йүнде тойоу, ысынбарлыҡты төшөнөү, фекер итеү тәрәнлеген, һәләттәрен байҡап, ошо нисбәттә күҙаллана. Антропологик ҡараштан мәҙәнилектең һәр халыҡтың йәшәү рәүеше нигеҙендә ятыуы һәм дөйөм кешелек тормошонда сағылышы өйрәнелә. Быға ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, инаныуҙар, һынамыштар, быуындан быуынға бирелгән тәжрибә, аҡыл, көнитмеште көйләгән тәртиптәр, тыйыуҙар, ҡиммәттәр ҙә инә. Социологик яҡтан иһә мәҙәниәт йәмғиәтте тыуҙырыусы һәм ойоштороусы шарт булараҡ ҡарала. Мәҙәни ҡиммәттәр йәмғиәттең нәҡ үҙе тарафынан барлыҡҡа килтерелә һәм уның артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә.
Тәбиғи мөхиттән айырмалы рәүештә мәҙәниәт быуаттар буйы тупланған күнекмәләр, йәшәйеш ҡиммәттәре, белем, ғилем, тәрбиә һөҙөмтәһендә тыуа. Шулай итеп, мәҙәниәт – уй-фекер, донъяға ҡараш, аң-белем дә, шәхси сифаттар ҙа, матди, ижтимағи һәм рухи хазиналар ҙа... Хәҙерге яңы демократик ҡоролош шарттарында интернациональ мәҙәниәт йоғонтоһо көсәйгәндә, милли мәҙәниәт үҙенсәлектәрен һәм ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫтереү көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде.
Һәр милләт үҙенең ҡан-ҡәрҙәшлеге, дине, теле, мәҙәнилеге менән көслө һәм уның киләсәге лә бар. Халыҡтың мәҙәнилеге – аҡ үә яҡты аң, донъяға рухи ҡараш та. Төрки халыҡтарының рухи аңы тамырҙары беҙҙең эраға тиклем V – IV мең йыллыҡтарға барып тоташҡан Тәңреселек менән ныҡ уҡмашҡан. Улар донъяны үә үҙҙәрен тыуҙырыусы, бар ҡылыусы, ижад итеүсе Тәңре ярҙамында танып белгән. Уның асылы буйынса, тәбиғәт, бөтә тирә-яҡ мөхит – тере йән һәм әҙәми зат менән ҡәҙерле туған. Тәбиғәтте ҡурсалау, ололау, ҡотлау, баһалау кешеләргә йәнтөйәктәрендә имен ғүмер итергә мөмкинлек бирә. Тәңреселек ҡәүемебеҙҙең ҡанына һеңеп, уның йәненә, ғәменә, йүненә әйләнгән.
Быуындан быуынға күсеп, башҡорттоң тәбиғәтен, милли булмышын, үҙенсәлектәрен ҡылыҡһырлаған ғөрөф-ғәҙәттәр, ыҙан-йолалар, йәғни ил-йортта мотлаҡ үтәлергә тейешле ҡағиҙәләр ҙә – мәҙәнилегебеҙгә һут биргән тәү тамырҙар. Һис шикһеҙ, халҡыбыҙҙың йола фольклоры ифрат бай һәм донъябыҙҙы танып белеү йәһәтенән үтә лә фәһемле. Беренсенән – тәбиғәт тәғәмдәре, дауалары, үлән шифалары, им-томдар, арбауҙар, һынамыштар, ырымдар, юрауҙар, ишаралар, алғыштар, теләктәр... Икенсенән – тәбиғәт үә йыл миҙгелдәре байрамдары, йыйындар, хеҙмәт үә кәсеп, йәнә ерҙе ҡәҙер ҡылыу, илде һаҡлау йолалары, өмәләр, ҡор-мәжлестәр, өгөт-нәсихәттәр... Өсөнсөнән – ғаилә-көнкүреш, туй, бала бағыу, ҡот-ырыҫ, әхирәткә оҙатыу йолалары... Улар – ҡанбабаларыбыҙҙың һынауҙары, күнекмәләре, ғәмәли аңы, аҡылы, рух сағылышы, мәҙәниәте, сәнғәте, аманаты, бөтмәҫ мәғлүмәт сығанағы! Был ынйы-гәүһәрҙәргә бәрәбәр мираҫ башҡортобоҙҙоң илаһи нуры, балҡышы булып, мәғәнәле көнитмешебеҙҙе, рухи бөтөнлөгөбөҙҙө тәьмин итә, күңелебеҙҙе сафландыра.
Тирә-яҡ мөхитте, тормошто, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе күҙәтеү, һығымталар яһау һөҙөмтәһендә тыуған тапҡыр һүҙҙәр, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, һис шикһеҙ, оло мәҙәнилек күренеше. Улар фекергә аҡыл, ҡеүәт, көнитмешкә мәғәнәлек, күркәмлек өҫтәй, әхлаҡ-әҙәпкә өйрәтә, тәбиғәт, донъя, ғүмер, яҙмыш, йорт-ил, халыҡ, кеше, ғаилә, йолалар, туғанлыҡ, аралашыу, аң-белем, тел һәм башҡалар тураһында кинәйәле мәғлүмәт бирә.
Тыуған ер, ил, ғәҙеллек, ирек, азатлыҡ, бәхетле тормош, ғаилә, йәнә ҡәүемдәр татыулығы һәм берҙәмлеге өсөн көрәш кеүек бөтә кешелек әһәмиәтендәге ваҡиғаларҙы, хәл-күренештәрҙе һүрәтләгән, хәтерҙән-хәтергә уйылған “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Шүлгән менән Минәй батыр”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” кеүек эпостарыбыҙ, Уралыбыҙ, Башҡорт иле тураһындағы ҡобайырҙарыбыҙ, йырҙарыбыҙ, уларҙы ижад итеүселәр башҡорт халҡының рухи үә мәҙәни бөйөклөгө тураһында һөйләй. “Мин сыҡҡанмын илемдән ҡотҡарырға кешене, ҡотҡарырға барыны… Кешегә ярҙам итәрмен, илем байман итәрмен... Олоно оло тейегеҙ, кәңәш алып йөрөгөҙ, кесене кесе тейегеҙ, кәңәш биреп йөрөгөҙ... Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ, яманға юл ҡуймағыҙ, яҡшынан баш тартмағыҙ!” – ошондай оло аманат, аһәңдәшле йәшәү аҡылы ҡалдырған Урал атабыҙ – олуғтарҙан-олуғ, мәҙәниленән-мәҙәниле бөйөк зат. Беҙ иһә – сикһеҙ ғорурланырлыҡ Урал нәҫеле, изге васыятты мәңге-мәңге күңелдәргә һеңдерергә, ғәмәлгә ашырырға тейеш вариҫтар.
Асылында тормош ысынбарлығы ятҡан, Йәншишмәнең тере һыуындай тылсымлы шифаға эйә мираҫыбыҙҙы йәш быуынға еткереү, үҫмерҙәрҙе Урал батыр һымаҡ ҡаһармандарыбыҙ өлгөһөндә тәрбиәләү йәһәтенән киң йәйелдерелгән эшебеҙ мәҙәни ҡөҙрәтебеҙҙе арттыра һәм киләсәктә лә арттырасаҡ.
Эпик мираҫыбыҙға бәйле һәм дә Көнсығыш Европа, Азия ерендә палеолит осоро рәсем сәнғәтен һаҡлаған Шүлгәнташ мәмерйәбеҙ бөтә донъя ҡомартҡыһы һанала. Әммә беҙ, үҙ бөйөклөгөбөҙҙө, баһабыҙҙы үҙебеҙ белмәй, ошо ҡомартҡыбыҙҙы күҙ ҡараһындай һаҡларға, тейешле ҡағиҙәләргә буйһоноп файҙаланырға, заманса туризм ойошторорға, сит илдәрҙән килгән илгиҙәрҙәргә, ҡунаҡтарға Башҡорт илен танытырға атлығып тормайбыҙ, етди әһәмиәт бирмәйбеҙ. Мәҙәниәт йылында быға дәүләт кимәлендә иғтибар итһәк икән. Ошо урында үткән быуаттың һикһәненсе йылдарында һуш китерлек төйәгебеҙҙә мәшһүр рәссам Алексей Кузнецов менән осрашыу, аралашыу хәтирәһенең бер остоғон ғына булһа ла һеҙгә еткермәй булдыра алмайым. Рәссам бында халыҡ мираҫын, мәҙәниәтен өйрәнә, рухи шишмәләрҙең тере һыуын эсеп илһамлана. Бөрйән уның бөтә тормошон үҙгәртә, ижадына әүерелә. Тәбиғәте, риүәйәттәре, легендалары, иртәктәре, Шүлгәнташтағы рәсемдәре уны ныҡ тулҡынландыра, уйландыра һәм йөрәгенә ижад сәме өҫтәй. Алексей Александрович менән ул саҡта уҡ уртаҡ бер фекергә килеүебеҙсә, мәҙәниәт – халыҡтың ышаныу-инаныуҙарында, ғөрөф-ғәҙәттәрендә, йолаларында, тамғаларында, ауыҙ-тел ижадында, ҡурайында, шәжәрә-тайраһында, холоҡ-ҡылыҡтарында... Йыл миҙгелдәренә, ғаилә-көнкүреш йолаларына бәйле поэтик мираҫ, байрам-тамашалар ҙа, һырлау, биҙәкләү, сигеү-нағышлау оҫталығы һәм маһирлығы ла башҡорт халҡының фәлсәфәүи-эстетик ҡараштарын, һүҙ һәм һынлы сәнғәтен сағылдыралыр.
Алексей Кузнецов бөрйәндәрҙең боронғо ырым-ышаныуҙарының сағылышы булып беҙҙең мәлдәргәсә һаҡланған, әммә күптәр ишетмәгән-белмәгән серле күренеште үҙ күҙҙәре менән күрә. Бикташ ауылында була был хәл. Кистәрен бер ҡатын өйөнән сыға ла ситкәрәк бара һәм, ҡулдарын ауыҙына ҡуйып, тау-урмандар яғына ҡарап, яңғырауыҡлы көй, тауыш сығара. Тыңлаусыға шомло булып китә. Өс нотанан торған был көй-ырымды рәссам отоп алған икән, уны миңә лә көйләне. Бөрйән буйлап әллә күпме йөрөһәм дә – тәү ишетеүем. Була бит мөғжизәләр... Алексей, Өфөгә ҡайтҡас, үҙе шаһит булғанды яҙыусы Баязит Бикбайға һөйләй.
– Һин бик бәхетле кешеһең, – ти күренекле әҙип. – Боронғо ырым йырын ишеткәнһең. Әүәл шулай айыуҙы ҡыуғандар.
Боронғо инаныуҙарға бәйле халыҡ ижадынан күренеүенсә, ҡанбабаларыбыҙҙың тәбиғәт күренештәре, үҫемлек, тереклек донъяһы менән үҙ аралашыу теле булған. Улар үҙҙәре әйткән һәм башҡарған ырымдарҙың, им-томдарҙың, арбауҙарҙың сихри, тылсымлы көсөнә ышанған. Рәссам ишеткән ырым йыры ҡыр йәнлектәрен алдаштырыу, арбау, иҫкәртеү, ҡурҡытыу өсөн башҡарылған. Ҡыҙғанысҡа, күпме арбау һамаҡтары, ырым-юрауҙар, һынамыштар, шулай уҡ йыл миҙгелдәренә, көнитмешкә, кеше ғүмеренә бәйле йолалар, әмәлдәр, тәртиптәр, күнекмәләр табылмайынса һәм өйрәнелмәйенсә юғала, онотола. Ә бит улар – халҡыбыҙҙың рухи сығанағы, мәҙәни ҡиммәте.
Рухи һәм матди мәҙәниәттәр яҡынлығын кәүҙәләндергән үтә лә сетерекле архитектураға ла ҡағылмай булмай. Сөнки милли мәҙәниәттәрҙе тергеҙгән осорҙа милли архитектура инде бихисап йылдар һаман да көнүҙәк мәсьәлә килеш ҡала. Илдең рухи, сәйәси тормошон күрһәтеп торған байтаҡ милли символдар архитектура ҡоролмалары, йәғни ғибәҙәтханалар, мәсеттәр, сиркәүҙәр, хакимиәт, фән, мәғариф, архив йорттары, торлаҡ, сәнғәт үә мәҙәниәт, спорт һарайҙары менән бәйле. Хәҙер милли архитектураны тергеҙеү һәм үҫтереү бөтә төҙөлөш сәнғәтен үҙгәртеп ҡороуҙың төп сараларының береһе булырға тейеш.
Ил-йорттоң географик, этник, социаль-көнкүреш үҙенсәлектәрен сағылдырған, урындағы халыҡтың сәнғәтенә, мәҙәниәтенә нигеҙләнгән Башҡортостан архитектураһы ойошорға, Көньяҡ Урал Башҡорт иле икәнен танытып торорға тейеш. Әйтәйек, Һиндостан, Япония, Корея, Ҡытай кеүек илдәр милли архитектуралары менән бөтә донъяға таныулы. Ут күршеләребеҙ Ҡаҙағстан менән Татарстан да төҙөлөштә миллилекте сағылдырыуға күп көс һала. Баш ҡалабыҙ Өфө лә тәү сиратта аҫаба башҡорт рухын бөркөп торорға тейеш, сөнки торағыбыҙ-ҡалабыҙ – миллилектең һәм мәҙәниәтлелегебеҙҙең сағыу көҙгөһө.
Был маҡсатты бойомға ашырыу өсөн фәнни һәм фәнни-проект архитектура үҙәктәренең эшен йәнләндереүгә, Өфөлә Башҡорт дәүләт архитектура академияһын асыуға өлгәшеп, милли архитектура белгестәрен әҙерләү һәм ошо йүнәлештә лә мәҙәниәтте үҫтереү талап ителә. Архитектурала милли үҙенсәлектәр сағылышы йорттарҙы проектлауҙан башлана. Һис шикһеҙ, был юҫыҡта республика етәкселәренең теләге, әүҙемлеге һәм тәүәккәллеге лә кәрәк.
Беҙҙең ҡатмарлы, сетерекле заманда үҙеңде ҡурсалау тураһында ла оран һалыу ситен түгел. Белеүебеҙсә, төп мәғлүмәт, тәғлимәт, аңлатыу, өгөт-нәсихәт сараһы булараҡ, матбуғат – сәйәси һәм социаль өлкәнең, мәғрифәтселектең, аң-белем таратыуҙың, мәҙәнилекте үҫтереүҙең, донъяға айыҡ ҡараш тыуҙырыуҙың һәм тәрбиәләүҙең мөһим ҡоралы. Әммә мәҙәниәтте үҫтереүгә, ошо мөһим бурысты ғәмәлләштереүгә булышлыҡ ҡылыусы йоғонтоло һәләткә, арманы бөтә барған алышсыға ярҙам аҙ, йәғни уға ҡөҙрәт өҫтәр тере һыу урынына үле һыу эсерәләр. Халыҡ хөкөмдары кеүек бөгөнгө хәл-ваҡиғаларға ғәҙел баһа бирергә, әүлиәләй иртәгәне тоҫмалларға ынтылған журналистар – ил-йорт мөғәллимдәре – үҙҙәре лә дәүләт тарафынан яҡлауға, хеҙмәтенә күрә хөрмәтенә, лайыҡлы эш хаҡына мохтаж.
Әҙәмиәт, йәғни кешелек донъяһы һыуһыҙ, ризыҡһыҙ, ҡояшһыҙ, һауаһыҙ көн итә алмаған кеүек, мәҙәниәтһеҙ, йәғни йәнгә дәрт-дарман, илһам бирер йәншишмәһеҙ мәғәнәле, күркәм йәшәй алмай. Мәҙәнилек, минеңсә, һәр йәһәттән дә аңлы, тулы ҡанлы, йәнле һәм йәмле сәләмәт тормош ул. Шуға ла Мәҙәниәт йылында мәҙәни кеше тәрбиәләүгә, мәҙәни тормош, мәҙәни ил ҡороуға булышлыҡ иткән бөтә милли әмәлдәрҙе, рухи, матди, ижтимағи ҡиммәттәрҙе файҙаланыу фарыз.
Сәлимйән Бәҙретдинов,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
филология фәндәре
кандидаты.


Вернуться назад