Мәҙәниәт әҙәбиәтһеҙ булмай25.02.2014
Аяҙ көндә күк күкрәгәндәй, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалаларында һәм Башҡортостандың көньяғындағы 11 районында йәшәп ижад иткән әҙиптәрҙе берләштергән Стәрлетамаҡ төбәк яҙыусылар ойошмаһына күрһәтмә килеп төштө — "Ябырға!" Минең күҙ алдынан был ҡалала тыуған әҙәбиәт рухы ялтырап үткәндәй булды.

ХХ быуат башы. Стәрлетамаҡта беренсе китаптар донъя күрә башлай. "Ҡәләм" тип аталған әҙәби ойошманың етәкселәре Шәрәфетдин Мәхмүдов менән Бәҙретдин Ғибәҙуллин, йәмәғәт эшмәкәрҙәре булараҡ, үҙҙәре лә ижад менән әүҙем шөғөлләнә. Мәхмүдовтың "Минең тормошом", Сафуан Яҡшығоловтың "Башҡорт ваҡиғалары", Зыя Йәрмәкәйҙең "Шиғриәт", Ильяс Иҫәнбирҙиндың "Мансур һәм Ғәлиә", Абдулла Биктимеровтың "Хәлфә", Ғәлимйән Ибраһимовтың "Татар ҡатыны ниҙәр күрмәй" тигән китаптары сыға. Бында шулай уҡ өгөт-нәсихәт жанрында яҙылған әҫәрҙәр ҙә баҫыла. Дума депутаты Шакир Туҡаевтың "Стәрлебаш", М. Ибраһимовтың "Ломоносов биографияһы", М. Хәнәфиҙең "Шарап шауҡымы" китаптары, хәҙергесә әйтһәк, публицистик жанрҙа донъя күрә. Ә сәнғәт донъяһында Вәлиулла Мортазин-Иманский ойошторған "Сәйәр" театры Башҡортостандың көньяғында данлы сәхнә һәм драматургия усағы булып балҡып китә.
Бәлки, Стәрлетамаҡта мәҙәниәттең һәм рухиәттең нурлы емештәре булған китаптар сығыуын күрептер, Мортазин-Иманский Ырымбурҙан килеп төшә һәм ошо театрҙы асып ебәрә. Шул дәүерҙә сәхнә әҫәрҙәренә ҡытлыҡ ҙур була, һәм ул үҙенең яҡташы Мирхәйҙәр Фәйзиҙе саҡырып ала. Тиҙҙән, 1906 йылда, буласаҡ драматургтың "Оят йәки күҙ йәше" тип аталған драмаһы спектакль булараҡ донъя күрә. Ә 1919 йылда уның "Ғәлиәбаныу"ы балҡып китә. Легендаларға ҡарағанда, Вәлиулла Мортазинға "Иманский" тигән ҡушамат беҙҙең Стәрлетамаҡта йәбешә... Ә уның театры Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһынан 1922 йылда Өфөгә күсә һәм бөгөнгө Башҡорт дәүләт академия драма театрына башланғыс һала. "Сәйәр" театры 1910 йылда уҡ ойоша. Тимәк, әлеге академия театры 2010 йылда уҡ 100 йыллығын билдәләргә тейеш ине.
Дума депутаты Мәхмүдов башлаған әҙәби эшмәкәрлек совет осоронда ла һүнмәй. 1934 йылда Стәрлетамаҡтың педагогия техникумында, ошо уҡыу йортоноң уҡытыусыһы булараҡ, бөйөк шағир Ҡадир Даян әҙәби түңәрәк асып ебәрә. Бында уҡыған, аҙаҡ күренекле яҙыусылар булып киткән Ибраһим Ғиззәтуллин, Яҡуп Ҡолмой, Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған шағир Хөсәйен Ҡунаҡбай ошо әҙәби түңәрәктең әүҙем ағзаларына әйләнә. Ә инде Бөйөк Ватан һуғышы дәүерендә туҡтап ҡалған әҙәби түңәрәкте Стәрлетамаҡта асылған Уҡытыусылар дәүләт институтындағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәким Ғиләжев йәнләндереп ебәрә. Ошонда белем алған Ноғман Мусин күренекле прозаик булып үҫешә һәм “халыҡ яҙыусыһы” тигән исемгә лайыҡ була. Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында беренсе пьесалары тикшерелгән Флорид Бүләков та халыҡ яҙыусыһы исеменә лайыҡ була.
Ошо төбәктә тыуып үҫеп, ижад иткән мәшһүр Мәжит Ғафуриға 1934 йылда республикабыҙҙа беренсе булып “халыҡ шағиры” тигән исем бирелә. Тимәк, бөйөк шағирҙың рухы әле лә дауам итә. Әҙәби берекмәгә әйләнеп киткән түңәрәктә шулай уҡ фольклорсы Салауат Галин, шағирҙар Әсхәл Әхмәт-Хужа, Салауат Рәхмәтулла, Тамара Ғәниева, Нияз Сәлимов, Азамат Юлдашбаев, прозаик Закир Әҡбәров, драматургтар Рәлиф Кинйәбаев, Флүр Ғәлимов һәм башҡалар ҡанат нығытты.
Ә 1984 йылда РСФСР Яҙыусылар союзы ҡарары нигеҙендә Стәрлетамаҡта яҙыусылар ойошмаһы асылғас, әҙәби эшмәкәрлек айырыуса йәнлелек алды. Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡараған был ойошмала әле 25 әҙип — Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары. Был үҙе бер союз тигән һүҙ. Ә хәҙер Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһын бөтөүгә дусар иттеләр. Имештер, маҡсатҡа ярашлы түгел.
Мин ун йыл ошо ойошманың етәксеһе булып эшләнем. Беҙ ғәйәт ҙур әҙәби, мәҙәни, әхлаҡи, рухи эшмәкәрлек алып барҙыҡ. Бөгөн Башҡортостандың көньяғында йәшәп ижад иткән әҙәби көстәрҙе берләштергән ойошмаға балта күтәрәләр. Яҙыусылар был ҡалаларҙың һәм ауылдарҙың урта мәктәптәре, гимназиялары, педагогия һәм медицина колледждары, һөнәри лицей уҡыусылары, китап уҡыусылар менән осрашыуҙар ойоштора ине. Ауылдарҙа ла яҙыусыларҙы көтөп ала торғайнылар. Былар кемгә оҡшаманы? Кемгә?
Халыҡты, дәүләтте закондар менән генә тотоп булмай. Быны беҙ бөгөнгө тормошта яҡшы күрәбеҙ. Ҡыйралыш, кешеләр күңеленең емерелеүе, ҡиблаларыбыҙҙың боҙолоуы хатта үлемесле ваҡиғаларға алып килә, сөнки тәрбиә бөттө, рухи аҙыҡ етешмәй, намыҫ аҡһай.
Ойошмалағы 25 профессиональ яҙыусынан тыш, коллективыбыҙҙа 200-ҙән ашыу кеше шиғыр, хикәйә ижад итеү менән шөғөлләнә ине. Улар беҙ ҡулъяҙмаларҙы тикшергән сараларҙа, төрлө әҙәби эшмәкәрлектә ҡатнашып, халыҡ араһына бара торғайны. Бөтәһе лә яҙыусы булып китмәҫ, әммә шиғыр яҙған кешенең күңеле яҡты була. Бөгөн уларҙың барыһы ла етем ҡалды. Тимәк, халыҡты мәҙәни тәрбиәләү эше юҡҡа сығарылды. Бына ошо күренеш йөрәкте әрнетә.
Элек Стәрлетамаҡта йәшәп алған классик яҙыусы Афзал Таһиров та быға ҡул ҡуймаҫ ине. Колчак ғәскәрҙәре Башҡортостандан ҡыуылғас, террорҙан ҡасып, Саранскиға киткән революцион комитет ағзалары туп-тура Стәрлетамаҡҡа ҡайтып төшә, һәм бында Башҡортостан Республикаһы иғлан ителә, ул республикабыҙҙың баш ҡалаһы тип раҫлана. Бында беренсе Хөкүмәт төҙөлә, уның 12 министрлығы (наркоматы) булдырыла. Афзал Таһиров Мәҙәниәт министрлығына әҙәбиәт һәм сәнғәт тигән һүҙҙәрҙе өҫтәүҙе лә тәҡдим итә, уның был теләге хуплана. Ул осорҙа әҙәби эштең мөһимлеген, яҙыусыларҙың кәрәклеген яҡшы аңлағандар.
Мифологиянан шуны беләбеҙ: яңы тормош төҙөлгәс, был донъяла нимәлер етмәй бит. Үҙ-ара дошманлашыуҙар, күҫәк күтәреп һуғышыуҙар, хатта үлтерештәр йышая. Хакимдар төрлө аяуһыҙ закондар ҡабул итә, ләкин файҙаһы булмай. Ҡанундарҙы урап үтерлек күренештәр башлана. Янғындар, алдашыуҙар, ғаиләләрҙең емерелеүе, төнгө тәртипһеҙлектәр ҡыҙғандан-ҡыҙа. Хакимдар аҡыл эйәләренә мөрәжәғәт итә һәм халыҡҡа тәрбиә етмәүенә төшөнә. Ошо күренештәрҙән һуң хатта асыҡ һауала театр уйнауҙар башланған. Был тамашаларҙа яуызлыҡтың бәхетһеҙлек икәнлеге, яҡшылыҡтың изгелеге, ҡәбәхәтлектәрҙе тик ошо матурлыҡ менән генә еңеп булыуы образдар аша халыҡ күңеленә еткерелгән. Ҡыҫҡаһы, әҙәбиәт аша кешеләр рухына юл һалынған... Күренеүенсә, борондан быны аңлағандар, ә бөгөн улар саҡлы ла уйлап еткермәйбеҙме ни инде? Закондар быуа быуырлыҡ, ә енәйәт артҡандан-арта, сөнки халыҡҡа рухиәт сифаттары барып етмәй. Тормошобоҙ ошо хәлгә килеп еттеме ни инде? Күрше ҡәрҙәштәребеҙ Татарстанда Яҙыусылар союзына ла, уның бүлексәләренә лә теймәгәндәр, хатта финанслауҙы арттырғандар. Ә беҙҙә киреһен күрәбеҙ — ғәрлек бит был!
Нисек кенә уйлаһаң да, нисек кенә фаразлаһаң да, илебеҙ Президенты В.В. Путин әҙәбиәтте үҫтереүгә ыңғай ҡарағанда, ижад әһелдәренә хыянат итеү бер кәртәгә лә һыймай. Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһы тулы күләмдә йәшәргә тейеш!
Кәбир АҠБАШЕВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Ғәли Ибраһимов һәм
Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар лауреаты.


Вернуться назад