Мәҙәниәт йылын асыуға арналған тантана Салауат районы халҡы өсөн сағыу байрам булараҡ иҫтә ҡалды.
Саралар музейҙа Салауат Юлаевҡа арналған брейн-ринг менән башланып китте. Бында баш ҡала һәм район мәктәптәренән, лицейҙарҙан килгән уҡыусылар белемен һынаны.
Ҡунаҡтар һәм райондаштар иһә мәҙәниәт йортона ағылды. Уның беренсе ҡатында ауылдарҙа эшләгән төрлө клубтар, түңәрәк ағзаларының ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолһа, икенсе ҡатта ауылдарҙан килгән хужабикәләр өҫтәлдәр әҙерләгәйне.
Ҡунаҡтар, тамашасылар алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙың оҫталығына, уңғанлығына һоҡланып, башҡорт милли ризыҡтарын тәмләп, һәр ауылдың был сараға етди әҙерлеген баһаланы. Ауыл тормошон сағылдырған сағыу йөкмәткеле фотостендтар ҙа халыҡтың иғтибарын йәлеп итте. Сараның икенсе өлөшө Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Ханов етәкселегендәге халыҡ тынлы оркестрының сығышы менән башланып китте.
Артабан сәхнәгә район хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов күтәрелде. Ул районда мәҙәниәт өлкәһендә 150 хеҙмәткәр эшләүен, һәр береһенең үҙ һөнәренә тоғро булыуын билдәләп, ҙур рәхмәтен еткерҙе, барыһын да байрам менән ҡотланы. Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова ла салауаттарҙы тәбрикләне.
– Президент Рөстәм Хәмитов тарафынан республикала мәҙәниәт өлкәһен үҫтереү өсөн 160 миллион һум аҡса бүленде. Беҙ был тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын да күтәрергә, торлаҡ, яңы объекттар төҙөргә, мәҙәниәт һарайҙарын ремонтларға һәм башҡа маҡсаттарға өлгәшергә тейешбеҙ. Республика кимәлендә тормошҡа ашырыла торған проекттар тағы ла бик күп, — тине ул.
Хакимиәт башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров брейн-рингта еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Сәхнәлә райондың иң сағыу ижади коллективтары, артистары, район, республика һәм хатта халыҡ-ара конкурстар дипломанттары сығыш яһаны. Тамашасылар һәр сығышты алҡыштарға күмде. Район мәҙәниәтенең сағыу биҙәге булған “Илһам”, “Сударушка”, “Етегән”, “Юлдаш” ансамблдәре менән бер рәттән, “Гүзәл”, “Тамсылар”, “Әй ынйылары”, “Грация” кеүек йәш бейеү коллективтары ла барыһын да таң ҡалдырҙы. Ғөмүмән, Салауат ерендә үткәрелгән тантана йөрәктәрҙә йылы тойғолар уятты.