Өҙөлмәҫ моң25.02.2014
Өҙөлмәҫ моң
Композитор Салауат Низаметдинов менән йырсы Әлфиә Юлсурина сәнғәт күгендә ҙур ижади уңышҡа өлгәште. Улар “Бәхетле көнөм бул һин” тигән тәүге концерт программаһын 1989 йылда ҡуйған.

Ошонан һуң ике тиҫтә йылға яҡын тормошҡа һөйөү, мөхәббәткә дан менән һуғарылған, тәрән мәғәнәле йырҙарға бай тамашалар шәлкеме бүләк иттеләр. Композиторҙың Әлфиә Юлсурина өсөн махсус яҙған “Тәүбә”, “Тик мин кире боролмаҫмын”, “Алһыу пион” кеүек йырҙары тамашасы күңелен шунда уҡ арбай. Артабан “игеҙ” ижад емеше булып “Әллә нисек булды беҙҙең һөйөү”, “Ниңә мин йәрең түгел?” кеүек дуэттар ҙа тыуа.
Башҡорт йыр сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдырған күренекле йыр-моң оҫтаһы Салауат Низаметдиновтың ижадын мәңгеләштереү маҡсатында Әлфиә Юлсурина Башҡорт дәүләт филармонияһында 3 мартта “Туҡтаны моң” тип аталған тамаша үткәрә. Композиторҙың әҫәрҙәренән торған концертта билдәле сәнғәт оҫталары ҡатнашасаҡ. Моң әһеленең ижадына ғашиҡтар, түбәндәге һорауҙарға яуап биреп, саҡырыу ҡағыҙы менән бүләкләнеү хоҡуғына эйә була ала.
Өҙөлмәҫ моң1. Салауат Низаметдинов менән Әлфиә Юлсурина башҡарған дуэттарҙың күбеһе ниндәй темаға арналған?
2. Салауат Низаметдиновтың Әлфиә Юлсурина башҡарыуындағы ике йырын атағыҙ.
276-24-41 телефонына шылтыратығыҙ.
Моң донъяһына рәхим итегеҙ, дуҫтар!


Вернуться назад