Рәмил ЙӘНБӘК25.02.2014
Рәмил ЙӘНБӘК
Ошо йортта мин дә хужа инем...

Ауыл урамында
Ҡап-ҡара төн. Шыптыр ямғыр яуа.
Ялағайлап йәшен гөрһөлдәй.
Шул ямғырҙа епшеп бер ир тора:
Ҡайҙа бара, нимә ул теләй?
Тыуған ауыл, тыуған урамымда
Баҫып торам, — гүйә, бер етем.
Тыуған нигеҙемдә йәшәй яттар,
Ишек шаҡыуы ла бик ситен.
Уйланыммы ҡабат ҡайтмаҫымды,
Ун бишемдә сығып киткәндә;
Нигеҙемде мәңге тапмаҫымды,
Һағыныуҙар йәнде өткәндә.
Ошо йортта ғына үҙем инем,
Үҙле инем әсәй янында.
Ошо йортта мин дә хужа инем,
Йөрәк тулы булды ялҡынға.
Ҡабат һис ҡасан да мин үҙемде
Үҙем итеп, эйе, тойманым.
Һәр ҡайҙа ла ваҡытлыса булдым,
Үҙ ирекле хужа булманым.
Шул үҙемде тапмаҫмынмы тиеп,
Төнгө ауылымда ҡаңғырам.
Йыуатҡандай, ғәҙел күктәр генә
Йәшенләтеп ямғыр яуҙыра.

Тинтәклек
Эй, тинтәк булғанмын икән
Йәш саҡта, сап-саф саҡта:
Ышандым, шиғри һүҙ көсө
Терәк, тип, хаҡҡа, аҡҡа;
Юғары һүҙ талпындырыр,
Тиеп, бөйөк эштәргә;
Байраҡ булыр изге яуҙа,
Маяҡ, тиеп, йәштәргә;
Шиғри оран — ҡалҡан ул, тип,
Рәнйегән, шикләнгәнгә;
Йөрәк асҡысы, тип инандым,
Ихластан һөйгән йәргә.
Ғүмер буйы, үҙемсәләп,
Шиғри келәм үргәйнем.
Унда тик аҫыл төҫ-биҙәк
Сигермендер тигәйнем.
Тыңламағас Пушкинды ла,
Онотҡас Есенинды —
Шиғырҙар йөрәккә үтә, тип
Нисек әйтәһең инде.
Рәмигә ҡолаҡ һалмағас,
Туҡайҙы һанламағас, —
Ни дәүер был, сәсәндәргә
Өмөт, ҙурлау ҡалмағас?
Даһиҙар һүҙен ашатлап,
Ҡайҙа бара илебеҙ?
Баштүбән донъя тәгәрәй —
Беҙ генә ни тиербеҙ...
Ниндәй елкән кирербеҙ.
Ниндәй емеш тирербеҙ?!

Мәңгелек һорау
Үткәндәрең, илем, данлы, шанлы —
Яҡты битен генә иҫләһәк.
Ул дәүерҙең әрнеү, ғазаптары,
Ыңраштары килеп етмәгән.
Бөгөнгөңә хәсрәт менән бағам:
Аҙымдарың, ай-һай, һөйрәнке.
Ниңә икән, хаҡ хеҙмәттән ҡасып,
Еңел-елпегә тиҙ өйрәндек?
Тиҙ өйрәндек,
Хеҙмәт һалмайынса
Миллиардер булған байҙарға.
Ата-бабаларҙың тамған тире
Алтын булып ята ҡайҙарҙа?
Ҡайҙарҙа һуң йылға булып аҡҡан
Изге ҡандар
Ғәзиз Ватан өсөн алышта?
Тиҙерәк төҙөргә тип капитализм,
Большевикса сыҡтыҡ ярышҡа.
Кезе ҡатын кеүек,
Бер үк һүҙҙе
Тылҡый беҙгә илдең баштары:
Малы үҫкән һайын уғры байҙың,
Тәмләнәсәк ярлы аштары.
Әллә ишетмәйһең халыҡ зарын,
Күҙ йәштәре күпме түгелгән.
Беҙ бит хәҙер, гүйә, илкәйгенәм,
Ергә тере килеш күмелгән.
Ир уңмаһа, ил дә уңай, тиҙәр,
Кисер, илем, беҙҙе —
Ирҙәрҙе.
Ташлап ҡасһа яуҙы азаматтар,
Һинең күҙҙе
Ҡарға-ҡоҙғон суҡып кинәнер.
Беләм: хандар
Бөгөн кисергәнде
Алтын тарих итеп яҙҙырыр.
Аҡһаҡалдар һиндә ҡалмағанда,
Әҙәпһеҙҙәр халыҡ аҙҙырыр.
Беләм: беҙҙең киләсәккә ҡалыр
Шанлы еңеү,
Ялған дан ғына.
Илкәйгенәм!
Кәрең бөтөп бара,
Туҡтап тын ал әле
Аҙ ғына.
Аҙға ғына туҡтап,
Сафты барлап,
Айнытайыҡ башты, фекерҙе:
Өндәшмәйсә,
Ҡолдар булып һаман,
Үҙебеҙ бит,
Үҙебеҙ еткерҙек.
Ялтыр һүҙгә баштар зәңкемәһен,
Ҡайғыларҙан шыңшып төшмәйек.
Мәңгелек бер һорау зиһендәрҙә:
Йә, нишләйек икән,
Нишләйек?!
Илдең зарын илгә тишәйек:
Йәгеҙ, ирҙәр,
Йәгеҙ,
Нишләйек?!

Һуңғы яугирҙе оҙатҡанда
Ауылыбыҙҙың һуңғы яугирен беҙ
Һуңғы юлға бөгөн оҙаттыҡ.
Оҙаттыҡ та
Уның менән бергә

Изге епте, гүйә, юғалттыҡ. Изге епте...
Бөйөк Еңеү менән
Бәйләп торған епте юғалттыҡ.
Ас ҡаҡланып, тылда иген иккән
Һалдатканы тағы илаттыҡ.
Тик иланы улар,
Тол ҡарсыҡтар,
Етмеш йылдан аҙаҡ — һуңғы ҡат.
Һуңғы яугирҙән һуң
Һалдаткалар
Ерҙә ҡалмаҫ, ҡалмаҫ бик оҙаҡ.
Рәсәйҙә лә — инде оҙаҡламаҫ —
Һуңғы яугир йомор күҙҙәрен.
Был тәбиғи.
Ошо ысынбарлыҡ
Бәғерһеҙлек булып күренмәһен.
Шул ваҡытта юғалтмаһаҡ ине
Тағы бер еп — хәтер ептәрен.
Һуңғы яугир һыны,
Һалдаткалар
Иҫебеҙҙән мәңге китмәһен.


Вернуться назад