Беҙҙә Хеҙмәт көнөн уҙғарыу яҡшы йолаға әүерелде. Быйыл ул үткән осорға йомғаҡ яһау һәм киләсәккә бурыстарҙы билдәләүгә генә түгел, районда Мәҙәниәт йылын рәсми асыуға ла арналды.
Алдынғы эшсәндәрҙе бүләкләп, Дәүләкән район хакимиәте башлығы З.Ғ. Бикбулатов мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Э.Р. Әхмәтрәхимовҡа өр-яңы “Ситроен” микроавтобусының асҡысын тапшырҙы. Бүлеккә концерт кейемдәре, музыкаль аппаратура, башҡа кәрәк-яраҡ һатып алыу өсөн аҡса бүлеү хаҡында ла хәбәр итте.
Дәүләкәндәрҙе Хеҙмәт көнө менән шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары А.Б. Бакиров менән З.С. Исмәғилева тәбрикләне. Улар республика ҡаҙанышына һәр саҡ тос өлөш индергән район халҡы быйыл да ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы атҡарыр, мәҙәниәтте үҫтереүгә лә ныҡлы иғтибар бирер, тигән ышаныс белдерҙе.
Сайт деревни. Башкортостан